Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хакимова Светлана Фаритовна битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

21 июнь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (54 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Иҫке Сәпәш ауылы,

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

1991—2013

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы

Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы (26 июнь 1963) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы 1963 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Иҫке Сәпәш ауылында тыуған. 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Рифҡәт Исрафилов) тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Амплуаһы — лирик-комик геройҙар.

Йырсы булараҡ концерттар менән сығыш яһай. Светлана Хәкимова башҡорт халыҡ йырҙарын һәм тәү сиратта Салауат Низаметдинов, Сара Садыҡова, Рим Хәсәнов, шулай уҡ башҡа композиторҙар йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәлиәбаныу (  «Ғәлиәбаныу»), Сәрби («Йәш йөрәктәр» — «Молодые сердца», Ф. Бурнаш), Ҡарлуғас («Ҡарлуғас» драмаһы, Баязит Бикбай), Ләлә («Аҫылйәр» — «Возлюбленная», М. Фәйзи), Әсә («Артур + Нэнси» — Ә. Дилмөхәмәтова), Аҡйондоҙ («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — М. Кәрим), Лючия («Илай белмәгән ҡатын» — Б. Э. де Филиппо), Баҙыян («МАҠТЫМҺЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА»), Бикәй («АҠ ПАРОХОД» — С. Айытматов), , Гөлфинә («МИН — ҠАТЫН — ҠЫҘ»), Альбина («БӘХЕТ ХАҠЫ»), Гөлшат (" ИКЕ ТӨШ "), 3-сө («ЙОСОФ ҺӘМ ЗӨЛӘЙХА») ;

лирик-комик ролдәре: Һандуғас («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость», Ибраһим Абдуллин; дебют, 1991), Сәрүәр («Башмағым» — Х. Ибраһимов), Мәрйәм Иршатовна («МИН ҺИНЕҢ ҠӘЙНӘҢ БУЛАМ»), Марсела («Әкәмәтле һөйөү» — Лопе де Вега), Сәриә («Һөйәм, һағынам!..» — М. Ғиләжев);

тәрән драматик ролдәре: Хәлимә («Һөйөү сәғәте һуҡҡанда» — «В ожидании часа любви», Флорид Бүләков), Алтынай («Өҙөлгән туй» — «Прерванная свадьба», Зинира Атнабаева), Негина — («Аҡ ҡанатлы хыялым»- «Белокрылая моя мечта», Александр Островскийҙың «Таланттар һәм табыныусылар» пьесаһы буйынса), Әлфиә («…Шайморатов-генерал» — «…Шаймуратов-генерал»), Сәлиха («ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАН»), Ғәйниса («Ғүмер алда әле» — В. Жеребцов) ;

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]