Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм объект культурного наследия России федерального значения[d]
Майҙан 3934,1 гектар
Критерий Всемирного наследия (i)[d][1], (ii)[d][1], (iv)[d][1] һәм (vi)[d][1]
Commons-logo.svg Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы Викимилектә

Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр төркөмө (ингл. Historic Centre of Saint Petersburg and Related Groups of Monuments) — Рәсәйҙә (һәм СССР-ҙа) ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының беренсе объекты. Ул Бөтә донъя мираҫы һәйкәлдәре исемлегенә Бөтә донъя мираҫы комитетының 14-се сессияһында башҡа дүрт совет һәйкәле (Мәскәү Кремле һәм Ҡыҙыл майҙан, Изге София соборы һәм Киев-Печёра лавраһы, Кижи погосты, Ичан-Кала) менән бергә индерелә.

Әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге» объекты ЮНЕСКО-ның территорияһында әүҙем хужалыҡ алып барылған һәм йөҙҙәрсә мең кеше йәшәгән ҙур мәҙәни-тәбиғи ландшафтҡа һәйкәл статусы биреүҙең тәүге тәжрибәләренең береһе була. Уға хатта Петербург үҙәге менән бәйләнеше булмаған да тиерлек, мәҫәлән, Ладогалағы боронғо Орехов ҡәлғәһе һәм Линдулов урманы инә. Ҡала яны зонаһы үҙ эсенә һарай-парк комплексын ғына түгел, тәбиғи ландшафтты һәм сәнәғәт һәйкәлдәрен (Сестрорецк ҡорал заводы) һ.б. ала. Хәҙерге ҡала ландшафтының шундай һуҙылған участкаларын консервациялау ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Быны Эльба аша яңы күпер төҙөгәндә шундай уҡ ландшафтлы исемлектән Эльба үҙәне менән Дрезденды (2009) алып ташлау ҙа раҫлай.

2012 йылда Санкт-Петербург Хөкүмәте «2013-2018 йылдарға Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгендә урынлашҡан „Конюшенная“ һәм „Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия“ территорияларын һаҡлау һәм үҫтереү» маҡсатлы программаһын раҫлай.

Санкт-Петербургтың планлаштырыуҙың программалы-маҡсатлы ысулына күсеүе һөҙөмтәһендә 2014 йылда Тарихи үҙәкте һаҡлау программаһы 2014 йылдың 30 июнендә 6 йылға ҡабул ителгән «Санкт-Петербург территорияларының иҡтисади һәм социаль үҫеше» дәүләт программаһының бер өлөшөнә әйләнә. Дәүләт программаһы үтәлеше өсөн Санкт-Петербургтың Иҡтисади сәйәсәт һәм стратегик планлаштырыу буйынса комитеты яуаплы. Программаны тормошҡа ашырыуҙа төп эксперт-консультация органы булып Санкт-Петербург Хөкүмәте ҡарамағындағы Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгетерриторияларын һаҡлау һәм үҫтереү советы тора.

Программа сиктәрендә тарихи үҙәктең ике биләмәһе бүленгән: «Конюшенная» һәм «Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия».

Охта-үҙәге төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петербургта бейек Охта-үҙәк төҙөү планы ЮНЕСКО-ның ризаһыҙлығын тыуҙыра. 2007 йылдың июнендә Яңы Зеландияла ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетының 31-се сессияһы үтә. Уның ҡарарында ҡатнашыусы илдең 2007 йылдың 18 ғинуарында һәм 2007 йылдың 5 мартында бирелгән «пландарҙың комитет талаптарына тура килмәүен һәм шулай уҡ бөтә объекттарҙың буфер зоналарының, шул иҫәптән Ленинград өлкәһен дә индереп, аныҡ сиктәре булмауын» билдәләй. Һәм Рәсәйҙең власть органдарына «эшкә ҡағылышлы барлыҡ материалдар һәм мәсьәләләр ҡаралып бөтмәйенсә һәм Бөтә донъя мираҫы объектына хәүеф яныуға төрлө яҡлап баһа бирелмәй тороп, проектты ғәмәлгә ашырыуҙы, шул иҫәптән эштәрҙе үткәреүгә рөхсәт биреүҙе лә индереп, туҡтатыуҙы» тәҡдим итә[2][3]. 2010 йылдың декабрендә Охта-үҙәк проекты билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Россия Санкт-Петербург ещё не имеет позиционной карты.

