Урал батырҙың алтын билбауы
«Урал батырҙың алтын билбауы» — Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан башланып, тарихи тәбиғәт һәйкәлдәре, иҫтәлекле, «Урал батыр» эпосына бәйле урындар, халыҡ кәсепселеге һаҡланған Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары аша үткән туристик маршрут[1].
Маршрут программаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белорет районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассы шифаханаһына экскурсия. Уҫманғәле мәсете, Заһир Исмәғилев музейы, үҙенсәлекле легендалар — дейеүҙәр, аждаһалар менән бәйле Көньяҡ Урал ҡурсаулығы башланған Ямантау менән танышыу.
Учалы районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азия-Европа сигендәге стела янында туҡталыш. Ҡашҡар ауылында Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) музейына экскурсия. «Урал батыр» стелаһы менән танышыу. Учалы ҡалаһы буйлап экскурсия: райондың этнография музейында булыу, Ахун мәнгирҙәренә барыу. «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгенә сәйәхәт.
Әбйәлил районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгенең канат юлы менән 450 метр бейеклектәге тауға менеү. Яҡтыкүл күленә сәйәхәт. Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Күсимовтың музейына экскурсия.
Баймаҡ районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булған Темәс ауылында «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәктә башҡорт милли йолаларын менән танышыу. Этнография музейына сәйәхәт.
Бөрйән районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәндәғол ауылындағы «КаповоТур» турбазаһында урынлашыу. Ағиҙел буйлап ағыу, Аҡбулат ауылындағы мәсет менән танышыу, Бабсаҡ бей ҡәберенә зыярат ҡылыу. Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия.
Күгәрсен районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йомағужа һыуһаҡлағысына сәйәхәт. «Башҡорт ауылы» туристик базаһы менән танышыу.
Мәләүез районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нөгөш һыуһаҡлағысына экскурсия. Воскресенск картиналар галереяһы менән танышыу.
Ишембай районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скварчиха ауылында изге сығанаҡта булыу.
Стәрлетамаҡ районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың "Таштар музейы"на сәйәхәт. «Юрматы ере» мемориаль комплексы менән танышыу.
Перспективаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маршрутҡа Ирәмәл тауын һәм Ғафури районының Сәйетбаба ауылындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген, башҡа райондарҙы ла индереү күҙаллана.
|
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- https://resbash.ru/stat/2/6768(недоступная ссылка)