Эстәлеккә күсергә

Строкин Андрей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Строкин Андрей Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 9 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Чернушка[d], Пермь крайы, Рәсәй
Һөнәр төрө йөҙөүсе
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Спорт төрө Йөҙөү
Спорт дисциплинаһы S13[d]
Ҡатнашыусы Летние Паралимпийские игры 2008[d], Летние Паралимпийские игры 2004[d] һәм Летние Паралимпийские игры 2000[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Андрей Александрович Строкин (5 май 1977 йыл, Чернушка, СССР) — Рәсәй йөҙөүсеһе — паралимпиясы. Биш тапҡыр Йәйге паралимпия уйындары чемпионы, өс тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡыр Европа чемпионы, донъя рекордсмены, күреү һәләте боҙолған спортсылар араһында йөҙөү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Рәсәй паралимпия комитетының Генераль секретары.

Андрей Строкин 1977 йылдың 9 майында СССР-ҙың Чернушка ҡалаһында тыуған. Спорт (йөҙөү) менән Өфө ҡалаһында шөғөлләнә башлай. Күреү һәләте боҙолған инвалидтарҙың спорт-реабилитация үҙәге «Луч» (СРЦИЗ «Луч») һәм Өфө ҡалаһындағы 18-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Йөҙөүҙән тыш көрәш, футбол, хоккей менән шөғөлләнә. 1998 йылдан алып 2008 йылға тиклем Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы составында. Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын тамамлаған, һөнәре педагог.

Хәҙерге Гуманитар институттың (Мәскәү) юридик факультетын тамамлай, һөнәре юриспруденция бакалавры.

2014 ҡышҡы Паралимпия уйындарын асыу тантанаһында әүҙем ҡатнаша.

Спорт биографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

күреү буйынса инвалидтар араһында 50 һәм 100 метрға ирекле һәм брасс стилендә йөҙөү буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм донъя рекордсыһы;

Донъя чемпионы (1998, 2003, 2007 йылдар);

паралимпия уйындары чемпионы (2000 йылда ике тапҡыр, 2004 йылда 3 тапҡыр);

паралимпия уйындарының бронза призеры (2004 й., 2 тапҡыр 2008 й.);

Донъя чемпионатының көмөш (2002) һәм бронза (2006 й.) призеры;

Бөтә Донъя инвалидтар уйындарының чемпионы, көмөш һәм бронза призеры (2003 й.);

Афинала (2004 йыл) һәм Туринда (2006 й.) йөҙөү буйынса йәйге һәм ҡышҡы паралимпия уйындарында ҡатнашыусы, 3 алтын һәм 1 көмөш миҙал яулай;

Пекинда (Ҡытай-2008 й.) XIII паралимпия уйындарында йөҙөү буйынса ике тапҡыр бронза призеры .

Өйләнгән. Ике ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» почет билдәһе менән бүләкләнә (1999).

  • Башкирская энциклопедия : В 7 т. — Уфа : Башк. энцикл., 2010. — Т. 6: Советы народного хозяйства — У / гл. ред. М. А. Ильгамов. — 544 с.
  • Ямгуров У. Заслуженные мастера спорта СССР и России и их наставники. — Уфа, 2004. − 106 с.
  • Ямгуров У. Олимпионики из Башкортостана. — Уфа, 2005. — 120 с.
  • Ямгуров У. Г. Спортивный Башкортостан: кто есть кто . — Уфа, 2000. — 171 с.