Эстәлеккә күсергә

Трайнин Соломон Маркович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған
Трайнин Соломон Маркович

Трайнин Соломон Маркович (20 ғинуар, 1902, Дрибин ҡалаһы, Могилёв губернаһы , Рәсәй империяһы (хәҙерге Белоруссия Могилёв өлкәһе))  — 1969, Магадан) — табип- дерматовенеролог, ғалим. Башҡорт дәүләт медицина институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) беренсе директоры (ректоры). Медицина фәндәре кандидаты. Ленин ордены кавалеры[1].

Бала сағы һәм уҡыу йылдары

Трайнин Соломон Маркович 1902 йылдың 20 ғинуарында Могилёв губернаһындғы (хәҙерге Белоруссия) бәләкәй генә Дрибин ҡалаһында теш табибы Марк Наумович Трайнин һәм уның ҡатыны Циля Израилевна ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә.Бәләкәй генә ҡалала биш теш табибы булғанлыҡтан, Марк Трайнин күпме тырышһа ла, ҙур ғаиләне ҡарар өсөн етерлек аҡса эшләй алмай. Циля Израилевна хәлле ғаиләләрҙә балаларға француз һәм рус телдәрен өйрәтә. Бәләкәй Соломонды ҡарарға кеше булмағанға, үҙе менән алып йөрөй һәм биш йәше тулыуға, Соломон уҡырға, француз һәм немец телдәрендә һөйләшергә өйрәнә. Немец телендә ул атаһы менән аралаша[2].

Соломон башта «Хедер» йәһүд мәктәбендә уҡый, һуңыраҡ ул Кахавналағы уҡытыу немец телендә алып барылған 2 класлы йәһүд мәктәбендә уҡый. Гимназияны тик бишле билдәләренә генә тамамлағандан һуң, Соломон ата-әсәһе ҡушыуы буйынса, Курск ҡалаһында икенсе баҫҡыс мәктәпте тамамлай.

Мәскәү университетында

1920 йылдың июнендә 18 йәшлек Соломон Трайнин көтмәгәндә Курск хәрби цензура бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1920 йылдың авгусында уны РКП(б)-ның Курск губерна комитеты Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетына уҡырға ебәрә. 1920—1925 йылдарҙа ул Мәскәүҙә уҡый, университетың комсомол тормошонда әүҙем ҡатнаша. Комсомол райкомы ағзаһы була, уны партияға алалар. Шул уҡ ваҡытта ул дауаханала санитар булып та эшләп өлгәрә, ЧОН-дың ҡарауыл хеҙмәтендә ағза була, улар университет, яҡын тирәләге дәүләт учреждениелары биналарын һаҡлау, урамдарҙа тәртип һаҡлау кеүек эштәрҙе башҡара.

1925 йылда университет тамамлан йәш белгескә Өфөгә барырға тәҡдим итәләр. Бөтә илдәге кеүек Башкортостанда ла төрлө эпидемия, сирҙәр таралыуға ҡаршы көрәш бара. Был 1920-1928 йылдарҙағы Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Ғ.Ғ.Ҡыуатов етәкселегендә республика һаулыҡ һаҡлау системаһы ойошторола башлаған осор була, бында бер-бер артлы яңы дауаханалар, фәнни лабораториялар, институттар (мәҫәлән, күҙ ауырыуҙары институты) асыла.

Өфөлә табип эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөлә 1923 йылда 50 урынлыҡ тире—венерология диспансеры асыла. Трайнинды инде ойошҡан, тырыш коллектив ҡаршы ала. С.Трайнин ҡарт большевик В. Д. Галанов өйөндә бер бүлмәлә йәшәй башлай. Оҙаҡламай Соломон Маркович дауаханала рентгенкабинет кәрәклеген аңлай һәм кире Мәскәүгә барып, Дәүләт ренгенология институтында рентгенотерпевтҡа уҡып ҡайта.

1926 йылда В. Д. Галанов менән Өфөлә билдәле педагог Л. А. Галанованың ҡыҙына өйләнә. 1927 йылда Трайниндарҙың улы тыуа. Уға олатаһы хөрмәтенә Марк тип исем ҡушалар. Йылдар үткәс, ул да олатаһы һәм атаһы юлынан китеп, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, табип булып китәсәк [2].

1930 йылдың апрелендә Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау наркоматы һәм партияның өлкә комитеты ҡарары менән Рәсәйҙәге тәүге Өлкә тире-венерология институты булдырыла. Уның өсөн Фрунзе урамында (хәҙерге З.Вәлиди) бина бүленә. Институт директоры С. М. Трайнин сирлеләрҙе дауалап ҡына ҡалмай, фәнни эштәр менән дә шөғөлләнә. Ул уйлап тапҡан тире ауырыуҙарын дауалауҙы тиҙләтә торған яңы ысул бөтә илгә билдәле була һәм дауаханаларҙа ҡулланыла башлай. Был метод сәс төктәрен фильтрһыҙ рентгеноэпиляциялау тип атала. Сәс төктөрен алып ташлау тире ауырыуҙарын дауалауҙы күпкә тиҙәләтә.

