Эстәлеккә күсергә

Фәрхетдинов Әнүәр Нуретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фархетдинов Әнүәр Нуретдин улы битенән йүнәлтелде)
Фәрхетдинов Әнүәр Нуретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Килкабыҙ, Иҫке Ҡорос ауыл Советы, Баҡалы районы
Вафат булған көнө 1 октябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған урыны Баҡалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хәрби звание Капитан
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Фәрхетдинов Әнүәр Нуретдин улы (17 июль 1912 йыл — 1 октябрь 1997 йыл)- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 313 кавалерия полкының 3, 4 эскадрондары командиры. Гвардия капитаны. Баҡалы районы «Большевик» һ.б.колхозы рәйесе. I-cе дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[1], Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943)[2].

1912 йылда Башҡортостандың хәҙерге Баҡалы районы Килкабыҙ ауылында (ҡайһы бер документтарҙа Ҡорос-Ҡаран ауылында тиелгән[сығанаҡ 1286  көн күрһәтелмәгән]) тыуған. 1934 йылдың декабрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1936 йылға тиклем кавалерияла хеҙмәт итә. Армиянан һуң, һуғышҡа тиклем хәҙерге Баҡалы районы «Большевик» колхозы рәйесе була[3]. (Туҡтағол тулы булмаған урта мәктәбе директоры булып Даян Баян улы Мурзин эшләй). 1941 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Чкалов (Ырымбур) кесе командирҙар әҙерләү мәктәбен тамамлай. Башта һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү менән шөғөлләнә, Башҡортостанда формированиела торған 113-сө кавалерия дивизияһының 276-сы кавалерия полкында хеҙмәт итә. Бер аҙҙан уға үҙ полкынан иң яҡшы һалдаттарҙы һайлап, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына күсергә бойоралар. Лейтенант Әнүәр Фәрхетдиновҡа яҡташтары колхоздың иң шәп «Рулетка» исемле атын бүләк итә. Атҡа күп командирҙарҙың күҙе төшә, тик Фәрхетдинов атынан айырылмай. Ул Г. Д. Маҡаев етәкселек иткән 313-сө кавалерия полкының 3-се, һуңыраҡ 4-се эскадроны командиры итеп тәғәйенләнә (һуңыраҡ 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы тип атала). 1943 йылдың ноябренән 1946 йылдың ғинуарына тиклем ПФС һәм ОВС начальнигы урынбаҫары була.

Днепрҙың уң яҡ яры өсөн барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исемен бирергә тигән тәҡдим булһа ла[сығанаҡ 1286  көн күрһәтелмәгән], уға 1943 йылдың 14 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыла.

Хеҙмәт иткән подразделениелары: 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы; һуғыштан һуң: 15-се кавалерия дивизияһының 75-се кавалерия полкы; Баҡы хәрби округының 31-се механизацияланған дивизияһының 99-сы гвардия механизацияланған полкы; Кавказ аръяғы хәрби округы.

Һуғыштан һуң дивизия Кавказға юл ала. Әнүәр Фархетдинов хеҙмәтенең аҙағынаса аты менән айырылмай, уны 1946 йылда үҙ колхозына кире алып ҡайтып тапшыра[сығанаҡ 1286  көн күрһәтелмәгән]. Тимәк, Миәкә районындағы «Ҡорос» (Керчь) исемле ат бер үҙе генә ҡайтмай Башҡортостанға. Әнүәр Фархетдиновты яҡташтары яңынан «Большевик» колхозы рәйесе итеп һайлай. Һуңыраҡ ул «Яңы тормош», «Яңы көс» колхоздары рәйесе була, Иҫке Ҡорос һәм Иҫке Маты ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе, Баҡалы икмәк комбинаты директоры булып эшләй[сығанаҡ 1286  көн күрһәтелмәгән].

1997 йылдың 1 октябрендә Баҡалы ауылында вафат була.