Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы
Рәмил Йәнбәк | |
Исеме: |
Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Йомағужа районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Дауыт-Ҡайып ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир һәм журналист |
Ижад йылдары: |
1974-2017 |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002) |
Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы, Рәмил Йәнбәк (10 август 1952 йыл — 11 ғинуар 2017 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы. СССР Журналистар союзы (1979), Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим (2015[1]) исемендәге премиялар лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков 1952 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ы Йомағужа районының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Дауыт-Ҡайып ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған.
1969 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлағандан[2] һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ ауылдарындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында башлай.
1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1974 йылдың көҙөндә, бишенсе курста уҡып йөрөгәндә, Рәмил Йәнбәковты «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Университетты тамамлағас та шул хеҙмәтен дауам итә. 1977 йылда баҫманың бүлек мөдире, 1980 йылда яуаплы сәркәтибе, ә 1986 йылда мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
1992 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенә (аҙаҡтан «Китап» нәшриәте) эшкә күсә: редакция мөдире, баш мөхәррир була. 1994 йылдың авгусында нашриәт директоры итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында «Ватандаш», артабан «Тамаша» журналының, 1998 йылдан «Ағиҙел» журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Артабан рус телендә нәшер ителгән «Сельские узоры» журналында эшләй.
Журналистика өлкәһендә уңышлы хеҙмәт иткәне өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Әҙип 2017 йылдың 11 ғинуарында Өфөлә вафат була[3].
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмил Йәнбәктең шиғриәт юлына ныҡлап аяҡ баҫыуы уның 1-се интернат-мәктәптә уҡыған осорона тура килә: нәҡ мәктәп йылдарында ул ҡәләмен һынап ҡарай. Ә инде Башҡорт дәүләт университетында ул шиғриәткә ныҡлап ылыға. Филология факультетының башҡорт—рус бүлегендә эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби—ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, бер нисә йыл рәттән уның старостаһы була. Студент йылдарында республика гәзиттәренә, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына хәбәрҙәр яҙып тора, ҡайһы бер баҫмаларҙа уның шиғырҙары донъя күрә.
Әҙип 1974 йылдан алып сирек быуаттан ашыу журналистика өлкәһендә эшләһә лә, шиғриәттән айырылмай. Уның «Оҙайлы яҙ» тигән тәүге шиғыр йыйынтығы 1990 йылда донъя күрә. Артабан бер-бер артлы туғыҙ китабы баҫылып сыға. «Бөркөт саңҡыуы» исемлеһе 2002 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ була.
Рәмил Йәнбәктең үҙенсәлекте шиғырҙарына композиторҙар Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ғайсин һәм Ришат Сәғитов тиҫтәнән артыҡ йыр ижад иткән. Уларҙың күптәре популяр йырсылар репертуарында ныҡлы урын алған.
Үҙенең әҫәрҙәрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадындағы матур традицияларҙы дауам иткәне өсөн Рәмил Йәнбәккә 2006 йылда үҙе тыуған Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы һәм башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн 2015 йылда Бәләбәй районы хакимиәте булдырған Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия бирелә.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оҙайлы яҙ: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 50 бит.
- Билдәһеҙ һағыш: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 80 бит.
- Тик һиңә табынам: Шиғырҙар, лирика. — Өфө: Китап, 1994. — 128 бит.
- Төшөмдәге сәскәләр: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1996. — 118 бит.
- Йыраҡ хыял: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001. — 30 бит.
- Бөркөт саңҡыуы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002. — 240 бит.
- Аҡ ялан: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007.
- Родная моя деревня (Дают-Каюп). — 2007. — 72 с. (рус.)
Ваҡытлы матбуғатта баҫылғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төнгө уйҙар… // «Ағиҙел» : журнал. — 2013. — № 6. — С. 5—13.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002)
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2006)
- Фәтих Кәрим исемендәге премия (2015)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Илһам шишмәләре» байрамында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаттары билдәләнде . «Башинформ» (7 апрель 2015). Дата обращения: 23 май 2015.
- ↑ Илтенбаев А. Ф. Гимназия-интернат № 1 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Өфөлә танылған шағир Рәмил Йәнбәк ҡапыл вафат булды. , 2017, 12 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2017)</
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- Он раскрывает красоту мира через поэзию (К 60-летию поэта Рамиля Янбекова) . «Башинформ» (10 август 2012). Дата обращения: 23 май 2015.
- Ими гордится район: Янбеков Рамиль Ахметович — журнал «Ватандаш» 2016 йыл 4 март архивланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 10 августа тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Күгәрсен районында тыуғандар
- 11 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Википедия:Сифатлы мәҡәләләр:Шағирҙар һәм яҙыусылар
- Башҡорт шағирҙары
- Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары
- Ф. Кәрим исемендәге премия (Бәләбәй районы) лауреаттары
- «Йәншишмә» гәзите журналистары
- «Йәншишмә» гәзите баш мөхәррирҙәре
- «Ватандаш» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Тамаша» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре