Тетис (океан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тетис Пангеяны ике континентҡа — Лавразияға һәм Гондванаға бүлгән

Те́тис (диңгеҙ илаһы Тефиданың грек исеменең немец телендәге формаһы — грек. Τηθύς, Tethys[1]) — боронғо Гондвана һәм Лавразия континенттары араһында мезозой осорондағы боронғо океан. Хәҙерге замандағы Урта диңгеҙ, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәр был океандың реликттары булып тора[2].

Мәсьәләнең тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европала Альп һәм Карпаттан алып Азиялағы Гималайға тиклем диңгеҙ хайуандарының таш булып ҡатҡан ҡаҙылмаларын даими рәүештә табыу изге яҙма бәйән иткән Бөйөк туфан тураһында боронғо заман тарих аша аңлатыла. Геология үҫеше диңгеҙ ҡалдыҡтарының йәшен билдәләргә мөмкинлек биреүе, был аңлатманы шик аҫтына ҡуя. 1893 йылда австрия геологы Эдуард Зюсс «Лик Земли» тигән хеҙмәтендә был урында боронғо океан булыуын фаразлай, уны ул грек алиһәһеТефида исеме менән Тетис тип атай[1]. Шуға ҡарамаҫтан, геосинклиналдәр теорияһынан сығып XX быуаттың 1970-се йылдарына теория раҫланғанға тиклем плиталар тектоникаһы нығына, Тетис тик геосинклиналь, булған, ә океан түгел, тип иҫәпләнгән. Шуға күрә оҙаҡ ваҡыт дауамында Тетис географияла «һыу ятҡылыҡтары системаһы» тип аталған, шулай уҡ Сармат диңгеҙе йәки Понтий диңгеҙе терминдары ҡулланылған.

Тетис диңгеҙе тип аталған ҙур ҡултыҡ буласаҡ Евразия һәм Австралия араһындағы суперконтинентҡа инеп торған. Пангеяның ярҙарын йыуған гигант океандың атамаһы Панталасса. Пангея яҡынса 150—220 миллион йыл элек ике континентҡа бүленгән.

Хәҙерге заман күҙаллауҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палеоген осоронда Неотетис диңгеҙе (Олигоцендың Рупель быуаты, 33,9—28,4 млн йыл элек)
Неоген дәүерендә Паратетис (миоцен, 17—13 млн йыл элек)

Тетис яҡынса миллиард йыл (850-5 млн йыл элек) Гондвана һәм Лавразия боронғо континенттарын, шулай уҡ уларҙың сығарылмаларын айырып торған. Был ваҡыт эсендә континенттарҙың дрейфы күҙәтелгәнлектән, Тетис даими рәүештә үҙенең конфигурацияһын үҙгәрткән. Иҫке Донъяның киң экваториаль океанынан ул Тымыҡ Океандың көнбайыш ҡултығына, атлант-һинд аҡмаһына әүерелә, шунан бер нисә диңгеҙгә тарҡала. Шуға бәйле бер нисә Тетис океаны тураһында һөйләү урынлы:

