Эстәлеккә күсергә

Эльвира (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Эльвира — рус һәм төрки халыҡтарҙа киң таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.

Эльвира исеме башҡорт теленә латин һәм рус телдәренән үҙләштерелгән, һары сәсле, алһыу йөҙлө мәғәнәләренә эйә.[1] Һаҡлаусы, ҡурсалаусы тип тә аңлатыла.

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).

Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4 ғинуар 1960 йыл) — театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы.

Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