Эстәлеккә күсергә

Симоньян Маргарита Симоновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Симоньян Маргарита Симоновна
рус. Маргарита Симоновна Симоньян
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй[1]
Тыуған көнө 6 апрель 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2] (44 йәш)
Тыуған урыны Краснодар, РСФСР, СССР[3]
Хәләл ефете Тигран Эдмондович Кеосаян[d]
Внебрачный партнёр Тигран Эдмондович Кеосаян[d][4]
Туған тел урыҫ теле[5]
Һөнәр төрө журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы, баш мөхәррир, радио алып барыусы, сценарий яҙыусы, алып барыусы, пропагандист, репортёр
Эш урыны RT[d][4][6]
Россия сегодня[d][6]
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d], баш мөхәррир[d] һәм баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Кубань дәүләт университеты[2]
Newfound Regional High School[d][2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Общественная палата Российской Федерации третьего состава (2010—2012 год)[d] һәм Список Навального[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 150 000 ± 999 һәм 544 893
 Симоньян Маргарита Симоновна Викимилектә

Симонья́н Маргари́та Симо́новна (6 апрель 1980 йыл) — Рәсәй журналисы һәм медиаменеджеры. 2005 йылдан RT телеканалының, 2013 йылдан «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының һәм 2014 йылдан «Sputnik» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире[7].

Биографияһы

Маргарита Симоновна Симоньян 1980 йылдың 6 апрелендә Краснодар ҡалаһында әрмән ғаиләһендә тыуған. Атаһы һыуытҡыстар йүнәтеү мастеры, әсәһе — баҙарҙа сәскә һатыусы.

Олатаһы Саркис Симонянин — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Олатаһы менән өләсәһенең ғаиләһе 1944 йылда депортациялана[8].

Апаһы Алиса эре федераль проекттарҙы пиар-теркәү менән шөғөлләнә, атап әйткәндә, Ҡырым күперен төҙөүҙе һәм 2018 йылда Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреүҙе тейешенсә яҡтыртыуҙа ҡатнаша, Би-би-синың журналист тикшереүе фигуранты ла була[9][10].

Белеме

Краснодар ҡалаһының сит телдәрҙе тәрән өйрәнеү индерелгән махсус 36-сы мәктәбендә уҡый. Унынсы класта инглиз теле буйынса белемен камиллаштырыу өсөн алмашыу буйынса Нью-Гемпширға (АҠШ) ебәрелә. Кубань дәүләт университетының[11] Журналистика факультетын тамамлай һәм Владимир Познерҙа телевизион оҫталыҡ мәктәбендә уҡый.

Шулай уҡ Манана Асламазяндың «Интерньюс» телевидение мәктәбендә белем ала[12][13][14].

Карьераһының башы

1999 йылдың февраль айынан 2000 йылдың ғинуарына тиклем — «Краснодар» телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе. Хәрби хәбәрсе сифатында чечен һуғышы конфликтын яҡтыртыу менән шөғөлләнә[15]. 2000 йылдың ғинуарында хәрби репортаждар серияһы өсөн Кубань журналистар союзының «Һөнәри батырлыҡ өсөн» премияһы менән бүләкләнә[16].

Анапала ял иткән чечен балалары тураһындағы репортаждары өсөн 2000 йылдың май айында II Бөтә Рәсәй төбәк телерадиокомпаниялары премияһына лайыҡ була. «Краснодар» телерадиокомпанияһының мәғлүмәти программаларының әйҙәүсе мөхәррире итеп тәғәйенләнә[16].

2000 йылдың сентябрендә президент стипендияһын ала. Шул уҡ йылдың декабрендә «Комсомолец Кубани» баҫмаһына биргән интервьюһында «ниндәй ҙә булһа көнбайыш каналында үҙ хәбәрсе булырға һәм Мәскәүҙә эшләргә» теләүе хаҡында белдерә, уның был пландары тормошҡа аша[16].

2001 йылдың февралендә Симоньян Дондағы Ростов ҡалаһына Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләнә. Абхазияла Кодор тарлауығындағы хәрби бәрелештәрҙе яҡтырта.

2002 йылдың сентябрендә Мәскәүгә күсенеп килә һәм «Хәбәрҙәр» каналының махсус хәбәрсе булып эшләй башлай[17][18][19]; бер үк ваҡытта президент пулы журналистары составына инә. «Владимир Путин менән Тура бәйләнеш» телекүперендә хәбәрсе сифатында ҡатнаша[20].

