Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы
Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1925 |
Тыуған урыны | Үрнәк, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 апрель 1999 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (4 ғинуар 1925 йыл — 23 апрель 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант.РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәниф Хажиғәле улы Абдрахманов 1925 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Үрнәк ҡасабаһында тыуған.
1943 йылдың ноябренән алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 49‑сы армияның 139‑сы уҡсылар дивизияһының 609‑сы уҡсылар полкында тоҫҡаусы, артиллерия батареяһының орудие һәм разведка отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән 1944 йылдың 26 июнендә Белорус ССР‑ы Горбовичи ауылы эргәһендә Реста йылғаһы аша сыҡҡанда, 17 июлдә Цогарны ауылы янында дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда һәм 1945 йылдың 13 һәм 15 февралендә Лишин һәм Клайн Гацно торама пункттары (икеһе лә — Польша) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1946 йылдарынды өлкән сержант демобилизациялана.
1946—1973 йылдарҙа һәм 1980—86 йылдарҙа Әлшәй районы һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.
1973—1980 йылдарҙа РСФСР Педагогия йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 1999 йылдың 23 апрелендә вафат була, Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (06.04.1985)[2]
- Дан ордены тулы кавалеры: 1‑се (27.02.1958), 2‑се (12.04.1945[3]) һәм 3‑сө (15.08.1944[4])
- РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт билдәһе
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының өс Почёт грамотаһы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөлә Хәниф Абдрахманов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Өфөнөң Көньяҡ зыяратында Хәниф Абдрахманов ҡәбере
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы . «Герои страны» сайты.
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Йәнғәлин Ә.-Г. Башҡорттар араһында Дан орденының тулы кавалеры булғанмы? // Ватандаш. — 2015. — № 10. — С. 38—43. — ISSN 1683-3554.
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 23 апрелдә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 4 ғинуарҙа тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Дан орденының тулы кавалерҙары (Башҡортостан)
- КПСС ағзалары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- Әлшәй районында тыуғандар