Сәбалар
Сәбалар | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 1200 |
---|---|
Дәүләт | Йемен |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 275 |
Сәбалар (грек. Σαβαίοι) — Көньяҡ Ғәрәбстанда төп халыҡтарҙың береһе (ша`бтар), борон заманда хәҙерге Йемен территорияһында йәшәгән һәм Сәба батшалығын нигеҙләгән.
Боронғо грек һәм рим яҙыусылары илдең юғары мәҙәниәтле булыуын һәм байлығын телгә ала. Сәбалар Сүриә, Мысыр, Һиндостан һәм Эфиопия менән сауҙа итә, уларға алтын, аҫылташтар һәм башҡа тауарҙар һата. Сәбаларҙың бик бай булыуы тураһында Ҡөрьәндә, Библияла Сөләймәндең замандашы Сәба батшабикәһе хаҡындағы хикәйәләрҙә һөйләнелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡын Көнсығышта иң боронғо цивилизацияларҙың береһе булған Сәба дәүләте беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың аҙағында Көньяҡ Ғәрәбстан территорияһында, мул һыулы һәм ҡояшлы уңдырышлы төбәктә, Рамлат әс-Сәбатәйн сүллеге сигендә хасил була. Сәбалар бында, моғайын, Ғәрәбстан аша үткән Еҫле майҙар юлы барлыҡҡа килеү арҡаһында Ғәрәбстандың төньяҡ-көнбайышынан күскәндер.
Сәба батшалығы тураһында тәүләп беҙҙең эраға тиклем IX быуатҡа ҡараған яҙма сығанаҡтарҙа телгә алына, ә уның сәскә атыуының башы беҙҙең эраға тиклем VIII быуатҡа тура килә. Батша һәм мөкәрриб Карибил Ватар төп хаким һәм батша булғандыр, уның трураһында, уның Аусан батшалығы менән һуғышыуы тураһында ғибәҙәтханалағы оҙон яҙманан билдәле.
Тарихының башланғыс өлөшөндә Сәба сауҙа юлындағы йөк бушатыу-тейәү нөктәһе булып хеҙмәт итә: Хадрамауттан бында тауарҙар килтерелә, ошонан карауандар Месопотамияға, Сүриәгә һәм Мысырға юллана (Ис. Ис. 60:6; Иов. Иов. 6:19). Транзит сауҙанан тыш, Сәба урында етештерелгән еҫле майҙар һатыуҙан да табыш ала (Иер. Иер. 6:20; Пс. 71:10). Сәба баш ҡалаһы Мәғрәб эргәһендә ҙур плотина төҙөлә, һуғарыу һөҙөмтәһендә элекке уңдырышһыҙ үле территорияға йән инә — ил ҙур оазисҡа әүерелә.
Беҙҙең эраға тиклем 715 йылда сәбалар ассирийҙарға яһаҡ түләгән халытар иҫәбендә була; әммә был бойондороҡлолоҡ тиҙ тамамлана. Көньяҡ Ғәрәбстанда мәиндәр сәбаларҙың көнәркәше була, уларҙың дәүләте мөһим сауҙа политияһы булып таныла; мәиндәр сәбалар менән өҙлөкһөҙ көрәш алып бара, ахыр сиктә уларҙы сәбалар ҡыуа.
Сәба колониялары күрше төбәктәргә ыңғай йоғонто яһай. Беҙҙең эраға тиклем VIII эфиоп ерҙәренә эре сәба колонияһы килеп урынлаша. Сәбаларҙың килеүенә «Сөләймәндең династияһы» тураһындағы легенда бәйле. Был легендаға ярашлы, эфиоп батшалары Боронғо Исраил батшаһы Сөләймән менән Библиялағы Сәба батшабикәһенең тоҡомо булып тора. Эфиоптар Сәба батшабикәһен эфиоп Македаһы йәки Билкис тип йөрөтә. Ғәрәптәрҙең Тигре яйлаһына күсенеүе Эфиопияла семит телдәренең генә түгел, төҙөлөштә ташты ҡоро килеш һалыу, ташты һырлау, керамика биҙәү кеүек төрлө һөнәрҙәрҙең дә таралыуына килтерә. Тигрела йәшәгән кушиҙар менән ҡатнашып, ғәрәп күскенселәре әғәзи тигән боронғо эфиоп халҡын хасил итә, хәҙерге Тигре территорияһындағы «Әғәзи» иленең атамаһы шул халыҡҡа бәйле, ә боронғо эфиоп теле ғәйез теле тип йөрөтөлә башлай.
Беҙҙең эраға тиклем 25 йылда сәбалар иленә Римдың Мысырҙағы наместнигы Элий Галл уңышһыҙ һөжүм менән килә[1].
Ҡаланың ныҡлығы тураһында — диуар ҡалдыҡтары, ә илдәге юғары мәҙәниәт тураһында ҡаланың үрге яғында ҙур цистерналарҙы тултырыу өсөн төҙөлгән ныҡлы плотина һөйләй. Плотина ҡалдыҡтары беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Ваҡыт үтеү менән ил сауҙа юлдарының үҙгәреүе арҡаһында бөлгөнлөккә төшә. III быуатта сәбаларҙың хакимлығы тамам була, сөнки беҙҙең эраның I—II быуаттарында уҡ Сәба батшалығын химьярҙар баҫып ала башлай.
Ассирияимперияһы осоронда Ғәрәбстандың төньяғында сәбалар йәшәүе тураһында шаһитлыҡ иткән сығанаҡтар бар. Төньяҡ Ғәрәбстанда йәшәгән ҡәбиләләр иҫәбендә Тиглатпаласар III-нөң стелаһында сәбалар ҙа телгә алына. Тарихсы Дж. А. Монтгомери фекеренсә, беҙҙең эраға тиклем X быуатта сәбалар Төньяҡ Ғәрәбстанда йәшәгән, әммә көньяҡтан үткән сауҙа юлдарына ла хужа булған.
Тарихи осорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәба батшалығының тарихы өс төп осорға бүленә:
- Сәба' мөкәррибтәре осоро (яҡынса беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың беренсе яртыһы).
- Сәба' батшалары осоро (яҡынса беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың икенсе яртыһы).
- Сәба' һәм зу-Райдан батшалары осоро (беҙҙең эраға тиклем I быуат — беҙҙең эраның III быуаты)[2].
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәба теле афразий телдәре ғаиләһенең семит төркөмө көньяҡ ғәрәп төркөмсәһенә инә[3][4] һәм көньяҡ ғәрәп яҙмаһын ҡуллана.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәбалар (күпселеге) мәжүси була. Уларҙың динендә Астар — юғары илаһ, ә Хавбас Астарҙың ҡатыны булып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Деяния божественного Августа. / Пер. И. Ш. Шифмана. // Шифман И. Ш. Цезарь Август. — Л., 1990. — С. 189—199.
- ↑ Коротаев А. В. Социальная история Йемена, X в. до н. э. — XX в. н. э. Вождества и племена страны Хашид и Бакил. — М.: КомКнига, 2006.
- ↑ The Sabaean Language
- ↑ Andrey Korotayev. Ancient Yemen. — Oxford : Oxford University Press, 1995.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабеи // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.Сабеи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бретон Ж. Повседневная жизнь Счастливой Аравии во времена царицы Савской. — М., 2003. ISBN 5-235-02571-7
- Коротаев А. В. Социальная история Йемена, X в. до н. э. — XX в. н. э. Вождества и племена страны Хашид и Бакил. — М.: КомКнига, 2006.
- Лундин А. Г. Государство мукаррибов Саба'. М.: Наука, 1971.
- Пиотровский М. Б. Южная Аравия в раннее средневековье. Становление средневекового общества / Ответственный редактор П. А. Грязневич. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1985.
- Южная Аравия. Памятники древней истории и культуры. Вып. II. Материалы экспедиции П. А. Грязневича 1970—1971 гг. Ч. 2: Г. М. Бауэр, А. Г. Лундин. Эпиграфические памятники древнего Йемена. — СПб.: Центр «Петербургское Востоковедение», 1998. — 320 с.