Якимов Владимир Николаевич
Якимов Владимир Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 6 июнь 1911 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Ярославль губернаһы[d], Углич |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 1989 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, РСФСР, Өфө |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Биләгән вазифаһы | Ишембай ҡалаһы башлыҡтары (Башҡортостан) |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Якимов Владимир Николаевич (6 июнь 1911, Углич, Ярославль губернаһы — 18 ғинуар 1989, Өфө ) — ВКП(б)/КПСС Ишембай ҡала комитетының (1948—1954), Салауат партия ҡала комитетының (1954—1959) беренсе секретары, БАССР КНКБ рәйесе, секретары, КПСС өлкә комитеты секретары, БАССР Министрҙар советы Президиумы ағзаһы, 2,5,6,7,8,9,10 саҡырылыштарының БАССР Юғары Советы депутаты. Бөйөк Ватан һуғышы яугире.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Якимов Владимир Николаевич 1911 йылдың 6 июнендә Углич ҡалаһында тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан. Әсәһе, Татьяна Муравьева Макаровна (1890—1950), хужабикә. Атаһы, Якимов Николай Александрович, (1885—1955), эшсе, Салауат ҡалаһында вафат була. Ғаиләлә ике улы була.
Сик буйы ғәскәрҙәренең кесе командирҙар мәктәбендә, Стәрлетамаҡ педагогия институтында (ситтән тороп, һөнәре — тарихсы), КПСС үҙәк комитеты эргәһендәге юғары партия мәктәбендә уҡый.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Курск, Новгород йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. Дүрт тапҡыр яралана. Сәләмәтлек торошо буйынса 1946 йылда демобилизациялана.
Эш урыны: Ленинград Киров заводы (1941 йылға тиклем), 1929 йылдан 1932 йылға тиклем — балыҡсылыҡ, урмансы, профсоюз рәйесе, леспромхоз директоры урынбаҫары, Төньяҡ Сахалинда (Хоэ ҡасабаһы) «Тревога» гәзитенең мәхәррире (1932—1939 йй.), Сахалинда комсомолдың район комитеты секретары (1932—1939 йй.), БАССР-ҙа Ишембай нефть промыслаһы партияһы секретары, Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ағзаһы, Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары, ВКП(б) (КРСС) (1948—1954), 1954 йылдан 1959 йылға тиклем — Салауат партия ҡала комитетының беренсе секретары (1954—1959), БАССР-ҙың КНКБ рәйесе, КПСС өлкә комитеты секретары, БАССР Министрҙар советы президиумы ағзаһы.
Эшләгән дәүерендә Башҡортостан Республикаһы төбәге үҫеше өсөн ҙур өлөш индерә
Якимов Владимир Николаевич — 2, 5, 6, 7, 8, 9, 10 саҡырылыштарының БАССР Юғары Советы депутаты.
Ғаиләһе: 1939 йылдан өйләнгән (Сахалин ҡалаһы), улы Валерий, ҡыҙы Людмила, ейәндәре Владимир, Олег, Андрей. 1984 йылдан хаҡлы ялда
1989 йылдың 28 ғинуарында Өфөлә вафат була. Көньяҡ зыяратында ерләнгән
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Биш Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, хәрби наградалар,
хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
Салауат хакимиәтенең башлығы вазифаһында эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
В.Н. Якимов эшләгән ваҡытта Салауат ҡалаһында күпләп торлаҡ төҙөлөшө дауам итә, 18-се комбинат, социаль-мәҙәниәт күнкүреше объекты төҙөлә.
Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1986 йылда, хаҡлы ялда булып, Владимир Николаевич күләмле хикәйәләр циклын яҙа, ул СССР-ҙа төҙөү осорон, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында, СССР халыҡтары тормошон, комсомол һәм партия ойошмаларының эшен, Рәсәйҙең күренекле кешеләре менән осрашыуҙарҙы үҙ эсенә ала
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Салауат ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында 2013 йылдың июлендә Якимов Владимир Николевичтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған документтар һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, хәтер кисәһе уҙғарыла. Кисә фрагменттары «Салауат» телекомпанияһы тарафынан телевидениенан күрһәтелә
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. − Т. 7: Ф-Я. — 624 с.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 6 июндә тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 28 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаусылар
- КПСС Үҙәк комитетының Юғары партия мәктәбен тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВЛКСМ функционерҙары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 2-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретарҙары
- Ишембай ҡалаһы башлыҡтары