Солтанов Мостафа Кәрим улы
Мостафа Солтанов | |||||
Солтанов Мостафа Кәрим улы | |||||
Тыуған көнө: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе 1‑се Яңы Ҡуңҡаҫ ауылы [1] | ||||
Вафат булған көнө: |
18 февраль 2009 (97 йәш) | ||||
Вафат булған урыны: |
Күмертау ҡалаһы | ||||
Гражданлығы: | |||||
Эшмәкәрлеге: |
журналистика | ||||
Премиялары: | |||||
Наградалары: |
| ||||
Солтанов Мостафа Кәрим улы (9 февраль 1912 йыл — 18 февраль 2009 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы, 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992). Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мостафа Кәрим улы Солтанов 1912 йылдың 9 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе 1‑се Яңы Ҡуңҡаҫ ауылында [1] тыуған.
- 1928 йылда комсомол сафына инә.
- 1928—1934 йылдарҙа тыуған яғында колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, бригадир, хисапсы-кассир булып эшләй.
- 1934—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.
- 1939—1941 йылдарҙа Әлшәй районының «Сталинсы» гәзитендә эшләй: 1939 йылдан яуаплы сәркәтип урынбаҫары, 1940 йылдан мөхәррир урынбаҫары, 1941 йылдан мөхәррир.
- 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
- 1945—1949 йылдарҙа яңынан Әлшәй районының «Сталинсы» гәзите хеҙмәткәре.
- 1951—1963 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
- 1965—1984 йылдарҙа Күмертау районының «Ильич юлы» гәзите мөхәррир урынбаҫары.
- 1984—1990 йылдарҙа Көйөргәҙе тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.
- 2009 йылдың 18 февралендә Күмертау ҡалаһында вафат була, Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылы зыяратында ерләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Солтанов Мостафа Кәрим улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, һуғыш ҡаһармандары, Советтар Союзы Геройҙары тураһында мәҡәлә, очерктар ижад итте. Уның публицистик әҫәрҙәре «Утлы йылдар, шанлы йылдар» исемле китабында тупланып, донъя күрҙе. Шулай уҡ тыуған яҡ тарихы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тураһында тарихи очерктар баҫтырып сығарҙы.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Утлы йылдар, шанлы юлдар. Күмертау, 2000 й.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (17.12.1942[2]);
- II һәм III дәрәжә Дан ордендары (?; 02.06.1945[3]);
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985[4]);
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977);
- Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998)[5].
- Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (?)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Лауреаты премии имени Шагита Худайбердина. / авт.-сост.: Ф.Ш. Кудакаев, Р.З. Хажиев. — Уфа: Китап, 20016. — 192 с. ISBN 978-5-295-06511-8 (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнбирҙина З. Китаптың авторы хаҡында. // М. Солтанов. Утлы юлдар, шанлы йылдар. Күмертау, 2000 й., 2-3-сө биттәр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Мостафа Кәрим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2022)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Миәкә районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 9 февралдә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 18 февралдә вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Күмертауҙа вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- Күмертау ҡалаһының почётлы граждандары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре