Эстәлеккә күсергә

Шахмат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сатраш битенән йүнәлтелде)
Шахмат
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Шаһ
Жанр интеллектуальная игра[d] һәм абстрактная стратегическая игра[d]
Илһам сығанағы шатрандж[d]
Минимальное число игроков 2
Максимальное число игроков 2
Регулируется ФИДЕ
Һештег chess
Пиктограмма
3D-модель
Вики-проект Проект:Шахматы[d] һәм Проект:Математика[d]
Схематичная иллюстрация
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 696 206 һәм 459 838
Stack Exchange сайты chess.stackexchange.com
Был датанан һуңыраҡ 1470
 Шахмат Викимилектә

Ша́хмат (фарсы. شاه مات ‘шах мат’, «шаһ үлде»[1]) — сәнғәт (в части шахмат төҙөлөшө ), фән һәм спорт элементтарын берләштергән 64 шаҡмаҡлы таҡтала уйнала торған логик өҫтәл уйыны [2]. Шахматты бер нисә төркөм кеше бер-береһенә ҡаршы, йәки бер кешегә ҡаршы уйнай ала ; бындай уйындар ғәҙәттә консультация уйындары тип атала. Бер көсөлө шахматсы бер нисә кешегә ҡаршы айырым таҡталарҙа уйнау бер ваҡытта уйнау сеансы тип атала . Уйын билдәле ҡағиҙәләргә буйһона; рәсми турнирҙарҙа ФИДЕ ҡағиҙәләре ҡулланыла[3][4], улар фигураларҙың йөрөшөнә генә түгел, судья хоҡуғы, уйынсыларҙың тәртибенә лә ҡағыла . Хат , телефон аша, интернета уйнауҙың үҙ ҡағиҙәләре бар . Шахмат төрлө ҡағиҙәле, фигуралы булыуы мөмкин , таҡта ҙурлығы буйынса ла айырыла . Шахмат төҙөлөшөнөң бер бүлеге — әкиәт шахматы. Математикала шахмат уйынының төрлө аспекты, шулай уҡ компьютер моделләүе аша, өйрәнелә (мәҫәлән, классик « Ат йөрөшө тураһында мәсьәлә» и « Һигеҙ ферзь тураһында мәсьәлә»).

Шахмат тарихының мең йыл ярымлыҡ тарихы бар тип иҫәпләнә. Шахматтың бер нисә төрө бар — «һинд», «Византия» һәм башҡа төрҙәре шахматтың үҫешен һәм донъяла таралыуын аңлата. Иң киң таралған, иң тәүҙә килеп сыҡҡан уйын- чатуранга Һиндостан да беҙҙең эраның VI быуатынан билдәле. Иран шахы Хосров I Ануширван (531—579) был уйын ҡағиҙәләрен ошо ваҡытта Һиндостандан алған[5]. Һиндостанға күрше килдәрҙә чатуранга бер аҙ үҙгәрә. Ғәрәп Көнсығышында ул шатрандж (сатраш), Көньяҡ-көнсығыш Азияла — сянци (Ҡытай), макрук (Таиланд) һәм сёги (Япония). Шатрандж (сатраш) IXX быуаттарҙа ғәрәптәрҙән Европға һәм Африкаға барып етә . Европа шахматсылары уйынды үҙгәртеүҙе дауам иткәндәр, XV быуатҡа хәҙер «классик» тип аталған ҡағиҙәләр булдырылған . Халыҡ-ара турнирҙар үткәрелә башлағас, ҡағиҙәләрҙе һуңғы тапҡыр XIX быуатта стандартлаштырғандар. 1886 йылдан шахмат буйынса донья чемпионы исеме өсөн ярыштар ойошторола. 1924 йылда Халыҡ-ара шахмат федерацияһы— ФИДЕ ойошторола , XX быуат уртаһынан алып, күпселек халыҡ-ара ярыштар уның етәкелегендә үткәрелә.

Таҡта һәм баштағы позиция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
abcdefgh
8
a8 чёрные ладья
b8 чёрные конь
c8 чёрные слон
d8 чёрные ферзь
e8 чёрные король
f8 чёрные слон
g8 чёрные конь
h8 чёрные ладья
a7 чёрные пешка
b7 чёрные пешка
c7 чёрные пешка
d7 чёрные пешка
e7 чёрные пешка
f7 чёрные пешка
g7 чёрные пешка
h7 чёрные пешка
a2 белые пешка
b2 белые пешка
c2 белые пешка
d2 белые пешка
e2 белые пешка
f2 белые пешка
g2 белые пешка
h2 белые пешка
a1 белые ладья
b1 белые конь
c1 белые слон
d1 белые ферзь
e1 белые король
f1 белые слон
g1 белые конь
h1 белые ладья
8
77
66
55
44
33
22
11
abcdefgh
Начальное положение фигур

Уйын бер тигеҙ итеп квадрат шаҡмаҡтарға, йәки ҡырҙарға бүленгән таҡтала бара.Таҡтаның үлсәме— 8×8 шаҡмаҡ. Вертикаль ҡырҙар рәттәре (вертикалдәр) а хәрефенән h хәрефенә тиклем латин хәрефтәре һулад уңға, горизонталь рәттәр (горизонталдәр) — 1 һанынан алып, 8 һанына тиклем аҫтан өҫкә табан; һәр бер ҡыр тейешле хәреф һәм һан менән билдәләнә. Ҡырҙар ҡара (ҡуңыр) һәм асыҡ төҫкә буяла ( шуға ҡара һәм аҡ тип атала), йәнәшә торған ҡырҙар вертикаль һәм горизонталь яҡҡа төрлө төҫтәргә буяла. Таҡтала иң яҡын уң яҡ мөйөштәге ҡыр аҡ булырға тейеш ( аҡтар өсөн ул- h1, ҡаралар өсөн— а8 ҡыры).

