Эстәлеккә күсергә

Шмарёв Алексей Тихонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шмарёв Алексей Тихонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Нальчик, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1993
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Грозный дәүләт нефть техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ленин премияһы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы почётный разведчик недр

Шмарёв Алексей Тихонович (тыуғанда — Алексей Михайлович Быков; 18 ғинуар 1913 йыл2 июнь 1993 йыл) — СССР-ҙың ғалим-нефтсеһе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Нефть һәм газ сәнәғәтен ойоштороусыларҙың береһе, геология, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын быраулау һәм эшкәртеү өлкәһендәге ҙур белгес[2]. «Татнефть» етәксеһе, Татар АССР-ының Совнархоз етәксеһе. РСФСР-ҙың геология министры урынбаҫары, Ленин премияһы лауреаты.

Алексей Тихонович Шмарев 1913 йылдың 18 ғинуарында Нальчикта (хәҙер Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда «Майнефть» (Нефтегорск) тресында быраулаусы булып башлай. 1938 йылда Грозный нефть институтын тамамлай. 1941 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1940—1942 йылдарҙа «Ишембайнефть» тресының идарасыһы була. 1942 йылда «Туймазанефть» тресы идарасыһы итеп тәғәйенләнә. Ишембайҙа беренсе турбина быраулау контораһын ойоштора[3].

1945—1948 йылдарҙа «Туймазанефть», «Ишембайнефть» трестарының, «Башнефтеразведка» ошошмаһының (1945)быраулау контораһы директоры, трест идарасыһы, «Башнефть» берекмәһенең начальник урынбаҫары (1938—1950); «Татнефть» берекмәһенең беренсе начальнигы (1950—1956 йылдар; уны Валентин Дмитриевич Шашин алмаштыра); СССР Министрҙар Советының Главгаз Башлығы начальнигы, Татар СНХ-һы рәйесе, РСФСР-ҙың ВСНХ рәйесе урынбаҫары, Средневолжский СНХ-һы рәйесе(1957—1965); РСФСР геология министры урынбаҫары, (1965—1977). Техник фәндәр докторы (1966).

1977 йылда пенсияға сыға, ғилми учреждениеларҙа эшләй башлай: ВНИИГНИ директоры урынбаҫары (1977—1986); ВНИПИморнефттең өлкән ғилми хеҙмәткәре (1989—1993).

РСФСР-ҙың 3-сө һәм 6-сы саҡырылыш, СССР-ҙың 5-се саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты.

1993 йылдың 2 июнендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуровский зыяратында ерләнгән.

Күп кенә ғилми хеҙмәттәр, рационализаторлыҡ тәҡдимдәре, уйлап итабыуҙар, китаптар авторы.

  • Развитие буровых работ в Башкирии и Татарии [Текст]. — Москва: Недра, 1966. — 262 с. : ил.; 22 см

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алексей Шмарев тураһында «Татнефть» етәкселеге уның тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған китап сығара
  • Шмарево исемендәге сквер бар (Бөгөлмә)
  • Бөгөлмә ҡалаһында һәйкәл ҡуйылған
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Руководители Компании — Интернет-портал Группы «Татнефть». Дата обращения: 30 июль 2010. Архивировано 8 октябрь 2010 года. 2010 йыл 8 октябрь архивланған.
  3. А.Сагадеев. Им памятник — наш город// газ. Восход, 19 августа 2014, № 127—128 (12867-868). С.2