2004 йылдың сентябрендә Бесландағы терористик актты яҡтыртыу менән шөғөлләнә[21][22]. 1-се мәктәптә заложниктарҙы алған мәлдә ул Ҡарасәй-Черкес Республикаһында була.

RT һәм «Рәсәй бөгөн»

Рәсәй президенты Дмитрий Медведев менән Вашингтонда Russia Today телекомплексында, 14 апрель 2010 й.

2005 йылда Russia Today (хәҙер — RT) — тәүлек әйләнәһенә инглиз телендә телетапшырыуҙар алып барған тәүге Рәсәй мәғлүмәт телеканалы барлыҡҡа килгән көндән алып Маргарита Симоньян баш мөхәррир вазифаһын башҡара[23]. Ул 25 йәшенән ошо вазифаны биләй[24]. Һуңынан RT-ның ғәрәп[25] һәм испан (RT Español) телдәрендәге версияларының да баш мөхәррире булып китә[26].

2012 йылда Рәсәйҙең йөҙ иң абруйлы ҡатын-ҡыҙы исемлегенә инә һәм 33-сө урынды биләй. Рейтингты «Эхо Москвы», РИА новости һәм «Огонек» киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре төҙөй[27]. 2013 йылда медиа өлкәһендә Рәсәйҙәге иң абруйлы биш ҡатын-ҡыҙ араһында була[28]. «Огонек» журналының 2014 йылдың март айында баҫылып сыҡҡан «Рәсәйҙең иң абруйлы 100 ҡатын-ҡыҙы» рейтингында Маргарита Симоньян 15-се урынды биләй[29].

Рәсәй президенты Владимир Путин менән Russia Today телеканалының 10 йылллығына арналған күргәҙмәлә, 10 декабрь 2015 й.

«Рәсәй бөгөн» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Дмитрий Киселев Маргарита Симоньянды 2013 йылдың 31 декабрендә «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләй. Шул уҡ ваҡытта ул RT-ның етәксеһе булып та ҡала[30].

2014 йылдың 10 ноябренән «Рәсәй бөгөн» составына ингән Sputnik мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире лә булып тора[31].

RT телеканалы сит илдәр тамашасыларын уңышлы яулағаны өсөн 2014 йылда «Рәсәйҙең медиаменеджеры» милли премияһы бирелә. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса Маргарита Симоньянды Forbes рейтинг «Донъялағы иң абруйлы 100 ҡатын-ҡыҙ» рейтингына индерә (52-се урында), был рейтингыла 13-сө урынды АҠШ-тың экс-дәүләт секретары һәм бынан алдағы һайлауҙарҙың береһендә АҠШ президентлығына кандидат Хиллари Клинтон биләй[32].

2017 йылдың 7 ғинуарында АҠШ ЦРУ-һы доклад баҫтырып сығара, унда, 2016 йылда АҠШ-та үткәрелгән һайлауҙарҙа «урыҫ хакерҙары» йоғонто яһауы арҡаһында Дональд Трамп еңеү яуланы, тип белдерелә. Был докладта RT телеканалы һәм Sputnik агентлығы телгә алына. Докладта улар «пропаганда машинаһы» тип атала. Маргарита Симоньяндың исеме докладта 27 тапҡыр, ә RT — 100 тапҡырҙан күберәк телгә алына.

Маргарита Симоньян түбәндәге комментарий менән яуап бирә: «Ҡәҙерле ЦРУ! Һеҙҙең яҙыуҙа бер генә дәлил дә атап үтелмәгән. Тема асылмаған, сығанаҡтар аталмаған, разведка мәғлүмәттәре иҫкергән һәм/йәки дөрөҫлөккә тап килмәй, рефератты уҡыусы бала яҙғанға оҡшаған. Беҙҙең разведка мәктәбендә бындай халтура өсөн ҡаты яза бирелер ине».

Маргарита Симоньян әйтеүенсә, дәүләт хеҙмәтендә алған эш хаҡын ул тотошо менән хәйриә фондтарына тапшыра[33].

Башҡа проекттарҙа ҡатнашты.