Башта ике яҡта ла шахмат фигуралары иҫәбе бер иш. Бер яҡтағы фигуралар «аҡ»,ҡалғандар— «ҡара» тип атала. Аҡ фигуралар асыҡ төҫтә, ҡаралар ҡара йәки ҡуңыр төҫтә. Уйынсылар үҙҙәре фигуралар төҫөнә ҡарап, «аҡтар» һәм «ҡаралр» тип йөрөтөлә.

Фигуралар тупланмаһында : король (♔, ♚), ферзь (♕, ♛), ике ладья (♖, ♜), ике фил (♗, ♝), ике ат (♘, ♞) һәм һигеҙ пешка (♙, ♟) булырға тейеш. Баштағы позицияла ике яҡтың фигуралары ла диаграммала күрһәтелгәнсә ҡуйыла. Аҡтар беренсе һәм икенсе горизонталдәрҙә , ҡаралар етенсе һәм һигеҙенсе горизонталдәрҙә урынлаша. Ике яҡтың пешкалары икенсе һәм етенсе горизонталдәргә теҙелә.

Шахматные фигуры, слева направо: король, ладья, ферзь, пешка, конь, слон

Уйынсылар сиратлашып фигуралар менән йөрөргә тейеш. Аҡтар башлай. Ҡайһы бер сикләүҙәрҙән тыш (үткәндә алыу, рокировка) уйынсы үҙенең фигураһын икенсе яҡтың ҡырына түбәндәге ҡағиҙәләр буйынса күсерә :

  • Фигуралар (аттан башҡалар) тура йөрөй, баштағы һәм аҙаҡҡы ҡырҙар араһындағы ҡырҙар буш булырға тейеш ( унда үҙ, йәки сит фигуралар булмаҫҡа тейеш). Был ҡағиҙә ат менән йөрөшкә генә ҡағылмай ( ары аңлатыла).
  • Үҙ фигураң торған ҡырға йөрөргә ярамай.
  • Сит фигура торған ҡырға йөрөгән фигура таҡтанан алына (алыу, йәки һуғыу тиҙәр).
  • Король күрше шаҡмаҡҡа вертикаль, горизонталь һәм диагональ буйынса йөрөй.
  • Ферзь вертикаль, горизонталь йәки диагональ буйынса төрлө алыҫлыҡҡа йөрөй.
  • Ладья вертикаль йәки горизонталь буйынса төрлө алыҫлыҡҡа йөрөй .
  • Фил диагональ буйынса төрлө алыҫлыҡҡа йөрөй.
  • Ат « Г хәрефе» менән йөрөй: вертикаль буйынса ике һәм горизонталь буйынса бер шаҡмаҡ йәки киреһенсә, горизонталь буйынса ике һәм вертикаль буйынса бер. Йәки шулай тиергә була: ул үҙе тирәһендәге вертикаль, горизонталь йәки диагональ буйынса урынлашҡандарҙан тыш 5х5 квадратындағы теләһә ниндәй шаҡмаҡҡа йөрөй. Ат йөрөргә тейешле ҡыр үҙе торған ҡыр төҫөндә булырға тейеш түгел. Башҡа фигураларҙан айырмалы, атҡа йөрөш ваҡытында юлында осраған фигуралар ҡамасауламай (ат улар аша «һикереп сыға»).
  • Пешка тик алға йөрөй ( «алға» тип аҡтар өсөн һигеҙенсе горизонталгә йүнәлеш, ҡаралар өсөн беренсе горизонталгә йүнәлеш атала): фигура алмайынса— вертикаль буйынса бер ҡыр алға, фигура алып — диагональ буйынса бер ҡыр алға- уңға йәки алға- һулға. Әгәр пешка баштағы ҡырҙа торһа (икенсе горизонталь аҡтар һәм етенсе ҡаралар өсөн ), ул бынан тыш алмайынса алға ике ҡырға алға йөрөй ала. Пешка һуңғы горизонталгә йөргөдә (аҡтар — һигеҙенсегә, ҡаралар— беренсегә), ул , королдән башҡа, шул уҡ төҫтәге башҡа фигура менән алмаштырыла( пешканың үҙгәреүе). Пешканың үҙгәреүе- һуңғы горизонталгә йөрөштөң бер өлөшө. Шулай итеп, әгәр ҙә пешканан үҙгәргән фигура ҡаршы яҡтың короленә ҡурҡыныс тыуҙыра икән, пешка менән һуңғы горизонталгә йөрөш һөҙөмтәһендә королгә шах була.

Бөтә фигураларҙың да йөрөшө түбәндәге диаграммала күрһәтелгән. «Х» билдәһе менән фигура үҙе торған ҡырҙан ҡайһы ҡырға йөрөй ала икәне күрһәтелгән.

