Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы
Тәнзилә Дәүләтбирҙина | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Тимер ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, шағир |
Ижад йылдары: |
1983 йылдан |
Дебют: |
«Тау һуҡмағы» (1989) |
Премиялары: |
Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1997) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014) |
Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3 август 1964 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 1964 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районына ҡараған) Тимер ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
- 1981 йылда, Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.
- 1986—1987 йылдарҙа Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми-методик үҙәгендә эшләй.
- 1987—1993 йылдарҙа «Аманат» журналында хеҙмәт итә.
- 1994 йылдан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында журналист була.
- 2001 йылдан «Аҙна» нәшриәт йортонда эшләй.
- 2002 йылдан алып Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә: 2003 йылдан — редакция мөдире, 2004 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары.
- 2005—2006 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире вазифаһында.
- 2007—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры.
- 2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығында эшләй.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның мәктәптә уҡығанда һәм студент йылдарында уҡ шиғырҙары республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай.
1989 йылда «Тау һуҡмағы» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Шағирә «Ҡыҙ хәтере» (1992), «Мин кем?» (1997), «Ҡояшлы йыр» (2003), «Йәй ҡыҙы» (2008), «Ҡанатлы йөрәк» (2014) исемле йыйынтыҡтарына тупланған шиғырҙарында, поэмаларында заман һулышын һиҙгер тоя һәм уның көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә, уның шиғри әҫәрҙәрендә ил менән халыҡтың киләсәге өсөн хәүефләнеү мотивтары өҫтөнлөк итә.
Лирик-фәлсәфәүи шиғырҙарында һәм поэмаларында ул кешенең ерҙәге тәғәйенләнеше, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнештәр хаҡында уйлана, тормош асылына төшөнөргә ынтыла.
Нескә лиризм менән һуғарылған, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған әҫәрҙәре ихласлығы менән күңелде арбай. Уларға милли колорит хас. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның поэмалары ғәҙәти булмаған сюжетҡа ҡорола. Улар көслө тойғоларҙан, һыҙланыуҙарҙан, уйланыуҙарҙан яралған.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙен шағир-тәржемәсе итеп тә танытты: Владимир Высоцкий, Александр Сергеевич Пушкин, Марина Цветаева һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итте.
Т. Дәүләтбирҙина драматургия өлкәһендә лә ижад итә. Уның «Минең ғаиләм» пьесаһы — Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юғалтыу» әҫәре Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыла.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙарына Салауат Низаметдинов, Р. Р. Сәғитов, С. Р. Сәлмәнов һәм башҡалар йырҙар ижад иткән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тау һуҡмағы. Өфө, 1989 й.;
- Ҡыҙ хәтере. Өфө, 1992 й.;
- Мин кем? Өфө, 1997 й.;
- Ҡояшлы йыр. Өфө, 2003 й.;
- Йәй ҡыҙы. Өфө, 2008 й.;
- Ҡанатлы йөрәк. Өфө, 2014й..
Радиола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ашҡаҙар» — моңло радио. 21декабрь, 2023 йыл («Беҙҙең донъя». Ф. Аҡбулатова.
Студия ҡунағы — илһамлы ижадсы Тәнзилә Дәүләтбирҙина)[1]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- Әбүзәров Салауат Нәзир улы Бөрйән йәме һыйған йәм // Башҡортостан : гәзит. — 2014.
- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
Имеется версия статьи на русском языке: Проект:Двуязычность/Давлетбердина, Танзиля Салиховна. |
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 3 августа тыуғандар
- 1964 йылда тыуғандар
- Бөрйән районында тыуғандар
- Википедия:Двуязычность:Статьи на башкирском языке
- Шәхестәр:Бөрйән районы
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡорт драматургтары
- Башҡорт яҙыусылары
- Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаттары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй шағирҙары
- XX быуат шағирҙары
- XXI быуат шағирҙары
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- Рәсәй тәржемәселәре
- XX быуат тәржемәселәре
- XXI быуат тәржемәселәре
- XX быуат яҙыусылары
- XXI быуат яҙыусылары
- Алфавит буйынса журналистар
- XX быуат журналистары
- Шәхестәр:«Башҡортостан» ТРК
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре
- «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәрҙәре