Эстәлеккә күсергә

Тәйрүк (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәйруҡ (йылға) битенән йүнәлтелде)
Тәйрүк
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Ҡушылдыҡ Байк[d], Буденя[d], Буҙайғыр, Зыяратъелга[d], Инъелга[d], Каранка[d], Караталка[d], Тимерле (Тәйрүк ҡушылдығы), Тубаҡбаш, Чувашка[d] һәм Юшала[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 36 km
Бассейн категорияһы Категория:Тәүрүк бассейны
Карта
 Тәйрүк Викимилектә

Тәйрүк (рус. Тайрук) — Рәсәй йылғаһы. Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.

Оҙонлоғо 36 км[1]. Тәйрүк йылғаһы буйында Ишембай ҡалаһы урынлашҡан.

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға Кама һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Салауат ҡалаһынан алып Стәрлетамаҡ ҡалаһына тиклем Ағиҙел йылғаһы, йылғаның бассейн аҫты йылғаһы — Ағиҙел. Йылға бассейны — Ҡама йылғаһы.

Рәсәй Федерацияһы территорияһының һыу хужалығын райондарға бүлеү буйынса географик мәғлүмәттәр системаһы Һыу ресурстарының федераль агентлығы әҙерләгән йылғаның мәғлүмәттәре:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200512111100018144
  • Гидрологик өйрәнеү буйынса код(ГИ) — 111101814
  • Бассейн коды — 10.01.02.005
  • Гидрологик өйрәнеү буйынса том һаны — 11
  • Гидрологик өйрәнеү буйынса сығарылыш — 1

Ишембай ҡалаһы районында ярҙар текә, бейеклеге 3 метрға тиклем. Үҙәненең киңлеге 2-3 метр, тәрәнлеге 0,5 метрҙан алып 1 метрға тиклем. Һыуы тоноҡ һәм ылымыҡлы. Йылғаның һыуы хужалыҡ маҡсаттарында ҡулланыла. Ҡала районында йәйге осорҙа яһалма һыу ятҡылығы һәм пляж ҡорола.

Тәйрүк йылғаһы үҙенең дауамында унлап ҡушылдыҡ ҡабул итә:

Йылға буйындағы ауыл һәм утарҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәйрүк йылғаһы буйында ултырған ауылдар тураһында беренсе сәйәхәтсе Лепехин Иван һөйләй. Ул былай тип яҙа: «Кискә ҡарай беҙ Ағиҙел йылғаһына ҡойған Тәйрүк йылғаһы буйындағы башҡорт ауылы Ҡөҫәпҡолға килдек һәм шунда төн үткәрҙек»

Тәйрүк йылғаһының сығанағы Ишембай районының Этҡол ауыл советына ҡараған Подлесный утарынан көньяҡҡа ҡарай тәрән йырындарҙа (Верхотор урмансылығының 17 кварталында), йүкә һәм еректәрҙең әрәмәлеге араһында, ҡуйы урманда, Тәрәүә тауынан алыҫ түгел ерҙә башлана[2].

Тәйрүк йылғаһының тамағы Ишембай һәм Стәрлетамаҡ районы сигендә, таҙартҡыс ҡоролмаларҙан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан.

«Тәйрүк» атамаһының килеп сығышын яҡын-тирәлә йәшәгән башҡорттар «Тәрәүә» тауы исеме менән бәйләй, сөнки уның башы Уразбай ауылынан йыраҡ түгел ятҡан Тәрәүә тауына яҡын ғына[3].Башҡорт телендә — үек, -ыҡ һүҙҙәре ҡушылып яһалған йылға исемдәре, Эйек, Ыҡ йылғалары бар, улар барыһы ла «йылға» мәғәнәһендә ҡулланыла. Башҡортостандың Ишембай районында, мәҫәлән, «Һәләүек», «Гөрләүек» тигән йылғалар бар."Шарла-уыҡ"-«шарлап, тауышланып аға» + «йылға».

Башҡортостан топонимдары һүҙлегендә «Тәйрүк» һүҙе фарсы телендәге «дарья»- «йылға» һүҙенә лә бәйле булыуы бар тиелә.

йәйәүлеләр һәм автомобиль өсөн
Йәйәүлеләр

Йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙары, Тәйрүк йылғаһы үҙе нефть продукттары һәм көнкүреш сүп-сарҙарынан бысранған.

Ҡалдыҡтар Яр-Бишҡаҙаҡ һаҡлағысынан үтеп инә[4].

Тәйрүк һәм уның ярҙарын таҙартыу буйынса экологик өмәләр үткәрелә[5][6].

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәйрүк йылғаһының фитопланктонын өйрәнеү менән Е. А. Захаров, О. А. Никитин шөғөлләнә.

1770 йылдың йәйендә академик Иван Лепехин экспедицияһы, Ағиҙел йылғаһы буйлап өҫкә күтәрелеп, үҙенең кешеләре менән Тәйрүк йылғаһы тамағында туҡтай. Бында, Көҫәпҡол ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта тәбиғи нефть ятҡылығы табыла.

«Беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙы ҙур булмаған асҡыс менән ерҙе соҡоғанда тау нефтенән торған шишмәгә юлығыу көсәйтте. Бер аршындай ҡаҙғас, уның сығанағына барып еттек. Был нефть сиректән ҙур булмаған ҡалынлыҡтағы юлаҡтар ебәрә ине. Артабан ҡаҙырға хәл етмәне, бында оҙаҡҡа ҡалырға ваҡыт та ҡалманы. Әйтелгән урындан биш саҡрымдай ерҙә, башҡорт ауылыБишҡаҙаҡ ҡаршыһында, Ағиҙел йылғаһының ярында, йылғаға ағып төшкән ҡуйы асфальт булып сыға. Шунан сығып шикләнеүһеҙ һығымта яһарға була: әгәр был урындарҙы тейешле килештә эшкәртеүгә бойороҡ булһа, хеҙмәт һәм был ҡарамаҡ юғалмаҫ» («Академия фәндәре докторы Иван Лепехиндың Рәсәй дәүләтенең провинциялары буйынса сәйәхәте яҙмалары көндәлеге»)[7].

Тәйрүк символикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ишембай флагы

Ағиҙел һәм Тәйрүк йылғаларының географик урынлашыуы Ишембай ҡалаһының рәсми символдарында — флагта һәм гербта символик һүрәтләнә[8]. Тәйрүк йылғаһын һул тар аҡ һыҙат символлаштыра.

Йылға — Ишембай рәссамдарының яратҡан темаһы.

Шәймөхәмәтов Фәнил Сафуан улы Тәйрүкте линогравюрала һүрәтләй. Елена Шарова «Тәйрүк йылғаһы аҡҡан ерҙә» мәҡәләһендә (Башҡортостан Республикаһы гәзитендә) былай тип яҙа[9] :

Шәймөхәмәтов Фәнилдең бала саҡта яһаған пластилин кешеләренән изгелек һәм наҙҙы, рәссамдың онотолмаҫ бала сағын бәүеткән олатай -оләсәйҙәрҙең йыйырсыҡтарын офорттары, линогравюралары ала. Фәнил бер-береһенә тап килмәгән нәмәләрҙе: теүәл графикаһының аныҡ линияларын нескә күңел һәм үлемһеҙ мөхәбәт менән, йоҡоһоҙ төндә ҡалҡып сыҡҡан үтә ябай, шундай аңлайышлы иҫтәлектәр менән берләштереүгә эйә. Юлсыны ауыл ҡоҙоғонан таҙа һыу эсереүсе аҡыллы ҡатын, ҡара күҙле һылыуҡайға дәртле серенадаһын башҡарған матур тауышлы батыр,Тәйрүктең сылтыраған йырҙарын — рәссам полотноларында яңғыраған йырҙарҙы, картиналарындағы йәйғорҙо, офорттарындағы изгелек балҡыуын —быларҙың барыһын да АҠШ-та, Японияла, Германияла, Австрияла күрҙеләр һәм ишеттеләр.

Владимир Романов 2014 йылдың 17 сентябрендә Башҡортостан мәғлүмәттәрендәге «Риф Мифтахов атаһы васыятына тоғро ҡала (Билдәле башҡорт шағирына 75 йәш тулыу айҡанлы)» мәҡәләһендә былай тип яҙа:

Белемгә ынтылыусан һәм ҡыҙыҡһыныусан малай Урал итәгендә йәйелеп ятҡан тыуған тәбиғәтенең гүзәл картиналарын, Ағиҙелгә үҙенең тоноҡ һыуҙарын ҡойған Тәйрүк йылғаһының йөрәккә яҡын ярҙарын үҙенә һеңдереп үҫә. Бәлки, урындағы тәбиғәттең матурлығын тойоу, Рифтә хистәрен ҡағыҙға һалып, бүтәндәр менән уртаҡлашыу теләген уятҡандыр.

Тәйрүк сик йылғаһы булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға — Ишембай районы ауыл советтары өсөн тәбиғи сик. Улар араһында:

  1. Скворчиха, Байғужа һәм Этҡол ауыл советтары
  2. Байғужа ауыл советы муниципаль берәмеге, Скворчиха ауыл советы муниципаль берәмеге һәм Этҡол ауыл советы муниципаль берәмеге сиктәрен белдергән Тәйрүк йылғаһындағы 24У төп үҙәктән, көньяҡ-көнсығыш юнәлештә 9,45 километр оҙонлоғондағы Тәйрүк йылғаһы буйлап, Тәйрүк йылғаһы фарватерында урынлашҡан 1-се боролош нөктәһенә тиклем.
  3. Байғужа,Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советтары һәм Ишембай
  4. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы муниципаль берәмеге, Байғужа ауыл советы муниципаль берәмеге һәм Ишембай ҡалаһы тораҡ пункты сиктәрен белдергән 15-се үҙәк нөктәнән 1,7 километр оҙонлоғондағы Тәйрүк йылғаһы буйлап көньяҡ-көнсығыш юнәлештә Байғужа торак пунктынан 1,3 километр төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1 боролош нөктәһенә тиклем.

Тәйрүк йылғаһы сик йылғаһы булараҡ «Юрматы ырыуы шәжәрәһендә» телгә алына.

Унда 16 быуатта йәшәгән юрматы башҡорт ҡәбиләһенең аҙнай ырыуы (ырыу араһы) юлбашсыһы Аҙнай бей юрматы ҡәбиләһенең башлығы Тәтегәс бей менән юрматыларҙың Мәскәү батшалығы составына инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙәге делегация составына инә.

Килешеү төҙөлгәндән һуң Аҙнай бей староста итеп тәғәйенләнә, уның ерҙәре Тәйрүк йылғаһы буйлап билдәләнә.

Тәйрүк исеме менән аталған объекттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тәйрүк — Ишембай ҡалаһы урамы
  • Тәйрүк — Ишембай ҡалаһында биҫтә
  • «Тәйрүк» — Ишембай районы Байғужа ауыл советы Кинйәбулат ауылы Мәҙәниәт һарайының халыҡ бейеүҙәре ансамбле;
  • «Тәйрүк» араҡыһы (И. И. Фәйзуллина. Аҙыҡ-түлек номинацияһының төбәк компоненты //
  • Тәйрүк нефть ятҡылыҡтары — 1968 йылда Ишембай районының Кинйәбулат ауылында асыла.
  • Тәйрүк аръяғы урман паркы — Ишембай районы биләмәһе. Бында ярыштар, шул иҫәптән бөтә Рәсәй ярыштары үтә (В. В. Новожилов иҫтәлегенә саңғы марафоны)

Захарова Е. А. Альгоценозы водоемов и почв урбанизированных территорий (на примере города Ишимбая, Башкортостан) // Автореф. дис….. канд. биол. наук. Уфа, 2003. 16 с.

Никитина О. А. Биоиндикация цианобактериально-водорослевых ценозов почвы и водоемов урбанизированных территорий Республики Башкортостан//Геология, полезные ископаемые и проблемы геоэкологии Башкортостана, Урала и сопредельных территорий: Материалы / 9-я Межрегиональная научно-практическая конференция. Уфа, 19-22 ноября, 2012 г. — Уфа: ДизайнПресс, 2012. — 288 с. С.260-261.

ЦГИА РБ, ф. 13, on. 1, д. 2. Материалы геологических исследований Г. В. Вахрушева и В. А. Чердынцева (pp. Урюк, Нугуш, Тор, Тайрюк, Белая), 1926—1927 гг.-265 л.

Гареев А. М. Реки и озера Башкортостана / А. М. Гареев; Под ред. А. М. Гареева. — Уфа : Китап, 2001. — 258, [1] с. : ил., карт., цв. ил., карт., портр.; 22 см; ISBN 5-295-02879-8 С.205,236

  1. Государственный водный реестр РФ: Река Тайрук. Архивировано 11 март 2012 года.
  2. Худякова Т. Н. Светлая река (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 1999. — 16 ноября. — № 133.
  3. [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Башкирской АССР]
  4. Фестиваль «Хоровод дружбы» назвал имена победителей — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
  5. http://www.bashinform.ru/articles/140741/
  6. «О проведении месячника весенней санитарной очистки города и экологических субботников» 2018 йыл 24 октябрь архивланған.
  7. Живитченко Э. В. Путь к башкирской нефти (рус.) // Ватандаш : журнал. — Уфа.
  8. Символика городского поселения «Город Ишимбай». Официальный портал города Ишимбая. Дата обращения: 21 июнь 2011. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 25 август архивланған.
  9. Республика Башкортостан//ВЕРНИСАЖ :Там, где течёт Тайрук .В Уфимской художественной галерее открылась выставка ишимбайских художниковВ области настоящего искусства, что в живо … 2014 йыл 14 июль архивланған.