Фигура йөрөш ваҡытында был ҡырҙағы сит фигураны ала алһа, ҡыр ҡурҡыныс аҫтында ҡалған йәки атылған тип атала (был ҡырҙа фигура булыу, булмауына ҡарамаҫтан). Фигура менән унда йөрөп булмаһа ла, ҡыр атылған тип иҫәпләнә, сөнки үҙ короле өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра.

Ике айырым йөрөш бар:

  • Рокировка —әгәр король менән шул уҡ төҫтәге ладья уйын башынан алып, урындарынан ҡуҙғалмаһа, бер-береһе менән урындарын бер йөрөш менән алмаштыра ала (рокировка эшләү). Рокировка эшләгәндә король ладьяға табан 2 шаҡмаҡҡа күсә ала, ә ладья королдең баштағы һәм аҙҙаҡҡы позициялары араһындағы ҡырға ҡуйыла. Әгәр король менән ладья йөрөш эшләгән булһа, рокировка эшләргә ярамай. Әгәр король менән ладья араһында берәй фигура торһа, шулай уҡ король торған ҡырға, йәки ул үтергә тейеш ҡырға, шулай уҡ ул алырға теләгән ҡырға ҡаршы яҡтың берәй фигураһы ҡурҡыныс менән янай икән, ваҡытлыса рокировка эшләргә ярамай. «#Тейҙең — йөрө» ҡағиҙәһе маҡсаты өсөн рокировка ладья йөрөшө түгел, ә король йөрөшө тип иҫәпләнә, шуға рокировканы ладьяны түгел, ә королде күсереп ҡуйыуҙан башларға кәрәк.
  • Үткән саҡта алыу — пешка ҡаршы яҡ пешкаһы ҡурҡыныс менән янаған атылған (битое) ҡыр аша ике шаҡмаҡ йөрөш яһағанда, ҡаршы яҡтың пешкаһы уны үҙ йөрөшө ваҡытында ала (һуға) ала. Был осраҡта ҡаршы яҡтың пешкаһы атылған ҡырға күсә, ә атылған (һуғылған) пешка таҡтанан алына (миҫалды диаграмманан ҡарағыҙ). Үткән саҡта алыу пешка атылған ҡыр аша үткәнгә яуап итеп кенә эшләнә, бынан һуңғы йөрөштәр ваҡытында ул рөхсәт ителмәй .
  • Атылған ҡырҙа торған король «шах» аҫтында (ҡурҡыныс янаған) тип атала. «Шах иғлан итеү»- ҡаршы яҡтың короле шах аҫтында ҡалырлыҡ йөрөш яһау. Йөрөгән уйынсының королен шах аҫтында ҡалдыра торған йәки шах аҫтына ҡуя торған йөрөштәр тыйыла; короле шах аҫтында ҡалған уйынсы был хәлде бөтөрөргә тейеш.
  • Әгәр короле шах аҫтында ҡалған уйынсының был «шах»тан сығырлыҡ бер йөрөшө лә юҡ икән, уйынсы « мат алған» тип иҫәпләнә, тимәк, ул еңелә. Уйындың маҡсаты- ҡаршы яҡтың короленә мат ҡуйыу.
  • Әгәр уйынсы үҙ сиратында ҡағиҙәләргә ярашлы бер йөрөш тә яһай алмаһа, әммә уйынсының короле шах аҫтында булмаһа(уға шах янамаһа), был хәл пат тип атала.

Уйын ике яҡтың береһенең еңеүе, йәки тигеҙ иҫәп менән (ничья) тамамлана.

Еңеү түбәндәге осраҡтарҙа билдәләнә:

  • Мат. Мат ҡуйған уйынсы еңә.
  • Бер уйынсы еңелеүен таныны . Ары ҡаршы тороуҙың файҙаһы юҡ икәнде аңлаған уйынсы теләгән ваҡытта уйынды туҡтата ала, бының өсөн ул ҡысҡырып «еңелдем» (сдаюсь) тип әйтергә ( йәки щахмат сәғәтен туҡтатырға) тейеш. Уға ҡаршы уйнаған уйынсы еңеүсе тип иғлан ителә.
  • Бер уйынсы ваҡытын уҙҙырҙы. Уға ҡаршы уйнаған уйынсы, ҡайһы бер осраҡтарҙан тыш, еңеүсе тип табыла ( «Ваҡытты контролдә тотоу» бүлегендә һүрәтләнә).
  • Техник еңеү — ошо осраҡтарҙа рәсми турнирҙа уйынсы еңеүсе була:

әгәр уға ҡаршы уйнарға тейеш уйынсы

    • турнир ҡағиҙәләре буйынса уйын партияһына билдәле ваҡыт эсендә килеп етмәһә (хәҙер һис һүҙһеҙ, күпме булһа ла һуңға ҡалған осраҡта);
    • партияны туҡтатһа ( партияны башлағас, ары дауам итергә теләмәй);
    • ҡағиҙәләрҙе боҙһаа һәм судьяға буйһонмаһа;
    • 2 ҡағиҙә рөхсәт итмәгән йөрөш яһаған саҡта;
    • блиц йәки тиҙ шахмат уйыны (бөтә партияға 60 минуттан әҙерәк) барышында ҡағиҙәләр рөхсәт итмәгән йөрөш яһаған осраҡта, ҡаршы яҡ уйынсыһы үҙ йөрөшөнә тиклем был хатаны күрһә.
Техник еңеү уйын булмаған осраҡта, уйынсыға ниндәй ҙә булһа сәбәп менән ҡаршы уйнарға уйынсы табылмаһа, билдәләнә һәм турнир уҙғарыу ҡағиҙәләрендә бындай осраҡ алдан яҙыла (мәҫәлән, әгәр уйынсы турнирҙан төшөп ҡалһа, Швейцария системаһы буйынса уҙғарылған турнирҙа уйынсылар таҡ һан булғанда).