Соломон Трайнин был осорҙа һаулыҡ һаҡлау наркоматы парткомы секретары, партияның Өфө ҡала комитеты ағзаһы, Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең Республика комитеты рәйесе урынбаҫары ла була.

1929 йылда партияның Башҡортостан өлкә комитетына яңы етәксе — Яков Быкин килә. 1929—1933 йылдарҙа илдә индустриалләштереү һәм культура революцияһы бара. Башҡортостан етәкселәре үҙәк ҡалаларҙа ниндәй мәҙәни усаҡтар бар, шуларҙың барыһын да республикала булдырырға ҡарар итә (техникумдар, вуздар, театрҙар, филармония һ.б.)

1931 йылдың май айында партияның өлкә комитеты Өфөлә медицина институты асырға ҡарар ҡабул итә һәм быны тормошҡа ашырыр өсөн комиссия төҙөй. Комиссия составына инженер В. Ф. Мусихина, табиптар И. И. Геллерман, В. М. Романкевич индерелә.

1932 йылдың 25 мартында РСФСР халыҡ комиссарҙары Советы 289-сы һанлы ҡарары менән Башҡорт дәүләт медицина институтын асырға рөхсәт бирелә, уның директор урынбаҫары итеп табип Ғ.Н.Тереғолов билдәләнә. Буласаҡ институт өсөн Фрунзе урамындағы элекке ФЗУ бинаһын бирәләр. Был бинала тәүге ике кафедра — химия һәм физика кафедралары.урынлаша. Һуңыраҡ институтҡа тағы 6 бәләкәйерәк бина бирелә. Институтты ойоштороу буйынса тәүге эштәр улар етәкселегендә башҡарыла [3]

Башҡорт дәүләт медицина институты директоры (1932—1937)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡорт дәүләт медицина университетының тәүге бинаһы. Хәҙерге З.Вәлиди урамы

1932 йылда С. М. Трайнин буласаҡ медицина институтының директоры итеп тәғәйенләнә, сөнки Ғ.Н.Тереғолов фирҡәһеҙ була. Институт ойоштороу өсөн кадрҙар, биналар, төрлө ҡорамалдар һәм башҡа нимәләр кәрәк була. Беренсе йылды института уҡытыр өсөн студенттарҙы (320 кеше) бик ҡыйынлыҡ менән табалар, сөнки йәштәрҙең белем кимәле бик түбән булғанлыҡтан,улар института уҡырлыҡ булмай. 199 студент көндөҙгө, 121- киске бүлектә уҡый башлай.

Трайнин өлкә комитетына рабфак ойоштороу тәҡдиме менән бара. Уҡытыусы кадрҙар ҙа етешмәй, беренсе йылда уҡ институтта 32 преподаватель эшләй. Урындағы табиптарҙан тыш төрлө ҡалаларҙан белгестәр саҡырыла. Баштараҡ уҡытыусылар бер курстан икенсе курсҡа студенттары менән бергә күсеп, медицинаның башҡа бүлеген алып барырға мәжбүр була.

Тәүге йылдарҙа уҡ студенттарҙы ашатыр өсөн ағастан ашхана төҙөлә. Ашханала гигиена кафедраһы ла үҙ эшен алып бара (аш-һыу гигиенаһы). 1934 йылда Фрунзе урамындағы бинаға өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә, студенттар өсөн ятаҡ төҙөлә башлай.

1936 йылда студенттар өсөн 600 урынлыҡ ятаҡтар, Ленин урамында буласаҡ төп корпустың нигеҙе төҙөлә. Етәкселәр, уҡытыусылар, студенттар, рабфакта уҡыусылар дәртләнеп эшләй, уҡый. Ҡышҡылыҡҡа ятаҡты, биналарҙы йылытыр өсөн утынды Ағиҙелдән һалдарҙы тартып сығарып, киҫеп, ташып, өйөп ҡуйырға кәрәк була. Был эштәрҙе студенттар үҙҙәре башҡара[4] .

Барыһы ла яйланып, төп кафедралар булдырылып, уҡыу процессы тәртипкә һалынғас, көтмәгәндә бәлә килә. Институт кассиры уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡына тигән аҡса менән ғәйеп була. С. М. Трайнинды был хәлдә ғәйепләп, наркомат уға шелтә биреү тураһында бойороҡ сығара. Ләкин Трайнин үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбат итә, шелтә юҡҡа сығарыла.

1936 йылдың 10 декабрендә институтың ғилми Советы С. М. Трайнинға эшләгән ғилми хеҙмәттәрен юғары баһалап, медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһен биреү тураһында ВАК-тан һорарға тигән ҡарар сығара.

Оҫта ойоштороусы С. М. Трайнин һәм ул етәкләгән коллективтың тырышлығы менән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә институтта эш, уҡытыу өсөн бөтә кәрәкле булған барлыҡ подразделениелар ҙа булдырыла.