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

# Рәсеме Атамаһы Урынлашыуы
540-001 PalaceSquare.JPG Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге Санкт-Петербург
540-002 Kronstadt Naval Cathedral.jpg Кронштадт ҡалаһының боронғо өлөшө Санкт-Петербург

г. Кронштадт
540-003 Chumnoi fort.JPG Кронштадт форттары Санкт-Петербург

г. Кронштадт, Фин ҡултығы
540-004 Шлиссельбург. Соборный комплекс.jpg Шлиссельбург ҡалаһының боронғо өлөшө Ленинград өлкәһе

Киров районы

г. Шлиссельбург
540-005 Oreshek (fortress) view01.jpg Орешек ҡәлғәһе Ленинград өлкәһе

Киров районы

г. Шлиссельбург
540-006 Catherine Palace in Tsarskoe Selo 02.jpg Пушкин ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Пушкин
540-007 Pavlovsk Palace-p1030787.jpg Дворцы и парки города Павловск ҡалаһының һарайҙары һәм парктары, уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Павловск
540-008 Pulkovo observatory 2004.jpg Пулков обсерваторияһы Санкт-Петербург

Пулков бейеклектәре
540-009 Дворец в Ропше.jpg Дворцово-парковый ансамбль в Ропшела һарай-парк ансамбле Ленинград өлкәһе

Ломоносов районы

п. Ропша
540-010 Дворцово-парковый ансамбль "Гостилицы".jpg Гостилицала һарай-парк ансамбле Ленинград өлкәһе

Ломоносов районы

д. Гостилица
540-011 Пос. Тайци 2.jpg Тайцыла һарай-парк ансамбле Ленинград өлкәһе

Гатчина райоын

п. Тайцы
540-012 GatchinaPalace 1619.jpg Гатчина ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Ленинград өлкәһе

Гатчина районы

г. Гатчина
540-013 Монастырь Троице-Сергиева пустынь.jpg Сергиева Приморская пустынь Санкт-Петербург

пос. Стрельна
540-014 Константиновский дворец.jpg Стрельна ҡасабаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

пос. Стрельна
540-015 Petergof june2013 22082.JPG Михайловканың һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-016 Petergof june2013 22079.JPG Знаменканың һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-017 Peterhof Fountains 01 - Big Cascade 02.jpg Петергоф ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-018 Private Dacha Peterhof 2011-08.jpg Собственная дачаның һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-019 Leuchtenberg Summer Palace South Facade.JPG Сергиевканың һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-020 Katalnay gorka Ekateriny II v parke Oranienbaum (Russia).jpg Ломоносов ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Ломоносов
540-021 130x130пкс И. П. Павловтың фәнни ҡаласығы Ленинград өлкәһе

Всеволожск райоын

с. Павлово
540-022 Pokrov church Nevsky lesopark1.JPG Богословка усадьбаһы Ленинград өлкәһе

Всеволожск районы

Нева урман паркы
540-023 Шувалово.Церковь Петра и Павла и склеп.jpg Шувалов паркы Санкт-Петербург

Парголово
540-024 Osinovaya Roshcha.jpg Вяземскийҙар усадьбаһы Санкт-Петербург

Имән урманы
540-025 Озеро Разлив - panoramio (2).jpg Сестрорецк Разливы, Сестрорецк «Дубки»һы, Стенбок-Ферморовтар усадьбаһы, Ольгино (тарихи район), «Ближние Дубки» паркы, Териоки (Зеленогорск) Санкт-Петербург

г. Сестрорецк
540-026 Дом в усадьбе Репина "Пенаты".jpg И. Репиндың йорт-музейы «Пенаты» Санкт-Петербург

п. Репино
540-027 Anna Ahmatova's grave.jpg Комаров ҡасаба зыяраты Санкт-Петербург

п. Комарово
540-028 Линдула10.JPG Линдуловск урманы Ленинград өлкәһе

Выборг районы

Яҡындағы тораҡ — Рощино ҡасабаһы
540-029 Troitsky Most.JPG Нева йылғаһы яры һәм яр буйҙары Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе
540-030 Orekhvaya & Voron'ya Mountain.jpg Ижора һикәлтәһе Ленинград өлкәһе

Волосов районы
540-031 Ореховая Гора. Озеро в Междугорье.jpg Дудергофские бейеклеге Санкт-Петербург

п. Можайск (тарихи район)
540-032 Koltushimount1.jpg Колтушск ҡалҡыулығы Ленинград өлкәһе

Всеволожск районы

д. Колтуши
540-033 Юкковск ҡалҡыулығы Ленинград өлкәһе

Всеволожск районы

д. Юкки
540-034 Strelna highway 05.jpg Юлдар:

Мәскәү шоссеһы, Киев шоссеһы, Ленинград — Павловск тимер юлы, Пушкин — Гатчина шоссеһы, Волхонск шоссеһы, Таллинн шоссеһы, Петергоф юлы, Ропшинск шоссеһы, Гостилицк шоссеһы, Приморск шоссеһы, Выборг шоссеһы, Колтушск шоссеһы, Лиговск каналы, Кронштадт шоссеһы
Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе
540-035 Боголюбов А П Открытие Петербургского морского канала 1886.jpeg Фарватерҙар: Петровск, Кронштадт, Зеленогорск, шулай уҡ Диңгеҙ каналы Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе
540-036 130x130пкс Дандың йәшел һыҙаты менән Йәшәү юлы Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]