  • Прототетис (кембрий алды). Ғалимдар фекеренсә, Прототетис 850 миллион йыл элек, Родинияның бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, Иҫке Донъяның экваториаль зонаһында урынлашҡан һәм киңлеге 6—10 мең км булған[3].
  • Палеотетис 320—260 млн йыл элек (палеозой): Альп тауҙарынан алып Циньлинға тиклем. Палеотетистың көнбайыш өлөшө Реикум тип атала. Палеозой аҙағында Пангея барлыҡҡа килгәндән һуң, Палеотетис Тымыҡ океандың океан-ҡултығы була.
  • Мезотетис 200—66,5 млн йыл элек (мезозой): көнбайышта Кариб диңгеҙе соҡоронан көнсығышта Тибетҡа тиклем.
  • Неотетис (Паратетис) 66—13 млн йыл элек (кайнозой). Гондвананыңайырылыуынан һуң, Африка (Ғәрәбстан менән) һәм Һиндостан төньяҡҡа табан хәрәкәт итә башлайҙар, Тетисты һинд-атлантик диңгеҙе ҙурлығына тиклем ҡыҫалар. 50 миллион йыл элек Һиндостан хәҙерге урынын биләй, Евразияға үтеп инә. Афро-Ғәрәбстан континенты (Испания һәм Оман районында) Евразияға тоташа. Материктарҙың яҡынайыуы күтәрелешкә килтерә Альп-Гималай тау комплексының (Пиреней, Альп, Карпат, Кавказ, Загрос, Һиндукуш, Памир, Гималай) күтәрелеүенә килтерә, ул Тетистың төньяҡ өлөшөн— Паратетисты («Париждан Алтайға» тиклем диңгеҙен) айыра.
  • Сармат диңгеҙе (Паннон диңгеҙенән Арал диңгеҙенә тиклем) Ҡырым һәм Кавказ утрауҙары менән 13—10 млн йыл элек. Сармат диңгеҙе донъя океанынан изоляцияланған һәм сөсөләнгән. Яҡынса 10 миллион йыл элек Сармат диңгеҙе Босфор боғаҙы районында донъя океаны менән бәйләнеште тергеҙә. Был осор төньяҡ кавказ аҡмаһы менән тоташтырылған Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренән ғибәрәт булған Меотик диңгеҙ атамаһын алған. 6 миллион йыл элек Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәре айырылған. Диңгеҙҙәрҙең тарҡалыуын өлөшләтә Кавказдың күтәрелеүе, өлөшләтә Урта диңгеҙ кимәленең түбәнәйеүе менән бәйләйҙәр. 5—4 млн йыл элек Ҡара диңгеҙ кимәле тағы ла күтәрелә һәм Ул Каспий менән ҡушылып Аҡсағыл диңгеҙенәәүерелә. Уныһы яйлап Ҡара диңгеҙ, Каспий, Арал буйҙарын, Төркмәнстан һәм түбәнге Волга буйы территорияларын үҙ эсенә алған Апшерон диңгеҙе булып йәйелә. Шулай итеп, Сармат диңгеҙе 500—300 мең йыл бар булған[4].

Тетис океанының тулыһынса «ябылыуын» миоцен (5 млн йыл элек) дәүере менән бәйләйҙәр[5][6]. Мәҫәлән, хәҙерге Памир бер ни тиклем ваҡыт Тетис океанындағы архипелаг булған[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Совет әҙәбиәтендә грек алиһәләре Тефида (грек. Τηθύς, лат. Tethys) һәм Фетида (грек. Θέτις, лат. Thetis) существует путаница, связанная со сходным написанием имён этих богинь на латинице, с тем, что обе богини связаны с водой, и с тем, что они являются родственницами. Это привело к тому, что даже Большая советская энциклопедия ошибочно указывает, что Тетис назван в честь Фетиды. Более подробно см.:
    • Мифы народов мира. Энциклопедия. Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1988;
    • Tethys // Encyclopædia Britannica;
    • The face of the earth (Das antlitz der erde) By Eduard Suess, Oxford, Clarendon press, 1904-24
  2. На берегу океана Тетис. Дата обращения: 4 ғинуар 2014. Архивировано 4 ғинуар 2014 года.
  3. Распад Мезогеи в Позднем Рифее и Формирование Пангеи в Конце Палеозоя. Дата обращения: 4 ғинуар 2014. Архивировано 4 ғинуар 2014 года.
  4. Краткая история Каспийского бассейна. Дата обращения: 18 апрель 2015. Архивировано 2 ноябрь 2019 года.
  5. Фанерозойский «кризис» с точки зрения миоценовых событий. Дата обращения: 3 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 4 ноябрь 2016 года.
  6. Естественная история Чёрного моря. Дата обращения: 4 ғинуар 2014. Архивировано 9 ғинуар 2014 года.
  7. Существовал ли океан Тетис? Дата обращения: 4 ғинуар 2014. Архивировано 4 ғинуар 2014 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]