Семёнов Вернер Макарович
Семёнов Вернер Макарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 февраль 1945 |
Тыуған урыны | Яҡуп, Яҡшымбәт ауыл советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 25 июнь 2015 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Күмертау, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | Төҙөүсе, йырсы |
Уҡыу йорто | Стәрлетамаҡ төҙөлөш, сәйәсәт һәм хоҡуҡ колледжы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Семёнов Вернер Макарович (19 февраль 1945 йыл — 25 июнь 2015 йыл) — төҙөүсе, үҙешмәкәр композитор һәм йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), төрлө конкурстар лауреаты.
Балалыҡ һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вернер Макарович Семёнов 1945 йылдың 19 февралендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгәнгә, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫкән. Башланғыс белемде ике йыл тыуған ауылында, артабан күрше Васильевка ауылында ала. Артабан уҡыуын Күмертау ҡалаһында яңы асылған Юрий Гагарин исемендәге интернат -мәктәптә дауам итә. Интернат-мәктәптә уҡығанында ул үҙешмәкәр түңәрәктең әүҙем ҡатнашыусыһы була. Шунда уға баянда уйнарға өйрәнең теләге тыуа. Баян түңәрәгенә йөрөй башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәй сәбәп менәндер түңәрәк эше туҡтап ҡала, әммә Вернер баянда уйнарға өйрәнеүен дауам итә. Интернат-мәктәптең баянын ҡулынан төшөрмәй.
Уның икенсе шөғөлө лә була. Спорт буйынса ла бик әүҙем шөғөлләнә. Бар спорт ярыштарында ла беренсе урындарҙы яулай. Физкультура уҡытыусыһы Дәминов Әмир Исхаҡ улы уны тренер булырға өндәй.
Каникул ваҡыттарында Мораптал совхозында эшләп ярым баян һатып ала. Шул ваҡыттан инде музыкаға һөйөүе арта. Үҙе баянда уйнап, үҙе йырлап бар халыҡты таң ҡалдыра. Урта мәктәпте тамамлағас, бер ҙә икеләнмәй «әртис» булырға теләк белдерә. Әммә атаһы ҡаршы сыға. «Әртис булып йәшәп булмай, һиңә өйләнеп, балалар тәрбиәләргә кәрәк!» — тигән һүҙҙәре уны төҙөлөш буйынса уҡырға керергә мәжбүр итә.
Вернер исеменең сере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағында Вернер үҙ исеменән ояла торған булған. Башҡорт балалары араһында ул Үәрнәр булып йөрөгән. Атаһынан ни өсөн Вернер тип атанығыҙ тигән һорауы оҙаҡ йылдар буйы сер булып ҡалған. Атаһы улының һорауына һәр саҡ: «Әлегә әйтергә иртәрәк әле», — тип яуаплаған. Макар бабай 98 йәшенәсә Вернерға был серен асмаған. Ғүмеренең һуңғы йылында, ауырып түшәккә ятҡас ҡына асылған был сер.
1942 йылда Макар Семёнов һуғышҡан хәрби бүлек Смоленск ҡалаһы янында ҡамауҙа тороп ҡала. Ул шулай итеп немецтарға әсирлеккә эләгә. Әсирҙәрҙе, әлбиттә, эшләргә мәжбүр итәләр. Ниндәй генә эштәр башҡармай совет һалдаттары. Иң ауыр эштәр төшә улар елкәһенә. Күп кенә әсир һалдаттар ҡаса. Макар ҙә өс тапҡыр ҡасып ҡарай. Тик эттәр менән эҙләп табып, туҡмап, эттәрҙән талатып кире боралар. Макар Филлипович егәрлелеге, таҙалыҡ яратыусанлығы, ябайлығы менән немецтарҙың ышанысына инә башлай. Мәктәп йылдарында өйрәнгән немец теле иҫенә төшә, конвойсыларҙың һөйләшкәнен аңлай башлай. Бындағы немецтарҙың да Гитлерҙы яратмағанына төшөнә. Гитлерҙы ғаиләләренән айырғаны, көсләп һуғышҡа ебәргәне өсөн ныҡ әрләр булғандар. Уларҙы ике һаҡсы һаҡлаған. Ганс Клавитер һәм Вернер Зальцер. Немец һалдаттары араһында ла антифашистар булған. Ганс менән Вернер ҙа шулар араһынан булғандыр. Дүрт һуғышсыға ҡасып китергә ярҙам итәләр. Ҡасҡындар ике төркөмгә бүленеп, икешәрләп ике яҡҡа йүнәләләр. Макар Семенов һәм Владимир Петров бергә була. Ә инде ғүмере буйына сер итеп һаҡлауының сәбәбе — совет закондарында. Ул ваҡытта СССР дәүләтендә, әсиргә төшкән кешеләргә мөнәсәбәт бик киҫкен торған. Бер әсирлектән ҡотолоп, икенсе әсирлеккә эләгергә теләмәгән. Ул ваҡыттағы совет ҡанундары ла бер кемде лә аямаған. Ә Макар бабай ауылына ҡайтып етә алһам, улым тыуһа, Вернер тип атармын тип маҡсат ҡуя. Теләге тормошҡа ашҡас, ниәтен башҡара.