(аудио)
(аудио)
[[:Файл:{{{Имя_файла}}}|{{{Название}}}]]
[[Файл:{{{Имя_файла}}}|left|180px|noicon]]
Помощь по воспроизведению

2011 йылдың апреленән 2012 йылдың февраленә тиклем һәр аҙна «РЕН ТВ» каналында «Что происходит?» тип аталған аналитик программаны алып бара[34][35].

2012 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында — «Коммерсантъ FM» радиостанцияһында «Точка зрения» аҙналыҡ колонкаларҙың алып барыусыһы[36].

2013 йылдың 17 февраленән алып 23 июнгә тиклем (Тина Канделаки менән бергә)[37] — НТВ каналында «Железная леди» сәйәси ток-шоуын алып бара[38].

Ижтимағи эшмәкәрлеге

2008 йылдан — Рәсәй телевидениеһы Академияһы ағзаһы. 2010 йылдан Милли телерадиотапшырыуҙар Ассоциацияһының вице-президенты[28]. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының өсөнсө составы ағзаһы (2010—2012). 2011 йылдың июненән — «Беренсе каналдың» директорҙар советы ағзаһы.

2012 йылдың ғинуарынан мартҡа тиклем президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың «Халыҡ штабы» (Мәскәү буйынса) ағзаһы булып тора[39].

2017 йылға тиклем — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү ҡалаһы буйынса Дәүләт идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы. 2017 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[40][41].

2018 йылдың ғинуарында 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк президент һайлауҙарында Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе булып теркәлә.[42].

Санкциялар

2014 йылдың авгусында Украинаның Телевидение һәм радиотапшырыуҙар мәсьәләләре буйынса Милли советы Украинаға инеү тыйылған Рәсәй телеканалдарының 49 журналисы һәм етәксеһенең исемлегенә Симоньян да индерелгән[43].

Тигран Кеосаян

Шәхси тормошо

Журналист, телепродюсер Андрей Благодыренко менән осрашып йөрөй[44].

2012 йылдан ул ғаиләһенән киткән һәм бынан алдағы ҡатыны Алена Хмельницкая менән 2014 йылда айырылышҡан режиссер Тигран Кеосаян менән никахлашҡан. Режиссер Маргарита Симоньянды үҙенең «Өс дуҫ» фильмында эпизодик ролдә төшөрә, шулай уҡ Симоньян уның бер нисә фильмына сценарийҙар яҙа.

2013 йылдың авгусында Маргарита һәм Тиграндың Марьяна исемле ҡыҙы[45], ә 2014 йылдың сентябрендә — улдары Баграт[46], 2019 йылдың 19 октябрендә Маро исемле ҡыҙҙары тыуа.

Ғаилә Сочила Ҡыҙыл Аҡлан биҫтәһендә урынлашҡан ресторанға хужа[47].

Тәнҡит

2007 йылдың июнендә Рәсәйҙең федераль телеканалдары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырыла, «Каспаров.ру» сайты күҙәтеүсеһе Юрий Гладыш бүләкләнеүселәр араһында телевидениела күҙгә күренеп торған уңыштары булмаған 27 йәшлек Симоньяндың булыуына ғәжәләнеүен белдерә[48].

Симоньяндың шулай уҡ 2011—2012 йылдарҙа «РЕН ТВ» телеканалында сыҡҡан «Что происходит?» авторлыҡ программаһы ла тәнҡит утына тотола. Ә бит ул ваҡытта ваҡытта Рәсәй властарына оппозицияла торған «Яңылыҡтар 24», «Марианна Максимовская менән аҙна» һәм «Репортер тарихы» программалары донъя күрә. «Коммерсантъ» гәзитенең телекүҙәтеүсеһе Арина Бородина Симоньяндың телетапшырыуҙарын «насар грузиндар һәм үтә лә насар американдар рухында эшләнгән совет пропагандаһына» оҡшата[49]. "Газета.ру"ның телекүҙәтеүсеһе Слава Тарощина «Что происходит?» программаһына ҡарата шундай уҡ тәнҡит һүҙҙәрен яуҙыра[50].