1936 йылда ул Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн ул Ленин ордены менән бүләкләнә[5].

С. З. Лоҡманов, Ә.С. Дәүләтов, И. С. Немков, З. Ә. Ихсанов, B.И. Грибанов, М. А. Әбделмәнов, Ғ.Н. Тереғолов — институтың тәүге преподавателдәре була .

1937 йылда институттан тәүге табиптар сыға (дауалау факультеты), башта ҡабул ителгән 320 студенттың 82 генә сығарылышҡа тиклем килеп етә. Киләһе йылдарҙа ла институт йылдам үҫешә, яңы кафедралар асыла, мединститут фәнни учреждениеға әйләнә. 1937—1938 уҡыу йылына института 32 кафедра була, уларҙы 9 профессор һәм 23 доцент етәкләй[6].

Ләкин илдә барған ҡатлаулы хәлдәр С. М. Трайнинды ла урап үтмәй. Ни сәбәптәндер, Мәскәү университетында бергә уҡыған элекке курсташы уның өҫтөнән туҡтауһыҙ ялыу яҙа. Быны төрлөсә аңлаталар. Ул осорҙа Алыҫ Көнсығыш, Төньяҡ райондарға күпләп эшсе көсө кәрәк булғанға, репрессия машинаһы ныҡ эшләй— меңәрләгән тотҡон шул райондарға оҙатыла. Төрлө сирҙәр, эпидемия тарала башламаһын өсөн табиптар, башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә тире һәм венерология буйынса белгестәр кәрәк була.

Дерматовенеролог С. М. Трайнинды бер нисә тапҡыр төрлө ғәйептәр табып (мәҫәлән, университетта уҡығанда троцкизмды маҡтаған булған тип) ҡулға алырға тырышалар, ләкин бер нисә тапҡыр ул ҡотолоп ҡала[2].

1937 йылдың 24 сентябрендә С. М. Трайнин ҡулға алына һәм Магаданға ебәрелә, репрессиянан ҡотолоп ҡалыу юҡлығын аңлаған ҡайныһы, ҡарт большевик В. Д.Галанов үҙ-үҙенә ҡул һала.

1937—1940 йылдарҙа институтың директоры булып табип -офтальмолог А. В. Чубуков эшләй.

Репрессия ҡорбаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соломон Маркович башта Севлагтың үҙәк дауаханаһына табип-ренгенолог итеп тәғәйенләнә. 1945 йылдың 20 апрелендә Трайнин иреккә сыға, ләкин оҙаҡламай яңынан ҡулға алына. Ул Омлагтың бер лагеренә «вольнопоселенец» итеп ебәрелә. Уға ғаиләһен Өфөнән саҡырып алырға рөхсәт итәләр.

1946 йылда уны Магадан тире-венерология диспансерына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. 1949 йылда ул һөргөндәге кеше- «поселенец» хәленә күсерелә, баш табип вазифаһынан бушатыла. С. М. Трайнин табип-рентгенолог булып эшләй. Былары «еврей антифашистик комитеты» эшенә бәйле йәһүдтәргә ҡаршы ул саҡта барған репрессиялар шауҡымы булғандыр тип иҫәпләйҙәр.

1953 йылда И. В. Сталин вафат була. С. М. Трайнин кеүек тотҡондар үҙ хәленең үҙгәреренә бик өмөт тә итмәй. Ләкин бер йылдан һуң ул В. Д. Галановтың Граждандар һуғышы ваҡытындағы танышы К. Е. Ворошиловҡа үҙ хәлен аңлатып, хат яҙа һәм яңғылышмай [2].

1955 йылда реабилитациялана. С. М. Трайнин гражданлыҡ хоҡуҡтарын кире ҡайтара, уны яңынан партияла тергеҙәләр (ни өсөндөр 1920 йылдан), хатта етәксе вазифа ла тәҡдим итәләр, тик Соломон Маркович ниңәлер партия секретары вазифаһында эшләргә теләй. Трайниндар Магаданда йәшәргә ҡала, улдары Марк Өфөлә медицина институтында уҡый һәм өлкән Трайниндар уның янына Өфөгә килеп кенә йөрөй.

С. М. Трайнин 1969 йылда Магадан ҡалаһында вафат була[1] .

  • Ленин ордены (1936)
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия.

• Т. 6. Советы нар. хозяйства-У. 2010. — 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5 • Т. 7. Ф-Я. 2011. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-075-3

  • «Как все начиналось», история БГМУ, В. Г. Сахаутдинов, Уфа, 2013 г., изд. «Гилем» НИК «Башкирская энциклопедия», 142 стр.
  • Башкирскому медицинскому институту 60 лет.1932-1992. Уфа,1992.
  • Репрессии ученых в БАССР в 30-е годы ХХ века — тема …

https://cyberleninka.ru › repressii-uchenyh-v-bassr-v-30-e-gody-hh-veka

  • В. Г. Сахаутдинов. Башкирский государственный медицинский университет: как все начиналось.

http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMTUyMjc/QmluZGVyMSAtINC60L7Qv9C40Y8