Студент йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вернер музыкаль белем алырға бик теләһә лә, ата-әсәһе һүҙен йыҡмаған. Төҙөүсе һөнәрен һайлаған. Магнитогорск ҡалаһыдағы Дәүләт университетының сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө факультетына уҡырға инә. Бер аҙҙан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Өс йыл хәрби хеҙмәттән һуң, артабан ни эшләргә тигән сетерекле хәл килеп тыуа. Ата-әсәләре беҙҙән йыраҡҡа китмә тигән ҡәтғи талап ҡуя. Ата-әсә хөкөмө — ҡаты закон. Икенсе яҡтан, уларға ярҙам да кәрәк. Бәхеткә ҡаршы, ошо йыл Күмертау ҡалаһында Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумының киске бүлеге асыла. Ул институттан ошо уҡыу йортона күсә.
Хәрби хеҙмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби хеҙмәткә Вернер Магнитогорск ҡалаһында институтта уҡып йөрөгәндә саҡырыла. Хәрби комиссариат уны һауа десант ғәскәрҙәренә (ВДВ) ебәрергә яҙа. Тик Вернер төҙөлөш батальонына барырға теләген белдерә. Уның теләген ҡәнәғәтләндерәләр. Ул Мәскәү янындағы хәрби төҙөлөш батальонына эләгә. Уға Мәскәү ҡалаһындағы бик күп төҙөлөш объекттарында эшләргә тура килә. Шулай уҡ, ул ваҡыттағы йола буйынса, совхоз һәм колхоздарға ярҙамға ла йөрөтәләр. Хәрби частән төҙөлөш майҙанынаса сафта баралар. Йырға әүәҫ егет һәр саҡ башлап йырлаусы булып йөрөй. Хәрби батальонда хеҙмәт иткән һалдаттарға хеҙмәт хаҡы ла түләнгән. Ул ошо аҡсаға Мәскәүҙән бик матур баян һатып ала.Әрме сафтарында ла үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә бик әүҙем була. Баянын тыуған ауылына алып ҡайта. Ул баян ғүмеренең аҙағынаса тоғро юлдашы була.
Ижади үрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Конкурстарҙа ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаилә хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вернер Семёнов ике тапҡыр өйләнә. Беренсе тапҡыр ул 1971 йылда тыуған ауылы Яҡупҡа йүнәлтмә буйынса килгән ҡыҙға өйләнә. Ул Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылынан. Был ваҡытта егеткә 26 йәш була. Бөтә тиҫтерҙәре өйләнеп бөткән. Ауылда бер үҙе генә буйҙаҡ. Атаһы Макар Филипповичкә совхозға практикаға килгән ҡыҙ оҡшап ҡала һәм егеттең ай-вайына ҡуймай өйләндереп тә ҡуялар. 1972 йылда беренсе улдары Руслан, 1974 йылда икенсе улдары Олег тыуа. Әммә ҡатыны үҙ һөнәре буйынса эшләргә теләй, үҙ яҡтарына ҡайтыу хыялы менән йәшәй. Тик Вернер ата-әсәһен ҡалдырырға теләмәй. Бер көн эштән ҡайтыуына уны буш фатир ҡаршылай. Туғыҙ йыл бергә йәшәгән кәләше балаларын алып, тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Вернерҙың күңелендә бушлыҡ барлыҡҡа килә. Нимә эшләргә белмәй йөрөгәнендә, гәзит-журналдар уҡырға әүәҫләнеп ала. «Эшсе ҡыҙ» («Работница») журналын ҡарап ултырғанда, бик матур шиғырға тап була. Был шиғыр Вернер күңелендә йыр булып тыуа. Шиғырға музыка яҙып, йыр ижад итә. Күмерселәр мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәр концерттар ҡуйғанда башҡара. Шул ваҡыттан Вернер күңеленә оҡшаған шиғырҙарға йырҙар яҙа башлай. Ғаилә менән йәшәгәндә музыка менән шөғөлләнергә мөмкинселек булмай, ике бала тыныс тәрбиә талап итә.
Икенсе тапҡыр үҙенең тормош юлын 1980 йылда Маяҡ ауылында тыуып үҫкән Фәриҙә Имелова менән бәйләй. Фәриҙәнең дә бер генә йәшлек Руслан исемле улы була. 1983 йылда уртаҡ балалары ҡыҙҙары Маргарита тыуа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2003 йыл.