Наградалары

Александр Невский орденын тапгшырыу тантанаһында, 23 май 2019 й.
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн<i id="mwATQ">»</i> ордены (2014 йыл) — »Ҡырым ваҡиғаларын объектив рәүештәяҡтыртҡаны өсөн". Указ баҫылып сыҡмаған, Кремлдең матбуғат хеҙмәте аңлатыуына ярашлы «ябыҡ шарттарҙа бүләкләү»
  • Александр Невский ордены (2019 йыл)
  • Дуҫлыҡ ордены (27 июнь 2007 йыл) — Ватан телевидениеһын үҫтереүгә индергән тос өлөшө һәм оҙаҡ йылдар емешле эшләгәне өсөн
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (2010) [источник не указан 740 дней]
  • «Хәрби дуҫлыҡты нығытҡан өсөн» миҙалы (Рәсәй Оборона министрлығы, 9 март 2005 йыл)
  • Мовсеса Хоренаци миҙалы (Әрмәнстан, 18 ноябрь 2010 йыл) — журналистика өлкәһен үҫтереүгә индергән тос өлөшө һәм юғары һөнәр оҫталығы өсөн
  • Дуҫлыҡ ордены (Көньяҡ Осетия, 25 декабрь 2008 йыл) — 2008 йылдың авгусында Грузияның Көньяҡ Осетияға ҡораллы агрессияһы осорондағы ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртҡаны өсөн

Фильмографияһы

  • 2012 — «Три товарища» — роль, журналист
  • 2013 — «Море. Горы. Керамзит» (телевизионный сериал) — сценарий авторы[51]
  • 2017 — «Актриса» (телевизионный фильм) — сценарий авторы[52]
  • 2018 — «Крымский мост. Сделано с любовью!» — сценарий авторы

Библиографияһы

  • Симоньян М. С. «Чёрные глаза» — М.: Абрис/ОЛМА. 2019. — 160 с. — ISBN ?.
  • Симоньян М. С. «В Москву!» — М.: АСТ, Этногенез. 2010. — 288 с. — ISBN 978-5-904454-14-2, ISBN 978-5-17-065406-2.