Тигеҙ иҫәп була торған осраҡтар:

  • Пат.
  • Уйынсылар тигеҙ иҫәпкә риза , йәки бер уйынсы тигеҙ иҫәп тәҡдим итә, икенсеһе быға риза була. Бының өсөн уйынсының йөрөш ваҡытында «тигеҙ иҫәп» тип әйтеүе етә. Әгәр икенсе уйынсы тағы бер йөрөш эшләһә, был уның тигеҙ иҫәпкә риза булмауын аңлата. Турнир ҡағиҙәләре [6] тигеҙ иҫәпте үҙ фигураңды күсергәндән һуң, сәғәткә баҫҡанға тиклем тәҡдим итергә кәрәк тип билдәләй; әгәр уйынсы үҙ фигураһын күсергәнсе тигеҙ иҫәп тәҡдим итә икән, икенсе уйынсы тәҡдимгә яуап бирерҙән алда беренсе уйынсының үҙ йөрөш эшләүен талап итә ала (тик был мотлаҡ эш түгел) . Һуңғы ваҡытта ҡайһы бер турнирҙарҙа уйынсыларҙың бер-береһе менән тигеҙ иҫәпкә килешеүен сикләүсе «София ҡағиҙәләре» (Корсика ҡағиҙәләре) ҡулланыла.
  • Мат хәленә бер ниндәй ҙә йөрөштәр тәртибе менән етеп булмай (мәҫәлән, таҡтала фигуралар һаны уйынсыларҙың береһе тарафынан да мат ҡуйырлыҡ түгел— король һәм бер фил королгә ҡаршы икән ти).
  • Өс тапҡыр бер үк позицияны ҡабатлау ( өс йөрөш рәттән булмаһа ла), позиция төшөнсәһенә бында фигураларҙың урынлашыу тәртибе, йөрөштәр сираты һәм мөмкин булған йөрөштәр ( шул иҫәптән ике яҡ өсөн дә рокировка һәм үтеп барғанда алыу хоҡуғы ) инә. Тигеҙ иҫәпте билдәләү өсөн өс тапҡыр бер үк позицияны күреп ҡалған уйынсы судьяға мөрәжәғәт итергә тейеш; башҡа осраҡта уйын дауам итә. 2014 йылдың июленән позиция бер –бер артлы биш йөрөш ваҡытында биш тапҡыр ҡабатланһа , партия шулай уҡ тигеҙ иҫәп менән тамамланған тип иҫәпләнә, был осраҡта уйынсыларҙың мөрәжәғәт итеүе кәрәкмәй [7].
  • 50 йөрөш ҡағиҙәһе. Әгәр ике яҡ та һуңғы 50 йөрөш фигуралар алмаһа һәм пешкалар йөрөтмәһә. Өс тапҡыр позициялар ҡабатланғандағы кеүек үк тигеҙ иҫәп уйынсыларҙың береһенең талабы буйынса билдәләнә. XX быуатта был ҡағиҙә күп тапҡыр үҙгәртелә, уға төрлө ташламалар өҫтәлә.Хәҙер бөтә ташламалар ҙа юҡҡа сығарылған, 50 йөрөш ҡағиҙәһе теләһә ниндәй позицияла ла ғәмәлдә ҡала [8]. 2014 йылдың июленән алып, әгәр ике яҡ та фигуралар алмай һәм пешка менән йөрөмәй 75 йөрөш эшләһә, партия тигеҙ иҫәп менән тамамланды тип иҫәпләнә (уйынсылар белдермәһә лә)[7].
  • Уйынсыларҙың береһе уйын ваҡытын үткәреп ебәрһә. «Ваҡытты контролдә тотоу» бүлегендә һүрәтләнгән ҡайһы бер осраҡтарҙа тигеҙ иҫәп яҙыла.
  • Уйынсының ике минуттан әҙерәк ваҡыты ҡалған осраҡта; тик уға ҡаршы уйнаусы «ғәҙәти саралар» менән еңергә тырышмаһа, йәки улай еңеп булмаһа . Ике минуттан әҙерәк ваҡыты ҡалған уйынсы талабы буйынса судья тигеҙ иҫәп иғлан итә ала. Был турала «Ваҡытты контролдә тотоу» бүлегендә енетекләберәк яҙылыр.

Һөҙөмтәгә ҡарап, уйынсы мәрәйҙәр ала:

  • Еңеү— 1 мәрәй;
  • Тигеҙ иҫәп — ½ мәрәй ( 1867 йылда Данди шахмат турниры ваҡытында индерелә);
  • Еңелеү — 0 мәрәй.

Ҡайһы бер ярыштар ваҡытында мәрәйҙәр икенсе төрлө система буйынса бирелә, мәҫәлән, «футбол» системаһындағыса: 3- еңеү өсөн, 1- тигеҙ иҫәп булғанда һәм 0 - еңелгән осраҡта.

