Сәғҙи Ширази

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Абу Мөхәммәд Мөслих әд-Дин ибн Абд Аллаһ ибн Мөшриф әд-Дин Сәғҙи Ширази
Ҡалып:Lang-fa2
Исеме:

Муслахиддин ибн Абдаллах ибн Мушрифаддин

Псевдонимдары:

Сәғҙи

Тыуған көнө:

1203({{padleft:1203|4|0}})

Тыуған урыны:

Шираз

Вафат булған көнө:

1291({{padleft:1291|4|0}})

Вафат булған урыны:

Шираз

Эшмәкәрлеге:

әҙәбиәт, шиғриәт

Йүнәлеше:

ислам мистикаһы, этика

Жанр:

Ғәзәл

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Фарсы теле

Әбү Мөхәммәт Мөслих әд-Дин ибн Абдаллаһ Сәғҙи Ширази (фарс. ابومحمد مُصلِح‌الدین بن عَبدُالله سعدی شیرازی; 1291—1203) — фарсы нәсихәтсе шағиры, суфыйсылыҡтың ғәмәли, тормошҡа яҡын торған вәкиле.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғҙи биографияһы традиция буйынса өс осорға бүленә: 1205−1226 — мәктәп осоро, 1226−1256 — илдән-илгә йөрөү ваҡыты, 1256−1291 — шәйехлек осоро. «Сәғҙи» ҡушаматы, шағирҙың йәшләй вафат булған атаһы хеҙмәттә булған һәм Мөслих әд-Динде тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан Фарстың атабәге Сәғәҙәт ибн Зәңги исеменән килеп сыҡҡан (1195—1226). Сәғәҙәт ибн Зәңги бағымсылығы арҡаһында Мөслих әд-Дин Бағдадтағы Низамийа мәҙрәсәһенә уҡырға ингән. Суфый шәйехтәрҙә уҡыған һәм уларҙың аскет идеалдарынан тәьҫирләнгән. Әммә Сәғҙиҙең шул ваҡытта яҙған шиғырҙары тормошто һәм уның шатлыҡтарын үҫмерҙәрсә яратыу менән һуғарылған; һәм ҡартайғас, шәйех Абул-Фараж Жузияның бөтөн күндереүҙәре лә уны музыкаға һөйөүенән арындыра алмағанын таныған.

1226 йылда монголдарҙың һөжүме һәм Сәғәҙәт ибн Зәңгиҙең ҡолатылыуы Сәғҙиҙе ҡасырға мәжбүр иткән, һәм төрлө көтөлмәгән үҙгәрештәр менән тулы яҙмышы уны 30 йыл буйы, өҙлөкһөҙ, мосолман донъяһының йә бер йә икенсе осона ташлаған. Һиндостанда, Суменатта, ғүмерен һаҡлар өсөн, ул утҡа табыныусылар динен ҡабул иткәнгә һалышҡан һәм аҙаҡ, таш менән ҡарауылда торған ҡанбабаны үлтереп, ҡасҡан. Сәғҙи, күп ваҡыт йәйәүләп, Мәккәлә 14 тапҡыр булған. Классик ғәрәп телен иҫ киткес яҡшы белеүе арҡаһында, Дамаскта һәм Бәәлбәктә ул тәғлимәт таратҡан, әммә донъя һағышынан зарыҡҡанлыҡтан, Йәрүсәлим сүллегендә айырымланып йәшәгән. Бында ул тәре йөрөтөүселәргә әсирлеккә эләккән, улар үҙ сиратында уны Сүриә яр буйына, Триполиға, күсергән, һәм унда ҡәлғә өсөн окоп ҡаҙырға мәжбүр. иткән. Уны бер танышы, Алеппо байы, 10 червонецҡа һатып алған һәм өйөнә алып ҡайтып, үҙенең йәмһеҙ һәм мыжыҡ ҡыҙына өйләндергән. Түҙеп торғоһоҙ ғаилә тормошонан ҡотолорға тырышып, Сәғҙи Төньяҡ Африкаға ҡасҡан.

Бөтөн Кесе Азия буйлап ил гиҙеп, Сәғҙи тыуған Ширазына ҡайтҡан (1256) һәм мәрхүм Сәғәҙәттең улы Әбүбәкер ҡурсалауы ярҙамында, ғүмер аҙағына тиклем ҡала яны монастырында йәшәгән. «Кенәздәр, вельможалар һәм иң яҡшы ҡала халҡы, — Дәүләт шаһ әйткәнсә, — шәйехте күрергә күмәкләп килгәндәр».

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғҙи күп шиғри һәм проза әҫәрҙәре яҙған, йыш ҡына үҙенең илгиҙәр тормошонда булған фәһемле шәхси хәтирәләрен миҫалдар сифатында файҙаланған. Донъяның фанилығын үҙендә һынаған Сәғҙи, ысынында үҙенән алда булған суфый йәки суфый замандаш шағирҙар Фәридәтдин Аттар һәм Жәләлетдин Руми, шәйех Абд әл-Ҡадир әл-Жилани һ. б. менән теоретик яҡтан риза булған. Әммә, кешеләрҙе яҡшы белгәнлектән, Сәғҙи бар кешенең дә был донъянан йырағайыуға, нәфсеһен тыйыуға һәм фәҡәт мистик хыялға бирелеүгә һәләтле түгел икәнен аңлай. Шуға күрә Сәғҙи донъяла йәшәүселәргә ябай тормошсан аскетизм кәңәш иткән: донъяла тыныс йәшәргә, әммә уға үтә лә эҫенмәҫкә, был донъяның фанилығын һәм сәғәт һайын ерҙәге рәхәтлектәрҙе юғалтыуға әҙер булыу кәрәклеген аңларға.

1257 йылда ул ун бүлектән торған мауыҡтырғыс кинәйәле һәм ғибрәтле хикәйә, мәҫәл һәм хикәйәләр менән дәлилләнгән суфыйсылыҡ фәлсәфәһе һәм этикаһы бәйән ителгән «Бостан» («Емеш баҡсаһы») тигән поэтик трактатын ижад иткән. Шиғри хистәр тәрәнлеге һәм әхлаҡи идеялар бейеклеге буйынса «Бостан» — бөтә суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең бөйөк әҫәрҙәренең береһе. Әммә «Бостан» түгел, ә «Гөлөстан» («Сәскә баҡсаһы» — 1258 йылда шиғырҙар менән аралаштырып яҙылған проза). «Гөлөстан», бик күп мәҡәлдәргә һәм әйтемдәргә бай күркәмлеккә эйә. Аттарҙың шул уҡ атамалы ярайһы уҡ ҡоро "Кәңәштәр китабы"ның (Пенднаме) «Гөлөстан»ға оҡшаған ере бар; ләкин уның Сәғҙи әҫәре икәне тулыһынса иҫбатланмаған.

Сәғҙиҙең диванының өстән ике өлөшөн тәшкил иткән башҡа әҫәрҙәре башлыса лирикаға ҡараған. Үҙ ғәзәлендә суфыйсылыҡ ғәзәле дидактикаһын мөхәббәт ғәзәле матурлығы һәм образлылығы менән бәйләй алыуы Сәғҙиҙең төп хеҙмәте булғанын күрһәтә. Уның һәр бәйетен мөхәббәт әҫәре кеүек тә, фәлсәфәүи-дидактик әҫәр кеүек тә уҡып була. Башҡа билдәле фарсы шағиры Хафиз Ширази был йоланың дауамсыһы булған.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сәғҙи хөрмәтенә Меркурийҙағы кратер уның исеме аталған.
  • Дүшәмбе ҡалаһындағы проспектҡа Сәғҙи исеме бирелгән.

Рус теленә тәржемәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Истины. Изречения персидского и таджикского народов, их поэтов и мудрецов. Перевод Наума Гребнева, «Наука», Москва 1968; Спб.: Азбука-классика, 2005. — 256 с. ISBN 5-352-01412-6
  • Гюлистан // Филологические записки. — Воронеж, 1862.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Саади — мастер слова М. Саади. Афоризмы, мысли, фразы