Эстәлеккә күсергә

Таңсулпан

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Таңсулпан — төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Таңсулпан — башҡорт телендә таң йондоҙо, сулпан (Венера планетаһы) тигәнде аңлата[1].

Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15 май 1953 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы (22 сентябрь 1947 йыл) — прозаик, драматург. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)

Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева (7 ғинуар 1982 йыл) — кинорежиссёр, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы ағзаһы (2017). Белеме — Өфө сәнғәт училищеһының рәсем бүлеге; Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты; Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидениеһы институтының экран сәнғәте факультеты («кино һәм телевидениеһы режиссураһы»). 20062015 йылдарҙа — «Башҡортостан» киностудияһында кинорежиссёр. Бөгөнгө көндә үҙаллы киноэшмәкәр.

«Таңсулпан (драма)» — Ҡадир Даяндың ошо исемдәге драмаһында төп героиня.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