Эстәлеккә күсергә

Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таймас Шафиков битенән йүнәлтелде)
Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы
Флаг
Флаг
БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК)
1929 — 1931
Алдан килеүсе: Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы
Дауамсы: Таһиров Авзал Мөхөтдин улы
 
Тыуған: 19 февраль 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой волосы[1] Ҡуйһары ауылы
Үлгән: 1947({{padleft:1947|4|0}})
СССР
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы  (19 февраль 1899 йыл1947 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1929—1931 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Таймаҫ Шафиҡ улы Шафиҡов 1899 йылдың 19 февралендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой улусы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Ҡуйһары ауылында тыуған.

1919 йылдың февраленән алып июнь айына тиклем Колчак армияһына мобилизацияланып хеҙмәт итә. Ошо уҡ йылдың авгусынан алып 1922 йылдың апреленә тиклем Ҡыҙыл Армияла хәрби хеҙмәттә була.

1922—1924 йылдарҙа ауыл Советы рәйесе, 1924 йылдан алып 1926 йылға тиклем волость башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын башҡара.

1926—1928 йылдарҙа Арғаяш кантоны башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, кантон комитеты административ бүлеге мөдире вазифаларын атҡара.

1929 йылдан 1931 йылға тиклем БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) Рәйесе, 1933—1937 йылдарҙа Йомағужа МТС-ының сәйәси бүлеге мөдире булып эшләй.

1937 йылдың сентябрендә ҡулға алына. 1939 йылда иреккә сығарылғандан һуң Арғаяш районының Мөхәмәтҡолой МТС‑ында участка агрономы, директор урынбаҫары, директор, артабан Әйбәт ауылындағы колхоз рәйесе, мал әҙерләү базаһы мөдире була.

ВКП(б) Үҙәк Комитетының партия хеҙмәткәрҙәре курстарында (1928—1929), Мәскәү ҡалаһында Социалистик ер эшкәртеү академияһының малсылыҡ факультетында (1931—1933) белем ала.

  1. Хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы