Эрдуран Айла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрдуран Айла
төр. Ayla Erduran
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 22 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Истанбул, Төркиә
Һөнәр төрө скрипкасы
Эшмәкәрлек төрө музыка[1]
Кемдә уҡыған Зино Франческатти[d] һәм Бергер, Карл[d]
Музыка ҡоралы скрипка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Эрдуран Айла Викимилектә

Эрдуран Айла (төр. Ayla Erduran; 22 сентябрь 1934(19340922)) — төрөк скрипкасыһы.

Уны Лондон филармонияһы, Берлин немец симфоник оркестры, Президент симфоник һәм Чех филармонияһы оркестры кеүек донъяның алдынғы оркестрҙары менән сығыш яһай. Ул күп, шул иҫәптән Эрнест Ансерме, Пауль Клецки, Жан Фурне, Мишель Плассон һәм башҡа дирижерҙар менән эшләй. Яңғыҙ концерт менән Көньяҡ Кореяла, АҠШ-та, Канадала, Яҡын Көнсығышта, Һиндостанда, Африкала, Рәсәйҙә, Әзербайжанда һәм Төркиәлә сығыш яһай. Сығыштары радио аша Англияла, Германияла, Бразилияла, Болгарияла, Рәсәйҙә, Польшала, АҠШ-та һәм Нидерландтарҙа тапшырыла.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айла Эрдуран 1934 йылдың 22 сентябрендә Стамбулда тыуа. Скрипкала уйнарға Карл Бергерҙан өйрәнә, 10 йәшендә тәүге концертын бирә[2]. 1946—1951 йылдарҙа белемен Париж консерваторияһында Бенедетти Бенвенути етәкселегендә камиллаштыра[3] . Һуңынан ул АҠШ-ҡа юллана һәм унда 1955 йылға тиклем ҡала, уның педагогтары Иван Галамян һәм Зино Франческатти була. 1957—1958 йылдарҙа Эрдуран Мәскәү консерваторияһында Давид Ойстрах класында уҡый.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айла Эрдуран 1973—1990 йылдарҙа Швейцарияла скрипка кафедраһы профессоры булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Лозанна консерваторияһында магистратурала эшләй[3].

Концерт эшмәкәрлеген Эрдуран Европала Глазуновтың скрипка концертынВаршава филармония оркестры оҙатыуында Польшанан башлай. Давид Ойстрахтың уҡыусыһы булараҡ, 1957 йылда 120 скрипкасы ҡатнашҡан Винявский исемендәге конкурстың алты еңеүсеһенең береһе була[3]. 1958 йылда уның Брюсселдә Ульви Джемаль Эркин оркестры менән Скрипка өсөн концерт премьераһында ҡатнашыуы күптәрҙе, шул иҫәптән Бельгия королеваһы Елизаветаны әсир итә.

Европалағыһәм АҠШ-тағы концерттарынан тыш Эрдуран 1961—1962 йылдарҙа Канада буйлап гастроль турын башлай, 160 концертта ҡатнаша. Артабан Яҡын Көнсығыш буйлап Төркиәнең Президент симфоник оркестры менән турнеға сыға, шулай уҡ Анатолияның төрлө төбәктәрендә сығыш яһай. Үҙенең Митхат Фенмен аккомпаниаторлығында Лондондағы тәүге яңғыҙ концертынан һуң 1964 йылда Эрдуран Харриет Коэн-Ольга Верней премияһына лайыҡ була.

1965 йылда уның Брамстың «Скрипка өсөн концертын» Лондондың Альберт-холында башҡарыуы Би-би-сиҙа тура эфирҙа күрһәтелә. 1968 йылда төрөк пианисы Верда Эрман менән Африка турынан һуң, Эрдуранға 1970 йылда Нидерландта Бетховен премияһы тапшырыла.

Айла Эрдуран билдәле музыканттар Иегуди Менухин, Игорь Ойстрах һәм башҡалар менән бергә сығыш яһай[4][5].

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • (2003) Ayla Erduran Plays Brahms & Bruch[6].
  • (2004) Ayla Erduran Plays Brahms[7].
  • (2008) Ayla Erduran Archive Series 5: Live Recordings, 1958—2004[8].

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

*Төркиә Дәүләт артисы (1971 йыл).[9]

  • Хенрик Винявский исемендәге конкурста бишенсе урын (1957 йыл)[3].
  • Харриет Коэн-Ольга Верней премияһы (1964 йыл).
  • Бетховен премияһы (Нидерланд, 1970 йыл).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Чешская национальная авторитетная база данных
  2. madebycat.com Ayla Erduran (ингл.). muzik.iksv.org. Дата обращения: 16 апрель 2018.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ayla Erduran (ингл.). www.wieniawski.com. Дата обращения: 16 апрель 2018.
  4. Gurkan, Yasemin A lifetime devoted to the violin:Ayla Erduran. hurriyetdailynews.com. Дата обращения: 16 апрель 2018. 2017 йыл 14 февраль архивланған.
  5. Ayla Erduran. turkish culture foundation. Дата обращения: 16 апрель 2018.
  6. Ayla Erduran Plays Brahms & Bruch - Ayla Erduran | Songs, Reviews, Credits | AllMusic. AllMusic. Дата обращения: 16 апрель 2018.
  7. Ayla Erduran Plays Brahms - Ayla Erduran | Songs, Reviews, Credits | AllMusic. AllMusic. Дата обращения: 16 апрель 2018.
  8. Ayla Erduran Archive Series 5: Live Recordings, 1958-2004 - Ayla Erduran | Songs, Reviews, Credits | AllMusic. AllMusic. Дата обращения: 16 апрель 2018.
  9. who's who : ayla erduran. www.turkishculture.org. Дата обращения: 16 апрель 2018.