Симанов Александр Михайлович
Симанов Александр Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 ноябрь 1918 |
Тыуған урыны | Успенское[d], Муҡша өйәҙе[d], Пенза губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 23 декабрь 1977 (59 йәш) |
Вафат булған урыны | Пенза, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Яңы Көнбайыш зыяраты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Александр Михайлович Симанов (1 ноябрь 1918 йыл — 23 декабрь 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының 3-сө пулемёт взводы командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 1 ноябрендә Успенское ауылында (хәҙер — Пенза өлкәһе Муҡша районы) эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. 1944 йылдан — ВКП/КПСС ағзаһы. 7 класс тамамлай.
Ҡыҙыл Армияла — 1940 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1941 йылдың июленән.
1943 йылдың 24 сентябрендә 60-сы гвардия кавалерия полкы пулемёт взводы командиры гвардия лейтенанты Александр Симанов ҡулдан эшләнгән һалдарҙа Нивки ауылы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) Днепр аша сыға һәм йылғаның уң ярында алышҡа инә, уның һөҙөмтәһендә полк подразделениелары йылға аша сығыуға өлгәшә. 1943 йылдың 28 сентябрендә Брагин районындағы Вялье ауылы азат ителә һәм 60-сы гвардия кавалерия полкы Галки ауылы йүнәлешендә һөжүмен дауам итә. Әммә ошо ике ауыл араһында немецтарҙың нығытылған бейеклеге була, унан улар көслө пулемёт аҫтында тирәүяҡты тоталар, ә Галки ауылынан — артиллерия уты алға барырға ҡамасаулай. Бейеклекте һис шикһеҙ яуларға кәрәк була. Бында өлкән лейтенант П. И. Карцев етәкселегендә 4-се эскадрон һөжүм итә, әммә ул тиҙҙән атака ваҡытында һәләк була. Эскадрон менән етәкселекте үҙ өҫтөнә гвардия лейтенанты Симанов А. М. ала, ул бейеклекте урап үтергә һәм тылдан һөжүм итергә ҡарар итә. Кавалеристар ағаслыҡтан урау юл менән китә һәм буш урын табып, бейек үләндән шыуышып, бейеклеккә яҡынлашалар. Позицияларҙы һайлап, улар дошманды пулемёт утында тоталар. Бейеклек яулап алына, 4-се эскадронға галки ауылына юл асыла.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Симанов Александр Михайлович Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.[1]
Һуғыштан һуң капитан Симанов А. М. — запасҡа китә. Пенза ҡалаһында йәшәй. Дизель заводында мастер булып эшләй.
1977 йылдың 23 декабрендә вафат була. Пенза ҡалаһының Яңы көнбайыш зыяратында ерләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 3-сө дәрәжә Суворов ордены
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. М. Симановтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои и подвиги. — Саратов, 1972. — Кн. 2.
- Герои Советского Союза — узбекистанцы. — Ташкент, 1984.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984.
- Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Михайлович Симанов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июнь 2014.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- 1 ноябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- 23 декабрҙә вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- III дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы