Тетуан
Тетуан | |
ғәр. Tetwān تطوان Ошибка Lua в Модуль:Unicode_data на строке 469: attempt to index field 'scripts' (a boolean value). | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | تطوان[1] һәм Tétouan[1] |
---|---|
Дәүләт | Марокко |
Административ үҙәге | Испанское Марокко[d] һәм Tétouan Province[d] |
Административ-территориаль берәмек | Tétouan Province[d] |
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа ваҡыты[d] |
Ойошма ағзаһы | Creative Cities Network[d][2] һәм Организация городов всемирного наследия[d][3] |
Халыҡ һаны | 422 757 кеше (2024)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 90 метр |
Туғандаш ҡала | Санта-Фе[d][5] һәм Гранада[d][6][7] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Почта индексы | 93000 |
Рәсми сайт | tetouan.ma |
Число домохозяйств | 92 606[1][8] |
Тетуан Викимилектә |
Тетуа́н[9] (ғәр. تطوان, Титван[10] — һүҙмә-һүҙ. «күҙ» йәки «сығанаҡ, фонтан»; Берб. Титавин[10]; франц. Tétouan; исп. Tetuán) — Марокконың төньяғында берберҙарҙың Риф ҡәбилә төбәгендәге ҡала. 1912—1956 йылдарҙа Тетуан — Испан Мароккоһы протекторатының баш ҡалаһы. Хәҙер Танжер-Тетуан өлкәһе составындағы Тетуан провинцияһының район үҙәге. Халҡы — 320 мең кеше тәшкил итә.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тетуан Гибралтар боғаҙынан бер нисә саҡрымда Урта диңгеҙ ярынан алыҫ түгел Танжерҙан, ҡасандыр Мәғрибтәге европалыларҙың мөһим үҙәгенән көнсығышға ҡарай 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында ҡала халҡы яҡынса 25 мең кеше булып, шуларҙың яртыһы йәһүдтәр, яҡынса 40 % — мосолмандар (башлыса берберҙар, шулай уҡ ғәрәптәр) һәм яҡынса 10 % — испан колонистары тәшкил итә. Ҡала испан-ғәрәп ике телле була, шул уҡ ваҡытта азия йәшәү рәүешен һаҡлай. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң йәһүдтәр һәм христиандарҙың күпселеге күстеп китә. Марокконың испан төбәгендә күпселек мосолмандарҙы ғәрәптәр түгел, ә Риф ҡәбиләһенән берберҙар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта йәһүдтәр, башлыса Рекониста тамамланғандан һуң Испаниянан ҡыуылған маррандар нәҫеленән була. Күп кенә ҡалған йәһүдтәр ваҡыт үтеү менәнислам ҡабул итә. 325 мең халҡы менән хәҙерге ҡаланың рәсми теле — ғәрәп теле, шулай уҡ француз һәм испан теле киң таралған. Иҫке ҡаланың күп урындарында ике испан-ғәрәп телле билдәләр һаҡланған. Төньяҡ Мароккола автономиялы ынтылыштарҙан ҡурҡып, үҙәк өлөш испан телен постколониаль дәүергә ҡыҫырыҡлап сығарыу һәм уны ғәрәп һәм француз теленгә алмаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Хәҙерге ваҡытта йәштәр, испан телендә һөйләшмәй тиерлек, хәйер, өлкән быуын испан телен бик яҡшы белә. Һуңғы ваҡытта Испания испан телдәрен өйрәнеү буйынса ҡалала бер нисә үҙәк аса.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала районында беренсе тораҡҡа беҙҙең эраға тиклем III быуатта маврҙар нигеҙ һала һәм ул Тамуд тип атала. Ҡала урынындағы ҡаҙыныу эштәре унда (б.э. тиклем 7 быуатта) финикиялыларҙың (Карфаген) алдараҡ һәм римлеләрҙең һуңыраҡ (Рим империяһы) булыуын күрһәтә. Яҡынса 1305 йылда иҫке ҡаланың ярым емереклектәрен Маринидтар династияһынан солтан Әбү Табит тәртипкә килтерә.
Реконкиста тамамланыу менән, юлбаҫарҙарҙың Ҡырағай яры тигән яман исем алған Урта диңгеҙ яры буйындағы Мәғриб илдәренә европалылар ҙур иғтибар бүлә. Юлбаҫарҙарға Ғосман империяһы ярҙам итә. Тетуан яҡындағы испан ҡалаһы Сеутаға һөжүм итеү өсөн базаға әйләнә. 1400 йылдар тирәһендә Тетуан тәүге тапҡыр Кастилия тарафынан емерелә. Реконкиста 1492 йылда Гранада ҡалаһының ҡолатылыуы менән тамамлана. Бер аҙҙан мориск һәм маррандарҙың күбеһе Испанияға һөрөлә. Пиреней ярымутрауынан ҡасаҡтар һәм күскенселәр Тетуан ҡалаһына килеп тула һәм ҡаланы ғәмәлдә яңынан төҙөй. 1515—1542 йылдарҙа ҡала менән Сәйҙә әл-Хурра идара итә.
Испан Тетуаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡыт үтеү менән ҡала юлбаҫарҙар торағы тигән дан ала. Африка һуғышы барышында испан етәксеһе Леопольдо О ' Доннелл ҡаланы штурм менән яулай һәм Тетуан герцогы титулын ала. Яңы испан хөкүмете ҡаланы европаса төҙөкләндерә башлай. Әммә уңыш оҙаҡҡа һуҙылмай, 1862 йылдың 2 майында мосолмандар фетнә күтәрә, испандарҙы ҡыуып сығара һәм ҡалаға һәм традицион ҡиәфәтен ҡайтара. 1912 йылда ғына Фес тыныслыҡ килешеүе ҡаланы Испанияға тапшыра. 1913 йылда ҡала бөтә Испан Мароккоһының баш ҡалаһы тип билдәләнә, был статус 1956 йылға тиклем һаҡлана. Испан власы йылдарында ҡала шулай уҡ Марокконың йәһүд үҙәктәренең береһе була. 1956 йылдан һуң йәһүдтәр Израиль, АҠШ, Канада, Францияға эмиграцияға китә.
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гранада, Андалусия, Испания
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) / под ред. High Commission for Planning
- ↑ https://en.unesco.org/creative-cities/tetouan
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
- ↑ https://www.hcp.ma/Population-legale-du-Royaume-du-Maroc-repartie-par-regions-provinces-et-prefectures-et-communes-selon-les-resultats-du_a3974.html / под ред. High Commission for Planning
- ↑ http://mtafilter1.santafeciudad.gov.ar/ciudad/santa_mundo/historial_cooperacion_internacional.html
- ↑ https://www.granada.org/v2010.nsf/xxtod/ciudadeshermanas
- ↑ https://www.granada.org/inet/osm.nsf/mapas.htm?open&ruta=BDUKCMN
- ↑ http://rgph2014.hcp.ma/file/166326/
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 477. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ 10,0 10,1 Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 28.