Эстәлеккә күсергә

Цыбин Иван Максимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цыбин Иван Максимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Ново-Фёдоровка[d], Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 26 июль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Ырымбур өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ырымбур өлкәһе
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Иван Максимович Цыбин (12 август 1922 йыл — 26 июль 1996 йыл) — ҡыҙылармеец, 254-се Суворов, Кутузов, Богдан Хмельницкий, Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Черкасск дивизияһының 936-сы уҡсылар полкы 1-се батальоны уҡсыһы, Советтар Союзы Геройы.

Цыбин Иван Максимович[1] 1922 йылдың 12 авгусында Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Новофедоровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1943 йылдан ВЛКСМ ағзаһы.

Үҙ ауылында башланғыс мәктәпте, һуңынан Путятин тулы булмаған урта мәктәбен һәм ФЗО тамамлай.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем колхозда балта оҫтаһы, төҙөүсе булып эшләй.

1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында, полк мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың июленән Германияны еңгәнгә тиклем Төньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, Ялан һәм 2-се Украина фронттарында һуғыша, Курск һуғышында, Украинаны азат итеүҙә, Польша, Германия һәм Австрия һәм Венгрия территорияһында дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана.

И. М. Цыбинға Советтар Союзы Геройы 1944 йылдың февралендә Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, йылғаның һул ярында плацдармды яулауған һәм тотоп торған өсөн бирелә[2].

Һуғыштан һуң Цыбин Башҡорт АССР-ы Федоровка районының «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозында эшләй һәм йәшәй. Иҙәк-Никитинский ауыл советы рәйесе була. 1967 йылдан Иван Максимович йылдан ошо уҡ райондың Урыҫ Ҡоро Иҙәге һәм Покровка ауылдарында йәшәй һәм янғын һүндереү һағы хеҙмәткәре, начальнигы вазифаһында эшләй. 1996 йылдың 26 июлендә вафат була. Ырымбур өлкәһе Новоорский районының Добровольский ауылында ерләнә.

«1943 йылдың 30 сентябрендә Цыбин хеҙмәт иткән полк Днепрға сыға. Йылға ашаһында Черкассы һәм Ирдын урмандары беленә. 1 октябрь төнөндә өлкән лейтенант Караулов ротаһы Днепрҙы аша сыға башлай. Комсомолец Иван Цыбин балыҡсылар кәмәһендә уң яҡ ярға сыға башлай. Йылға уртаһына тиклем тыныс була, шунан ҡапыл дошман яғынан пулемет уты яуа башлай. Кәәмә бер нисә урындан тишелә, Цыбиндың ҡулы яралана. ауыртыуын онотоп, ул ярға сығып етә һәм отделениеһы менән нығынып, ротаның сығыуын ҡаплап тора. Төнгө көслө алышта десантсылар дошманды беренсе позицияһынан ҡыуып сығара.

Иртән гитлерсылар, резерв көстәре килеп текәс, контрһөжүм үткәрә. Совет һалдаттары дошманды өҙлөкһөҙ кире ҡаға. Фашистарға беҙҙең позицияға өс танкы һәм бер рота самаһы пехота ебәрә. Гитлерсылар оборона тотоусылар сылбырын өҙөп йылға ҡарай йүнәлде. 20 яугир ротаның төп көстәренән айырыла.

Рядовой Цыбин, хәлде баһалап, уҡсыларҙы атакаға күтәрә, дошман пехотаһынт танкыларҙан айыра, пулемет ала һәм уны дошманға ҡаршы бора. Шулай итеп Цыбин командованиеһындағы төркөм пехотаның артабанғы һөжүменән туҡтата. Йылғаға сыҡҡан танкыларҙы совет һалдаттары танкыларға ҡаршы гранаталар яуҙыра. Уларҙың икеһен яндыра.

Тиҙҙән беҙҙең позицияларҙы артиллерия һәм миномет утына тотҡандан һуң дошман танкылар һәм үҙйөрөшлө орудиелар ярҙамында ике рота автоматсыны контрһөжүмгә ебәрә. Рядовой Цыбин станок пулеметы уты менән тағы ла дошман пехотаһынан танкыларҙан айыра. Ҡырҡ самаһы гитлерсыны юҡ итә, пулемет утын баҫтыра. Дошман атакаһы кире ҡағыла һәм батальон һөжүмгә күсә»[3].

  1. Цыбин Иван Максимович. «Герои страны» сайты.
  2. 2,0 2,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 37).
  3. 3,0 3,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 52, л. 67, 68).