Бөтә уйынсылар (командалар ҙа) уйнаған партиялар һаны тигеҙ булырға тейешле турнирҙарҙа , еңеүсе партияларҙа һәм микроматчтарҙа йыйылған мәрәйҙәр иҫәбенә ҡарап билдәләнә.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәрәйҙәр иҫәбе тигеҙ булмаһын өсөн) төрлө коэффициенттар, мәҫәлән, Зоннеборн-Бергер системаһы киң ҡулланыла.

Турнир ҡағиҙәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярыштар уҙҙырыуға бәйле профессиональ талаптар бөтә уйынсылар өсөн тәғәйенләнгән турнир ҡағиҙәләрен булдырыуға килтерә. Уларҙы ҡабул итеү төп ҡағиҙәләргә тәьҫир итә (тейҙеңме—йөрө, үткәндә алыу һәм башҡа).

Хаталарҙы төҙәтеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Уйын ваҡытында таҡта дөрөҫ ҡуйылмағаны асыҡланһа, хата уйын ваҡытында төҙәтелмәй: таҡтала позициялар үҙгәрмәй, аҡ фигуралар менән уйнаған яҡта уңдағы аҡ мөйөш h1 була.
  • Башта фигуралар дөрөҫ ҡуйылмағаны асыҡланһа, был ваҡытҡа тиклем өс йөрөштән артыҡ эшләнмәһә (3 йөрөш ҡағиҙәһе), фигуралар дөрөҫ тәртиптә теҙелергә тейеш.
  • Яңғылыш йөрөш (ҡағиҙә буйынса ярамаған) эшләгән уйынсы, мөмкин булһа шул уҡ фигура менән яңынан йөрөргә тейеш. Если ошибочный ход замечен не сразу, партия должна быть переиграна с этого места Хата йөрөштө бер аҙҙан ғына күреп ҡалһалар, партия ошо урындан яңынан уйналырға тейеш .
    • Ҡағиҙәнән ситләшеү: блиц-партияла уйынсы яңғылыш йөрөш эшләһә, икенсе уйынсы быны күреп ҡалып, яуап итеп йөрөш яһамаһа, беренсе уйынсыға еңелеү яҙыла. Әгәр икенсе уйынсы йөрөш эшләһә, йәки ниндәй ҙә булһа фигураны алһа, уйын дауам итә.
    • Әгәр яңғылыш эшләнгән йөрөш ваҡытындағы позицияны яңынан тергеҙеп булмаһа, партия һуңғы билдәле булған позициянан яңғылышлыҡ киткән позицияға тиклем яңынан уйнала.
    • Беренсе яңғылыш йөрөш өсөн уйынсыға яза итеп уға ҡаршы уйнаған уйынсыға, әгәр уның ваҡыты 5 минуттан аҙыраҡ ҡалһа, 2 минут өҫтәп бирелә. Икенсе яңғылыш йөрөш өсөн уйынсыға еңелеү яҙыла.
  • Уйынсы рокировка эшләр өсөн башта яңғылыш ладьяны ҡуҙғатһа, ладья менән йөрөргә тейеш. Уйынсы ҡағиҙәне боҙоп рокировка эшләһә (мәҫәлән,атылған ҡыр аша), уның урынына , бындай йөрөш эшләп булһа, король менән йөрөргә тейеш .
  • Турнир партияһы башланғандан һуң уйынсылар турнир расписаниеһында ҡуйылған төҫтәр менән уйнамағаны мәғлүм булһа, партия яңынан уйнала.

Баш тартыу тыйыла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Уйынсы икенсе уйнсыға тигеҙ иҫәп тәҡдим иткәс, уны кире алырға ярамай.
  • Уйынсы еңелеүен танығандан һуң кире уйлай алмай.
  • Йөрөш яһалған осраҡта, уйынсы ҡулын фигуранан алған булһа, йөрөштө үҙгәртеп булмай (кирегә йөрөп булмай), был тик йөрөш эшләп булмаған ваҡытта ғына рөхсәт ителә.

«Тейҙең — йөрө» һәм «ҡулын алды — йөрөш эшләнде» ҡағиҙәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Был ҡағиҙәләр тик алдан уйлап фигураға үҙ йөрөшө ваҡытында тейеүгә ҡағыла.
    • Үҙ фигураһына тейгән уйынсы был фигура ниндәй йөрөш эшләй ала, шул йөрөштө яһарға тейеш .
    • Сит фигураға тейгән уйынсы уны ошо йөрөш ваҡытында алырға тейеш.
    • Ҡағиҙә буйынса йөрөш яһап булмаған фигураға , йәки был йөрөш ваҡытында алып булмаған фигураға тейгән осраҡта, бер ниндәй ҙә яза (эҙемтә) булмай.
    • Рокировка -король йөрөшө. Шуға күрә рокировка ваҡытында башта королде, шунан ладьяны күсерергә. Уйынсы роикровка эшләргә уйлап, яңғылыш башта ладьяға тотонһа, рокировка урынына башта ладья менән йөрөргә тейеш.
    • Уйынсы бер нисә йөрөп була торған йәки алып була торған фигураға тейһә, ул иң беренсе тейгән фигура менән йөрөргә йәки уны алырға тейеш.