Иҫкәрмәләр

  1. https://auroraprize.com/en/margarita-simonyan
  2. 2,0 2,1 2,2 https://m-simonyan.livejournal.com/profile
  3. https://www.spisok-putina.org/en/personas/simonyan-2/
  4. 4,0 4,1 https://www.washingtonpost.com/world/2020/11/30/obama-blackface-russia-kremlin-tv/
  5. https://www.shantnews.am/news/view/3919.html
  6. 6,0 6,1 https://www.rferl.org/a/russia-simonyan-belarus-media-freedom-rsf/31288938.html
  7. Главным редактором агентства «Россия сегодня» станет Маргарита Симоньян  (рус.), Forbes, forbes.ru (31 декабрь 2013). 31 декабрь 2013 тикшерелгән.
  8. Маргарита Симоньян: На мне тоже эта метка. Взгляд (30 октябрь 2017).
  9. Маргарита Симоньян. Российская журналистка, главный редактор телеканала Russia Today. Свободная пресса.
  10. Песков заявил о накопившихся вопросах к Би-би-си. Росбизнесконсалтинг (21 декабрь 2018).
  11. Биография Маргариты Симоньян. РИА Новости (31 декабрь 2013).
  12. ОСОБОЕ МНЕНИЕ, Эхо Москвы (6 февраль 2006).
  13. Маргарита Симоньян, уста Кремля, ИноСМИ (2 февраль 2011).
  14. Агентство без петухов: как РИА Новости превращалось в «Россию сегодня». Forbes (10 декабрь 2014).
  15. Корреспондент «Вестей» Маргарита Симоньян: "Я рыдала, когда вела репортажи из Беслана". Девушка-репортер, работавшая возле захваченной школы, отвечает на вопросы «КП». Комсомольская правда (10 сентябрь 2004).
  16. 16,0 16,1 16,2 Симоньян Маргарита Симоновна. Коммерсантъ (8 июнь 2005).
  17. Немолодая женская рука тянулась к президенту (13 май 2005).
  18. Как нам решить проблему регистрации? Комсомольская правда (2 ноябрь 2004).
  19. Путин считает требования к Грузии законными. Вести.ру (17 сентябрь 2002).(недоступная ссылка)
  20. «Прямая линия» с Президентом России. Москва, Кремль, 18 декабря 2003 года. Комсомольская правда (19 декабрь 2003).
  21. «Эмоции людей можно понять!» Штурм школы в Беслане в эфире российских каналов. Полит.ру (6 сентябрь 2004).
  22. «Какие-то люди снимают какие-то фильмы». На государственном ТВ призвали сажать в тюрьму авторов независимых расследований о Беслане. Новая газета (6 сентябрь 2019).
  23. Россия расскажет, что она нравится сама себе? The Washington Times (9 июнь 2005).
  24. "Russia today" сразу после выхода может потерять инвесторов. Труд (7 июнь 2005).
  25. Маргарита Симоньян возглавит телеканал, вещающий на арабском. Vesti.ru (17 декабрь 2007).
  26. Телеканал «Russia Today» начал вещание на испанском языке. Первый канал (28 декабрь 2009).
  27. 100 влиятельных россиянок // Огонёк № 3 (5212), 23.01.2012
  28. 28,0 28,1 Национальная Ассоциация Телерадиовещателей
  29. Рейтинг «100 самых влиятельных женщин России» журнала «Огонёк»
  30. Главным редактором «России сегодня» стала Маргарита Симоньян — Новости Экономики — Новости Mail.Ru. Дата обращения: 31 декабрь 2013. Архивировано 1 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 1 ғинуар архивланған.
  31. Маргарита Симоньян: "Свобода прессы — красивый миф западного мира". Парламентская газета (24 май 2018).
  32. Самые влиятельные женщины мира — 2017. Рейтинг Forbes. wi-fi.ru (2 ноябрь 2017). 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  33. Симоньян заявила, что отдает всю свою зарплату на благотворительность / РИА «Новости».
  34. Маргарита Симоньян станет ведущей РЕН ТВ. Lenta.ru (23 март 2011).
  35. На что насмотрелась страна. Как проходил телевизионный сезон 2010/11 года. Коммерсантъ (1 июль 2011).
  36. «Коммерсантъ FM». Точка зрения: Маргарита Симоньян. Дата обращения: 1 ғинуар 2013. Архивировано 1 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 1 ғинуар архивланған.
  37. «Не собираюсь делать вид, что я объективная». Интервью с Маргаритой Симоньян. Lenta.ru (7 март 2013).
  38. Ксения Собчак рассказала о закрытии шоу «Железные леди». Lenta.ru (12 август 2013).
  39. Список членов «Народного штаба» на сайте putin2012.ru
  40. Состав Общественного совета при ГУ МВД России по г. Москве. 2016 йыл 17 июнь архивланған.
  41. Состав Общественного совета при МВД России созыва 2017—2020 / мвд.рф. 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
  42. Симоньян и Цискаридзе стали доверенными лицами Путина Ведомости, 12.01.2018
  43. Включенный в санкционный список Порошенко Павел Гусев: «Напоминает фашистскую Германию» — Политика — МК
  44. Футболисты «Кубани» расписались на мяче для Маргариты Симоньян. — Югополис, 24.11.2011. Дата обращения: 11 ғинуар 2012.
  45. Сусанна Альперина. Маргарита Симоньян родила дочь Марьяну. Российская газета. rg.ru (12 август 2013). Дата обращения: 7 ғинуар 2014.
  46. Тигран Кеосаян и Маргарита Симоньян назвали сына Багратом. Комсомольская правда (27 сентябрь 2014). Дата обращения: 4 октябрь 2014.
  47. Королева Марго. — Югополис, 10.01.2012. Дата обращения: 11 ғинуар 2012. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
  48. Особое удивление вызвало награждение юной Маргариты Симоньян, не успевшей, по мнению коллег, в силу возраста и малого опыта проявить себя ни на профессиональном поприще, ни на посту руководителя нового пропагандистского канала Russia Today…Сам себе зритель. Каспаров.ру (3 июль 2007).
  49. Арина Бородина. На что насмотрелась страна. Как проходил телевизионный сезон 2010/11 года. Газета «Коммерсантъ» (1 июль 2011).
  50. Верните Невзорова с Доренко!
  51. «Море. Горы. Керамзит»: Олимпиада, больше ада. Афиша-Воздух (20 июнь 2014).
  52. Премьера на НТВ: остросюжетный детектив «Актриса» Тиграна Кеосаяна и Маргариты Симоньян. НТВ (19 декабрь 2017).

Һылтанмалар

Интервью һәм публикациялар