Эстәлеккә күсергә

Заимов Халиҡ Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Халиҡ Шакир улы Заимов битенән йүнәлтелде)
Заимов Халиҡ Шакир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 ноябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Һолтай, Силәбе өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 февраль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Музыка ҡоралы фортепиано
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Заимов Халиҡ Шакир улы (13 ноябрь 1914 йыл9 февраль 1977 йыл) — башҡорт совет композиторы, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1952—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1963—1968 йылдарҙа — директоры. 1953—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949, 1955).

Халиҡ Шакир улы Заимов 1914 йылдың 13 ноябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районы) Һултай ауылында тыуған.

1937 йылда — Өфө музыка училищеһының классик скрипка класын, 1940 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында профессор В. А. Беловтың композиция класын тамамлаған.

1952 йылда консерваторияның төп курсының профессор А. Н. Александров класын тамамлай.

1941—1944 йылдарҙа Өфө гарнизонының хәрби оркестры музыканты булып хеҙмәт итә.

1952—1956 һәм 1963—1977 йылдарҙа Өфө ҡалаһында эшләй.

1956—1963 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Лыткарино ҡасабаһы Балалар музыка мәктәбе директоры була, 1963 йылдан вафатына тиклем Өфө сәнғәт училищеһы директоры була.

Композитор А. Э. Спадавеккиа менән бергә «Аҡбуҙат» операһын яҙа. Опера Б. Бикбай һәм Ҡ. Даян либреттоһына ижад ителә. Сюжеты нигеҙендә «Аҡбуҙат» башҡорт эпосы ята. «Аҡбуҙат» — тарих-фольклор нигеҙендә яҙылған тәүге башҡорт операларының береһе.

Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Н. Канин һәм Х. Мостаев либреттоһына ҡуйылған ошо уҡ исемдәге балетҡа Заимов А. Г. Чугаев менән бергә музыка яҙа.

Композиторҙың төп әҫәрҙәренә Баязит Бикбай шиғырына «Башҡортостан» кантатаһы (1947), симфоник оркестр өсөн увертюра (1952), фортепиано өсөн 24 прелюдия (1952), Б. Бикбай менән М. Сөндөклө шиғырҙарына балалар өсөн 16 йырҙан торған «Бәхетле бала саҡ» циклы (1951) һәм башҡалар инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1955).
  • 1992 йылда Өфөнөң 13-сө музыка мәктәбенә башҡорт композиторы Халик Заимов исеме бирелә[1][2], ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • 2009 йылдың 12 декабрендә Лыткарино ҡалаһы музыка мәктәбенең концерт залында мәктәпкә нигеҙ һалған һәм уның беренсе директоры булған Халик Шакир улы Заимов иҫтәлегенә концерт була[3].
  • 2009 йылдың 29 октябрендә Силәбе өлкәһенең Султай ауылында, башҡорт композиторы Халик Заимовтың тыуған ерендә, музыкант тыуған йортта мемориаль таҡтаташ асыла. Шулай уҡ Султай мәктәбенә уның исемен биреү һәм мәктәп бинаһы алдына композиторҙың бюсын ҡуйыу планлаштырыла[4].