Ҡағиҙәнән тайпылыш :

      • уйынсы үҙ короленә тотонһа һәм уның менән йөрөргә тейеш булһа, һуңыраҡ үҙ ладьяһына тотонһа, һәм был ладья яғына рокировка эшләп булаһа, ул был рокировканы эшләргә тейеш .
      • уйынсы үҙ фигураһына тейһә һәм уның менән йөрөргә тейеш булһа, унан һуң икенсе уйынсының ошо фигура менән алып булған фигураһына тейһә , ул был фигураны алырға тейеш.
      • уйынсы икенсе уйынсының фигураһына тотонһа һәм уны алырға тейеш булһа, һуңынан ошо фигураны ала (һуға) алған үҙ фигураһына тотонһа, ул икенсе уйынсының был фигураһын алырға тейеш .
      • уйынсы , юғарыла яҙылғанса, ниндәйҙер йөрөш яһарға тейеш икән, был йөрөш ваҡытында башҡа фигураларға тейеп китеү бер ниндәй ҙә эҙемтәгә килтермәй.
    • әгәр иң башта ҡайһы фигураға тейелгә н икәнен белеп булмаһа, был фигура йөрөш яһарға тейеш булған уйынсыныҡы тип иҫәпләнә, уға ҡаршы уйнаған уйынсыныҡы тип иҫәпләнмәй. (ФИДЕ ҡағиҙәһе 4.3)
    • уйынсы матур тормаған фигураны рәтләп ҡуйырға теләһә «Рәтләп ҡуям» (поправляю) (ингл. I adjust, франц. J’adoube) тип әйтергә тейеш һәм шунан һуң ғына фигураһын рәтләп ҡуйырға тейеш. Был осраҡта фигураға тейеүҙең бер ниндәй эҙемтәһе лә булмай. 1967 йылда зона-ара турнир ваҡытында Югославия гроссмейстеры Милан Матулович, еңелеүгә килтерә торған йөрөш эшләгәндән һуң, «J’adoube» тип әйтеп, фигураһын кире урынына ҡуя . Уға ҡаршы уйнаған Иштван Билек судьяға был турала әйтә, тик судья был хәлде эҙемтәһеҙ ҡалдыра. Был ваҡиғанан һуң Матуловичҡа «Жадубович» ҡушаматы тағыла[9].
  • Башҡа йөрөш яһағанда уйынсы фигураға яңғылыш тейеп китһә, бының бер ниндәй ҙә эҙемтәһе булмай.
  • Ҡаршы яҡ йөрөш яһағанда уйынсыға үҙ фигураларына тейеү тыйыла.
  • Уйынсы үҙ фигураһын икенсе ҡырға күсереп ҡуйып, унан ҡулын алһа, йөрөш тамамланған тип иҫәпләнә һәм уны кире күсереп булмай ( әгәр ул ҡағиҙәләргә тап килһә). Ҡулын алғанға тиклем уйынсы , әгәр башҡа йөрөш эшләргә теләһә, фигураны баштағы ҡырға кире ҡуя ала. Был « ҡулыңды алдың — йөрөш тамам » тигән ҡағиҙә. Ҡағиҙәнән тайпылыштар һәм айырым осраҡтар:
    • Уйынсы ҡулын королдән алғас та, рокировканан баш тартырға ярамай.
    • Пешканың икенсе төрлө йөрөүе: уйынсы пешканан ҡулын алғанда һуң ул йөрөштө үҙгәртә алмай. Икенсе йөрөш ҡырына фигура тейеү менән фигура һайлауҙы үҙгәртеп булмай.
  • Түбәндәге бөтә шарттар ҙа үтәлһә, йөрөш тамамланды тип иҫәпләнә:
    • Уйынсы йөрөш яһаған фигураһынан ҡулын алһа.
    • Фигура алғандан һуң— уйынсы алған (һуҡҡан) фигураны таҡтанан алһа.
    • Рокировк осрағында — уйынсы король менән ладьяны урындары менән алмаштырғас һәм ладьянан ҡулын алғас.
    • Пешка йөрөшөн үҙгәрткәндә — уйынсы үҙгәреү ҡырына ҡуйылған яңы фигуранан ҡулын алғас.
Ошонан һуң ғына шул уҡ ҡул менән шахмат сәғәте күсерелә.
  • Уйынсы сираттағы йөрөш эшләр өсөн үҙ фигураһына тейеү менән уға ҡаршы уйнаусының ҡағиҙә боҙоуы тураһында белдереү хоҡуғынан яҙа.

Ваҡытты контролдә тотоу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шахматные часы

XIX быуаттан башлап, ваҡытты контролдә тота башлағандар. Башта бының өсөн ҡом сәғәтен, һуңыраҡ, 1883 йылда Томас Брайт Уилсон (Thomas Bright Wilson) механик шахмат сәғәте эшләгән[10]. Ул сәғәт бер аҙ үҙгәртелгәндән һуң, XX йыл башына хәҙерге рәүешен ала: ике сәғәт механизмы, бер-бер артлы ике кнопканың береһенә баҫып, ҡабыҙыла. Ваҡыттың үтеүен сәғәттәге минут теле 58-се минутта күтәрә башлаған бәләкәй генә ҡыҙыл билдәнең («флажок») төшөүе белдерә (60 минутта ул элекке хәленә ҡайта). Уйында «цейтнот», «ваҡыт буйынса еңелеү», «блиц», « флажок өсөн уйын»( «игра на флажок»), ваҡыт буйынса хәл насарыраҡ, уйын буйынса яҡшыраҡ булғанда тигеҙ иҫәп мөмкинлеге төшөнсәләре булдырыла.

Хәҙерге ваҡытта рәсми партиялар ваҡытты контролдә тотоп уйнала. Механик сәғәттәр үҙгәрмәнеләр тиерлек, тик хәҙер күберәк электрон сәғәт ҡулланыла, ул ваҡытты контролдә тота һәм йөрөштәрҙе автоматик рәүештә иҫәпләп тә бара . Турнир ҡағиҙәһенә ярашлы партия башланғанда судья аҡ фигуралар менән уйнаған уйынсының сәғәтен ҡабыҙа . Элек турнирҙар ҡағиҙәһе уйынсының күпмегә һуңға ҡала алыуын билдәләй , шулай уҡ һуңға ҡалған өсөн штраф та өҫтәгән . Ғәҙәттә һуңға ҡалған ваҡытты ике тапҡырға артыҡ итеп иҫәпләгәндәр; әгәр уйынсы үҙенә тейеш төп яртыһында партияны башламаһа, уға килмәгән өсөн техник еңелеү яҙылған . Һуңғы йылдарҙа «һуңларға ярамай» (нулевое опоздание)тигән ҡағиҙә ҡулланыла башланы, йәки уйынсы ваҡытында партияны башларға килеп етмәһә, ул килмәгән булып иҫәпләнә. Был осраҡта сәғәтте бөтөнләй ҡабыҙып та тормаҫҡа мөмкин.

Уйынсының сәғәтендә флажок төшһә һәм судья быны күреп ҡалһа, йәки уйынсыларҙың береһе күреп, судьяға хәбәр итһә, был уйынсының ваҡыты бөттө тигәнде аңлата. Был осраҡта флажогы төшкән уйынсы еңелгән тип иҫәпләнә, тик түбәндәге осраҡтарға был ҡағылмай:

  • Таҡтала мат тора. Кем флажогы төшһә лә, мат ҡуйған уйынсы- еңеүсе.
  • Позицияны өс тапҡыр ҡабатлау йәки 50 йөрөш ҡағиҙәһе буйынса таҡтала пат , йәки тигеҙ иҫәп булһа, тигеҙ иҫәп яҙыла .
  • Партия бөтмәгәндә ике уйынсының да флажоктары төшһә ( был хәл уйында механик сәғәт ҡулланғанда булыуы бар- икенсе уйынсы беренсе уйынсының флажогы төшкәнде һиҙмәй ҡалып, сәғәтте туҡтатмаһа һәм үҙ флажогы төшкәнсе уйнаһа), кемдең ваҡыты башта бөтөүгә ҡарамаҫтан, тигеҙ иҫәп яҙыла.
  • Әгәр флажогы төшмәгән уйынсы бер нисек тә мат ҡуя алмай икән, хатта ул насарыраҡ уйнаған хәлдә лә, тигеҙ иҫәп яҙыла .
  • Әгәр партия өсөн ваҡыт 60 минуттан әҙерәк ваҡыт бирелә икән, судья төшкән флажокты инҡар итә алмай. Уйынсылар талабы буйынса төшкән флажокҡа ҡарап, еңеү йәки тигеҙ иҫәп яҙыла.

Цейтнотта тигеҙ иҫәп

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр уйынсының партия аҙағына тиклем 2 минуттан да әҙерәк ваҡыты ҡалһа һәм ул «партнер партияны нормаль саралар менән еңергә тырышмай, йәки нормаль саралар менән еңеп булмай » тип иҫәпләһә, уйынсы сәғәтте туҡтата һәм судьяға тигеҙ иҫәпте талап итеп мөрәжәғәт итә ала. Судья был осраҡта түбәндәге хоҡуғы бар:

  • уйынсының фекере менән ризалашып, шунда уҡ тигеҙ иҫәп иғлан итә
  • ҡарар ҡабул итеүҙе кисектереп тора. Был саҡта ҡаршы яҡҡа 2 минут өҫтәлә, судья мөмкин булһа, үҙе уйынды ҡарап тора һәм флажок төшкәнсе, йәки төшкәс ҡарарын иғлан итә. Әгәр судья уйынсы менән риза икән,тигеҙ иҫәп тураһында белдерә.
  • был талапты шунда уҡ кире ҡаға , был осраҡта икенсе уйынсыға 2 минут ваҡыт өҫтәлә ( ФИДЕ ҡағиҙәләре, 10-сы статья)

Был ҡағиҙәләр блиц-уйында ҡулланылмай ( бөтә уйынға һәр уйынсыға 10 минуттан әҙерәк ваҡыт бирелә).

Халыҡ-ара шахмат федерацияһы (ФИДЕ)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ФИДЕ (FIDE, франц. Fédération Internationale des Échecs) — халыҡ-ара шахмат ярыштарын ойоштороусы төп ойошма, 1924 йылда булдырылған. Бик күп илдәрҙә милли шахматсылар ойошмаһы эшләп килә.

ФИДЕ Халыҡ-ара Олимпия комитетты (МОК) ағзаһы, тик шахмат бер ваҡытта ла Олимпия спорт төрҙәре иҫәбенә инмәй. Ҡайһы ваҡыт шахмат мультиспорт ярыштар программаһына инә: мәҫәлән, ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡатнаш командалар араһында шахмат турнирҙары 2011 йылғы йәйге Универсиада, 2013 йылғы йәйге Универсиада сиктәрендә уҙғарыла, шахмат шулай уҡ Азия уйындары программаһына ла индерелгән.

