Фәйрүзә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйрүзә

Фәйрүзә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәйрүзә исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә фарсы теле аша ингән, йәшел төҫтәге матур аҫыл таш исеменән алынған. Ҡыҙ баланың күҙгә ташланырлыҡ сибәр, аҫыл таштай күркәм булыуын теләп ҡушыла[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдулова-Абайҙуллина Фәйрүзә Арыҫлан ҡыҙы (16 октябрь 1964 йыл) — Сәфәр төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Шәйҙуллина Фәйрүзә Динислам ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975).

Юнысова Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы — Асҡын район гәзите мөхәррире, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).

Ғиниәтова Фәйрүзә Роберт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.

Үтәбаева Фәйрүзә Юныс ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы-2014» премияһы лауреаты.

Исхаҡова Фәйрүзә Муса ҡыҙы — Ярат ауыл Советы (Баймаҡ районы)нан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсә (1972 йыл)

Балк Файруза (ингл. Fairuza Balk, тыумыштан Файруза Алехандра Фелдтхаус; 21 май 1974 йыл, Калифорния, АҠШ) — америка актрисаһы. Файруза Балк ҡатнашҡан иң билдәле фильмдар — «Возвращение в страну Оз», «Вальмон», «Остров доктора Моро», «Колдовство» һәм «Американская история Икс».

Файруз (ғәр. فيروزфирүзә, ысын исеме Нухад Хаддад, (21 ноябрь 1935 йыл) — танылған ливан йырсыһы.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәйрүзә — Рәлиф Кинйәбаевтың «Айғырыңды биреп тор!» спектаклендәге герой

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