Хузангай Пётр Петрович
Хузангай Пётр Петрович | |
cыу. Петӗр (Пётр Петрович) Хусанкай | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1907 |
Тыуған урыны | Сиктерме[d], Спас өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 март 1970[1] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Чебоксар, РСФСР, СССР[1] |
![]() | |
Хәләл ефете | Кузьмина, Вера Кузьминична[d] |
Балалары | Хузангай, Атнер Петрович[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир, тәржемәсе |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Педер (Петр Петрович) Хузангай (cыу. Петӗр (Пётр Петрович) Хусанкай; 22 ғинуар 1907 йыл — 4 март 1970 йыл) — сыуаш совет шағиры, тәржемәсе,Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры (), Сыуаш АССР-ының халыҡ шағиры (1950), Сыуаш АССР-ының К. В. Иванов исемендәге дәүләт премияһы (1967), М.Сеспель исемендәге Сыуашстан Комсомол премияһы лауреаты (1969).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1907 йылдың 22 ғинуарында Ҡазан губернаһы Сиктерме ауылында (хәҙер Татарстан Республикаһы Алькеевск районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Икенсе баҫҡыс мәктәпте тамамлай. Һуңынан Сыуашстан педагогия техникумында һәм Ҡазанда Көнсығыш педагогия институтында (хәҙер Ҡазан дәүләт университеты) уҡый. 1957 йылда эргәһендәге юғары әҙәби курстарҙы тамамлай СССР Яҙыусылар союзы эргәһендә Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай[2].
«Сунтал» редакция журналының сәркәтибе һәм тәржемәсе һәм әҙәби консультанты, сыуаш үҙәк гәзите «Коммунар» (Мәскәү) хәбәрсеһе булып эшләй. Ижад эшен ҙур йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бергә алып бара. Ул РСФСР Юғары советы, Сыуаш АССР-ының Юғары советы депутаты була. Сыуаш АССР-ы Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе булып эшләй. РСФСР һәм СССР Яҙыусылар Союзы идараһы ағзаһы була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ябай һалдат һәм дивизия гәзиттәре хеҙмәткәре булараҡ фронтта була. Ҡаты яралана. Петр Хузангай исеме хәҙерге сыуаш шиғриәтенең үҫеүе һәм сәскә атыуы менән бәйле. Әҙәбиәтте тыуған халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында тәрән уйланыуҙар менән тулған күп һанлы әҫәрҙәре менән байыта. Петр Хузангай күп кенә рус һәм сит ил классика әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемәләй (А. Пушкин, М. Лермонтов, М. Горький, В. Маяковский, В Шекспир, Т. Шевченко һ.б.). Сыуаш шағирҙарының (К. Иванов һәм М. Сеспель һ.б.). әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә[2].
П. Хузанғай сыуаш яҙыусылары ижадына арналған әҙәби һәм тәнҡитле әҫәрҙәр авторы булараҡ та билдәле. П. Хузангайҙың шиғри диапазоны бик киң. Уның ижадында Рәсәй, Украина, Белоруссия, Латвия, Грузия, Болгария, Куба, Чехословакия, Польша тураһындағы шиғырҙар ҙур урын биләй.

1970 йылдың 4 мартында 64 йәшендә Чебоксарҙа вафат була[2].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ҡатыны — Вера Кузьмина (1923—2021), актриса, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- ҡыҙы — Саламби, Санкт-ПетербургТта йәшәй.
- улы — Хузангай Атнер (1948 йылда тыуған), филолог, әҙәби тәнҡитсе, И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты профессоры, Чебоксарҙа йәшәй.
Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Тăван çěршыв» («Родина»), «Таня» (Зоя Космодемьянская тураһында , 1942 , 1956 йылдан Сталиндың исемен алып ташлап редакцияланған), шиғыр менән яҙылған « Аптраман тавраш» («Род Аптрамана»). Шиғырҙар циклы «Песни Тилли».
Хузангай һәм уның әҫәрҙәрҙе тураһында, тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хлебников Геннадий-Шанар «Сыуаш әҙәби классикаһы һәм уның вариҫтары»(«Чувашская литературная классика и её наследники»)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сыуаш АССР-ының халыҡ шағиры (1950);
- Сыуаш АССР-ының К. В. Иванов исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967);
- М. Сеспель исемендәге Сыуашстан Комсомол премияһы лауреаты (1969);
- Ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, миҙалдар[3];
- Сыуаш АССР-ының Батырлыҡ һәм Хеҙмәт Даны почёт китабына индерелгән.(1967).
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шағирҙың тыуған ауылы 1981 йылдан 2004 йылға тиклем Хузангаево тип атала. 2004 йылдың декабрендә Сиктерме-Хуҙангаево тип үҙгәртелә. 2002 йылдың февралендә ауылда П. Хузангай исемендәге музей асыла[4].
Уның хөрмәтенә Чебоксар, Әлмәт ҡалаларында, Сюрбеевка (Ибресинский р-н) һәм Баҙар Матак (Татарстан) ауылдары урамдары аталған.
Чебоксар ҡалаһы Ленин районында П. Хузангай исемендәге урта белем биреү мәктәбе № 49 (айырым предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеү) бар.
Чебоксарҙа ул йәшәгән (1960—1970) йортта — Ленин проспекты, 38 мемориаль таҡта ҡуйылған.
Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты алдындағы скверҙа бюст-һәйкәл ҡуйылған(2006)[5].
Мариҙарҙың тәүге халыҡ шағиры М. Казаков П. Хузангай менән шәхсән таныш була, ул 1970 йылда «Педер Хузангай иҫтәлегенә» шиғыр яҙа, урыҫ теленә А. Казакова тәржемә итә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хузангай Пётр Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Чувашская энциклопедия/ Хузангай Пётр Петрович
- ↑ Петр Петрович Хузангай — биография
- ↑ Информация о музее на сайте Алькеевского района 2018 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Чувашская энциклопедия: Хузангай П. П.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чувашская энциклопедия/ Хузангай Пётр Петрович
- Хузангай, Петр Петрович(недоступная ссылка) (недоступная ссылка) — Әҙәби энциклопедияһы
- 22 ғинуарҙа тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- Ҡазан губернаһында тыуғандар
- 4 мартта вафат булғандар
- 1970 йылда вафат булғандар
- Чебоксарҙа вафат булғандар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Рәсәй йәмәғәт эшмәкәрҙәре
- Рәсәй шағирҙары
- Сыуаш әҙәбиәте
- Сыуаш шағирҙары