Шахмат буйынса ике йылға бер айырым олимпиада уҙғарыла, ул- командалар ярышы. Бынан тыш, шахмат Бөтә донъя интеллектуаль уйындарының биш төп төрө иҫәбенә инә.

Луиджи Муссини. «Шахматный турнир при дворе короля Испании», 1883

1575 йылда Мадридта (Испания) король Филиппа II һарайында тәүге халыҡ-ара шахмат турниры ойошторола. Унда ике иң яҡшы Испания шахматсыһына ҡаршы ике Италия шахматсяыһы уйнаған.

XVI быуаттан шахмат клубтары ойошторола башлай.

1821 йылдан халыҡ-ара матчтар, 1851 йылдан турнирҙар уҙғарыла башлай

Лондонда 1851 йылда үткән турнирҙа Адольф Андерсен еңеүсе була. Уға рәсми булмаған «шахмат короле» исеме бирелә, йәки ул донъялағы иң көслө шахматсы тип иғлан ителә.

1886 йылда шахмат буйынса тәүге рәсми донъя чемпионы исеме Вильгельм Стейницҡа бирелә (Иоганн Цукертортты еңә).

Шашка, шахмат уйындарын Рус православие сиркәүе XVI быуатҡа тиклем тыймаған. 1262 йылғы Кормчая книга китабында[11], 1284 йылғы Кормчая книга китабында шахмат уйнауҙы сикләүгә ҡағылышлы һүҙҙәр бар: «Лѣкъι[12] и шахматъι имети да сѧ ωстанеши».

Төрлө уйындарҙы: зернь, шашка, шахмат, кубиктар менән шахмат, ашыҡ (һөйәк) уйындарын 1551 йылда сиркәү башлыҡтары йыйыны (Стоглавый собор) тыя.

1584 йылда инглиз дипломаты Джером Горсей урыҫ батшаһы Иван Грозный шахмат уйнаған саҡта үлеп киткәнен хәбәр итә (был батша осоронда сиркәү уйындарҙы, шулай уҡ шахмат уйнауҙы тыя).

Батша Алексей Михайлович Романов (1645—1676) шахмат ( уға оҡшаш башҡа өҫтәл уйындарын: тавлеи, саки…) уйнарға яратҡан, уландары Алексей, Фёдор һәм Пётрҙы был уйынға өйрәтеүҙе үҙе хәстәрләгән [13].

Әлеге ваҡытта ла православие сиркәүенең ҡайһы бер әһелдәре был уйынды өнәмәй.

Исламда шахмат уйыны(нардтан айырмалы) тыйылмаған. Ләкин ҡайһы бер дин әһелдәре уны зароастризмға эйәреү тип таныған.{{ [14][15]}}

Фланг ҡарау барышында 1-се һәм инглиз дебют башланы һуң таҡталары барлыҡҡа килә.c2-c4. Дебют айырып стратегик ниәтенең төрлөлөгөн, уның ғәҙәттән тыш һығылмалылығы схемаһын төҙөргә, дебют һәм башҡа төрлө перестановка өсөн киң мөмкинлектәр барышында күскәйне.[16]

  1. Шахматы // Российский энциклопедический словарь. / глав. ред. А. М. Прохоров. — М.: «Большая российская энциклопедия», 2000. — С. 1790 (книга 2).
  2. Шахматы // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Правила шахмат ФИДЕ | Детско-юношеский шахматный клуб. juniorchess.ru. Дата обращения: 25 сентябрь 2017.
  4. World Chess Federation - FIDE (ингл.). www.fide.com. Дата обращения: 25 сентябрь 2017.
  5. Мэррей Г. Дж. Р. Насколько стара шахматная игра / Пер. с англ. // Шахматы в СССР. — 1936. — № 12.
  6. Правила предложения и принятия ничьей.
  7. 7,0 7,1 Handbook (правило 9.6). www.fide.com. Дата обращения: 17 ғинуар 2016.
  8. Статья 9: Ничья
  9. Lombardy, William & Daniels, David (1975), "...Matulovich withdrew a move so blatantly that his colleagues nicknamed him "J'aboubovich", is a cherished piece of chess lore.", «Chess Panorama», Stein and Day, сс. 104, ISBN 0-8128-2316-8 
  10. Miguel A. Sánchez. José Raúl Capablanca: A Chess Biography. — McFarland, 2015-08-06. — С. 273. — 564 с. — ISBN 9780786470044.
  11. Коган, Михаил Саулович «История шахматной игры в России», Л.: Рабочее издательство «Прибой», 1927
  12. И. И. Срезневский. Материалы для словаря древнерусского языка по письменным памятникам. Санкт-Петербург, 1890—1912. Том II. Л — П 1902 год. колонка 71. „лѣкъ, лѣка“
  13. Забелин И. Е. Домашний быт русских царей в XVI и XVII столетиях. М.: Институт русской цивилизации, 2014. С. 315. 2020 йыл 31 март архивланған.
  14. الشطرنج حرام واللعب بالورق إن كان على مال فهو حرام وإلا فمكروه - إسلام ويب - مركز الفتوى
  15. أقوال الصحابة تدل على تحريم لعب الشطرنج - إسلام ويب - مركز الفتوى
  16. Инглиз башланы.

Ҡалып:Шахматы Ҡалып:Шахматный инвентарь