Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Нәби ауылы | ||||
Вафат көнө | |||||
Вафат урыны |
Өфө ҡалаһы | ||||
Ил | |||||
Эшләгән урыны |
Башҡорт дәүләт университеты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты | ||||
Альма-матер |
Башҡорт дәүләт университеты | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (1991) | ||||
Ғилми исеме |
профессор (1995) | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 йыл — 21 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). 1995 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, тыуған ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Университетта уҡыу йылдарында уҡ ғилми эшкә ылыҡҡан егет тиҙҙән аспирантураға саҡырыу ала. 1972 йылдан башлап БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында уҡытыусы, доцент. 1991 йылдың ғинуарынан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире[1]. 2006 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры.
2016 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2]. Тыуған ауылы Нәбиҙә ерләнгән.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт Сөләймәнов 1991 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим 18 томдан торған «Башҡорт халыҡ ижады» серияһын әҙерләп нәшер итеүҙә турана-тура ҡатнаша. Ул шулай уҡ фундаменталь хеҙмәттең рус телендә сыҡҡан баҫмаһының өс томын әҙерләүсе. Был эше өсөн башҡа авторҙар менән бер рәттән Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды.
Ул 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан артыҡ монография, мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 40-тан артыҡ уҡыу әсбабы һәм уҡыу-методик ҡулланма авторы[3].
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 4-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә авторы Ә. М. Сөләймәнов, аңлатмалар биреүсе Л. Г. Бараг менән Ә. М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы С. Ә. Галин. Өфө, 1981. 398 б.
- Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 5-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы Ә. М. Сөләймәнов, аңлатмалар биреүсе Л. Г. Бараг менән Ә. М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы Н. Т. Зарипов. Өфө, 1983. 390 б.
- Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады. / Төҙөүселәре, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Н. Т. Зарипов менән Ә. М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы Ғ. Б. Хөсәйенов. Өфө, 1982. 422 б.
- Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ә. М. Сөләймәнов. Өфө, 1985. 381 б.
- Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. Уфа, 1994.
- Тормош-көнкүреш әкиәттәре: Жанр уҙенсәлектәре. Өфө, 1990.
- Башкирские бытовые народные сказки: Сюжетный состав и поэтика. 1994.
- В сказках — истина. 1997.
- Сказка и действительность. 1997.
- Әкиәттә хәҡиҡәт: Башҡорт көнкүреш әкиәттәренең жанр составы, сюжет төрлөлөгө. тормош ерлеге. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997. — 400 бит.
- Башкирское народное творчество. 2000.
- Мөғжизә инештәре: Ижади портреттар. — Өфө: Китап, 2001.- 250 бит.
- Истоки чуда. 2001.
- Памятлив тот, кто ценит счет. 2002.
- Башкирская народная новелла.2004.
- Бала-сағаның уйын фольклоры. — Өфө:Китап, 2007.- 344 бит.
- Беҙҙең илдең йәме: Эссе. — Өфө Башҡортостан Республикаһы ММ РУҒМҮ, 2007. −80 бит.
- Башҡорт халыҡ ижады. 11-се том. Новеллистик әкиәттәр / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Ә. М. Сөләймәнов. Яуаплы редакторы С. Ә. Галин. Өфө: Китап, 2008. 566 с.
- Башҡорт балаларының ҡарһүҙе (әкиәттәр). — Өфө:Китап, 2008. — 244 бит.
- Башкирский фольклор: методическое руководство по сбору образцов народного творчества. Уфа: Вагант, 2008. — 140 с.
- Ауыҙ-тел фольклоры әҫәрҙәрен тикшереү юлдары. — Өфө:Китап, 2014. — 216 бит.
- Ҡобайырым — нәсихәт: ирекле тәржемәләр, ҡобайырҙар. -Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2014. — 240 бит.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2002—2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.
Ғалим ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәнил Күзбәков. Быуындар аманатын тергеҙеүсе // Ағиҙел : журнал. — март 2014.
- Ибрагимов Г. Учитель. Ученый. Фольклорист. «Ватандаш» журналы[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1987);
- Башҡортостан мәғарифы алдынғыһы (1999);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991);
- Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре;
- Жәлил Кейекбаев (2005), Мифтахетдин Аҡмулла (2009) исемендәге премиялар лауреаты;
- Салауат Юлаев ордены (2014);
- Бөрйән районының почётлы гражданы.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2019 йылдың мартында Әхмәт Сөләймановтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы республикала уны хөрмәтләп иҫкә алдылар. Ғалимдың тыуған төйәге Бөрйән районының Байназар ауылында, Өфө ҡалаһындағы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында хәтер кисәләре үтте[5].
- Бөрйән районының Сәсәндәр халыҡ мәктәбе Әхмәт Сөләймәнов исемен йөрөтә[6].
- 2016 йылда Республика халыҡ ижады үҙәге «Әхмәт әйтеше» бәйгеһен уҙғара. Әле был проект Бөрйән районында тормошҡа ашырыла[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Отдел фольклористики ИИЯЛ УНЦ РАН 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ Өфөлә танылған ғалим, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәнов вафат булды. , 2016, 22 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2016)
- ↑ Ибрагимов Г. Учитель. Ученый. Фольклорист // Статья в «Ватандаш» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ «Ватандаш» журналы 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
- ↑ В Башкортостане вспоминали ученого-фольклориста Ахмета Сулейманова. ИА «Башинформ», 16 марта 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Народная школа сэсэнов им. Ахмета Сулейманова 2020 йыл 11 август архивланған.
- ↑ В Бурзянском районе прошел вечер памяти Ахмета Сулейманова
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- http://www.shonkar.ru/component/content/article/43-samauir/89-kolemesten-millete.pdf(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15 мартта тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөрйән районында тыуғандар
- 21 ноябрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Филология фәндәре докторҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Шәхестәр:Бөрйән районы
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- Башҡорт фольклорсылары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- М. Аҡмулла исемендәге премия (Миәкә районы) лауреаттары
- Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаттары
- Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт әҙәбиәте белгестәре
- Бөрйән районы почётлы граждандары
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйестәре