Хижәп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хижәп
Рәсем
Commons-logo.svg Хижәп Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хижәп (ғәр. حجاب‎ — бөркәнсек, ҡорған)[1] Исламда — баштан-аяҡ ҡаплап торған кейем, әммә Көнбайыш донъя «хижәп» төшөнсәһен ғәҙәти ғәрәп яулығына ҡарата ҡуллана.

Хижәп ябынған ҡыҙ бала

Ҡөрьән һәм Сөннәт хижәп тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Картала хижәп рөхсәт ителгән (йәшел төҫ) һәм ителмәгән (ҡыҙыл) илдәр

Ғәҙәттә хижәп ябыныуҙы Ҡөрьәнгә ҡайтарып ҡалдыралар (аяттар 33:59, 24:31), әммә был ғәҙәт Исламға тиклем үк булған[2].

« Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм бар​са мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе[3] »

.

« Мөьминә ҡатындарга әйт: улар күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын, күренеп торған зиннәттәренән башҡа зиннәтен күрһәтмәһен, иҙеүендәге ярыҡты бөркәнсәге менән япһын. Үҙенең иренән, атаһынан, ҡайнынан, уландарынан, иренең уландарынан, ағай-энеһенән, ағай-энеһенең уландарынан, апай-һеңлеһенең уландарынан, эргәһендәге ҡатындарҙан үҙҙәренең уң ҡулдары биләгән (ҡол) ирҙәрҙән, теләге булмаған хеҙмәтсе ирҙәрҙән, яланғас ҡатындың ни икәнен аңламаған сабыйҙарҙан башҡа кешегә зиннәттәрен күрһәтмәһен. Ниндәй зиннәте бар икәнен белдерерлек итеп аяҡтарын ҡуймаһын. Бөтәгеҙ ҙә Аллаға тәүбә ҡылығыҙ. Эй, мөьминдәр, бәлки, бәхетле булырһығыҙ![4] »
  • Имам Әхмәт һәм башҡа мөхәҙҙистәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әйткәнен мөғлүм иткәндәр:
« «Әгәр ҡатын кеше иренең өйөнән башҡа ерҙә сисенһә, Аллаһ уны хур итер»[5]. »

Билдәләргә кәрәк — бер генә аятта ла, хәҙистә лә сәсте ҡаплау тураһында туранан-тура бер ни ҙә әйтелмәгән. Мәгәр күпселек Ислам ғөләмәләре ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнән, ҡул суҡтарынан башҡа ағзалары ҡаплаулы булырға тейеш тип күрһәтә.

Хижәп тураһында ҡануниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙы хижәп ябынырға мәжбүр итәләр, ҡайһы берҙәрендә тыялар. Хижәп ябыныу Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Иранда һәм Йәмәндә мотлаҡ.

Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан, халыҡтарының күпселеге мосолман булһа ла, дәүләт учреждениеларында, мәктәптәрҙә һәм университеттарҙа хижәп ябыныу тыйыла[6][7][8][9][10].

Тәүге тапҡыр хижәп Мысырҙа 1870-се йылдарҙа тыйылған[1]. Төркиә рәсми рәүештә хижәпте 1925 йылда тыя, әммә 2008 йылда, тыйыу кеше хоҡуҡтарын сикләү була тип, яңынан рөхсәт ителә[11]2004 йылдың 15 мартында Францияла динлелекте күрһәткән символдар һәм кейем тыйыла. Быға динлеләрҙең хоҡуғын тыйыу тип баһа бирәләр[12].

2015 йылдың февралендә Рәсәйҙең Юғары суды мәктәптәрҙә дини атрибутиканы һәм хижәпте тыйыу законлы тип таный[13].

2017 йылдың мартында Чечня парламенты республика мәктәптәрендә хижәп ябыныуҙы рөхсәт иткән закон ҡабул иткән[14].

Христианлыҡ менән сағыштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Христианлыҡта Тәүратта, Яңы Ғәһеттә, Апостол Павелдың мөрәжәғәттәрендә ғибәҙәттәрҙә ҡатын-ҡыҙ башын бөркәргә тейеш тип әйтелә.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 1 февраленән бөтә донъяла рәсми булмаған байрам — бөтә донъя хижәп көнө үткәрелә[15]. Тәүге йылы уҡ байрамға 67 илдән, шул иҫәптән, Рәсәйҙән дә,киләләр.[16] и Украина[17].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Күфиә — ғәрәп ирҙәре ябынған яулыҡ

Видеолар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео СОРВАТЬ ХИДЖАБ С МУСУЛЬМАНКИ (Социальный эксперимент)
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Сорвать хиджаб с мусульманки. Социальный эксперимент. Русская озвучка
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Советы для тех, кто хочет одеть хиджаб
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео «Неловкие вопросы»: отвечают россиянки в хиджабах
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Речь мусульманки в Гарвардском университете
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Зачем тебе хиджаб?
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Мастер класс по завязыванию хиджаба(платка)
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Орамалды сәнді байлаудың әдістері. Маржан Әміртай
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Как купаются мусульманки? Мусульманский купальник буркини
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Первый в России пляж для мусульманок

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Ислам: ЭС, 1991
  2. Пиотровский М. В. Ислам. Политиздат. 1988. с. 237
  3. Әл-Әхзәб 33:59 (Османов)
  4. Ән-Нур 24:31 (Кулиев)
  5. «Сахих аль-Джами», хадис № 2708
  6. Хиджаб - дело тонкое.... 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  7. Запрещать ли хиджабы в школах. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  8. Дресс-код религии. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  9. Потянуло на покров. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  10. Пятиминутный путеводитель по... хиджабам. 7 декабрь 2013 тикшерелгән.
  11. [1] Би-би-си В Турции снят запрет на ношение хиджаба в вузах
  12. [http://www.islamnews.ru/news-12484.html Франция отказывает в праве на образование студенткам в хиджабе — IslamNews
  13. ВС РФ посчитал законным запрет носить хиджаб в школах. Росбалт (2015-02-11).
  14. Чеченский парламент разрешил школьницам носить хиджаб
  15. 1 февраля отмечается Всемирный день хиджаба
  16. Казанские мусульманки отметили Всемирный день хиджаба
  17. Всемирный день хиджаба в Киеве

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

фәнни
дини