Күп мәғәнәлелекте тәртипләү

Эльвира

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент юҡ

Эльвира (исем) — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Ер шарындағы күп халыҡтарҙа ҡулланыла.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Эльвира неологизм, латин теленән — һары сәсле, алһыу йөҙлө
2.https://ru.wikipedia.org/wiki/Эльвира

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары[1]. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).
Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы (3 июнь 1978 йыл) — Рәсәй спортсыһы. Биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы (2 ғинуар 1955 йыл) — ғалим-биолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002).
Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4 ғинуар 1960 йыл) — театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы.
Гулина Эльвира Александровна (31 март 1936 йыл — 21 ғинуар 2012 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1960—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовещен районының «Степановка» совхозы Ильина Поляна һөт-тауар фермаһы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, 1982).
Эльвира Хисаева (1991) — башҡортостан топ-модель. Өфөлә тыуған башҡорт ҡыҙы 2005 йылда «Һылыуҡай» ижади студияһына килә, бер йыл уның төп составында эшләй. 2006 йылда Мәскәүҙең «Президент» модель агентлығы менән контракт төҙөп, Токиоға эшкә китә. Әле ул Парижда йәшәй һәм эшләй, тиҙҙән контракт буйынса Нью-Йоркка юлланасаҡ. Фотосессиялары йыш ҡына «Cosmo», «Glamоur», «Elle» журналдарында баҫыла.
Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (10 июнь 1950 йыл — музыкант, хор дирижёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989 йылдын СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы (2009).

Фамилия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

https://www.bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf 2018 йылдың 16 май көнөндә архивланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

https://yandex.ru/video/preview/?text=эльвира%20повелительница%20тьмы&path=wizard&parent-reqid=1632501437829270-2259188598572552293-sas3-0929-8f2-sas-l7-balancer-8080-BAL-2724&wiz_type=vital&filmId=5470862007809161564

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ


  1. Депутаты. Аиткулова Эльвира Ринатовна