Эстәлеккә күсергә

Яҡуп Ҡолмой

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Якуб Кулмый битенән йүнәлтелде)
Яҡуп Ҡолмой, 1985 йылғы фото.
Яҡуп Ҡолмой
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 сентябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Ҡанаҡай ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 11 октябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Ҡанаҡай ауылы, Ишембай районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө шағир
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Яҡуп Ҡолмой, Ҡолмөхәмәтов Яҡуп Хәйрулла улы (7 сентябрь 1918 йыл11 октябрь 1994 йыл) — башҡорт совет шағиры, журналист. 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре (1978) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).

Яҡуп Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов (Яҡуп Ҡолмой) 1918 йылдың 7 сентябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ишембай районының) Ҡанаҡай ауылында тыуған.

ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен тамамлаған (1948).

1934—1935 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡый. Уны тамамлағас, 1939 йылға тиклем «Ленинсы», унан һуң Ҡазан ҡалаһында «Яшь сталинче» гәзитендә эшләй.

1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Тыуған илебеҙҙең көньяҡ сигендә — Әрмәнстанда атлылар дивизияһында, Кавказ кавалерия полкында хеҙмәт итә, эскадрон командирының сәйәсәт буйынса урынбаҫары була.

Әҙәби ижадты ла онотмай, һалдат уяулығын данлап йырлай. Шиғырҙар тупланған тәүге китабы — «Аҙым» — һуғыш алдынан баҫылып сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул, кавалерист булараҡ, полкташтары менән Көнбайыш фронтта, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнаша. Яу тынып торған арала, эйәренә ҡағыҙ һалып, шиғырҙар яҙа, уларҙы өс мөйөшлө хат итеп Өфөгә, Яҙыусылар союзына һәм гәзит-журналдарға оҙата. 1941 йылдың көҙөндә ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауыр яралана.

Яҡуп Ҡолмой ут яуғанда ла, ер тетрәгәндә лә: «Шиғыр һәм ат яҡын иптәшем», — тип ҡурҡыу белмәҫ көр тауыш менән йырлай. 1942 йылда инде уның Мәскәү өсөн барған дәһшәтле бәрелештәрҙә яҙған шиғырҙары тупланған «Фронтовик уйҙары» тигән китабы сыға.

Йәнә бер баҫмаһы Рәшит Ниғмәти мөхәррирлегендә 1944 йылда донъя күрә. Шул уҡ йылда уны СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар.

1945—1950 йылдарҙа — «Ҡыҙыл Башҡортостан»,1951—1952 йылдарҙа — "Ленинсы ", 1952 йылдан алып «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре.

1958—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио дәүләт комитетының әҙәби тапшырыуҙар бүлегендә мөхәррир булып эшләй.

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнғән (1985).

Шиғриәт доньяһына Яҡуп Ҡолмой иртә килә. Уның тәүге әҫәрҙәре баҫмала 1936-сы йылдарҙа уҡ донья күрә. «Аҙым» исемле тәүге шиғырҙар китабы 1940 йылда баҫылып сыға. Бар ғүмерендә уның 20-нән ашыу шиғыр һәм поэма йыйынтығы баҫылып сыға.

Башҡортостандың бөтә билдәле композиторҙары ла тиерлек (Х. Ш. Заимов, З.Ғ.Исмәгилев, Р. М. Хәсәнов. Т.М Шәрипов, Х. Ф.Әхмәтов һәм башҡалар) уның һүҙҙәренә көй яҙған. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә.

«Фронтовик уйҙары» (1942), «Күңел ҡояшы» (1990), «Йәшлек хаттары», «Уралым», «Былбылым», «Тыуған илем», «Томбойоҡ бүләк итмә», «Бәхет йыры» кеүек һәм башҡа бик күп йырҙары айырыуса халыҡлашып китте, ҡайһы берҙәре һаман моң һөйөүселәрҙе һөйөндөрә.

«Яуҙа сыныҡҡан йәшлек» тигән әҫәре танк экипажының ҡаҡшамаҫ дуҫлығын күрһәтә.

«Яҡташ» тигән героик поэмаһында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын күҙ алдына баҫтыра.

«Хаттар һөйләй» тигән трагик әҫәре лә тәрән кисерешле. Унда ҡыйыу лейтенант Ғәйфүштең аты менән бергә һәләк булыуы һүрәтләнә.

«Яҡты эҙ» поэмаһында иһә санитарка ҡыҙ образы күңелде яулап ала.

  • «Йәшәү йәме» — Өфө,1962.
  • Берҙәмлек. Шиғырҙар.— Өфө, 1968.
  • Былбылым: шиғырьләр. Казан, 1969.
  • Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1968.
  • «Күнел күрке» — Өфө,1971.
  • Кулмый Я. Берёза и любовь : Стихотворения и поэма / Пер. с башк.: Г. Хайретдинов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1973. — 83 с. — 5000 экз.
  • Кулмый Я. Маленький батыр : [Поэма: Для мл. шк. возраста] / Пер. с башк.: Б. Романов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1977. — 32 с. — 100 000 экз.
  • Кулмый Я. Уральские зори : Стихи, поэма. — Уфа: Китап, 1999. — 137 с. — (Литературное наследие). — 2000 экз. — ISBN 5-295-02311-7.
  • Кулмый Я. Я слышу сердцем. Стихи и поэма / Авториз. пер. с башк. — Уфа: Башкнигоиздат, 1966. — 159 с. — (Циклы: Щедрая земля. – Дорога к дому. Поэма: Мужество). — 3300 экз.
  • 2018 йылда республикала шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары буласаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, ойоштороу комитеты составы һәм юбилей сараларын үткәреү планы раҫланған. Юбилей тантаналары 2018 йылдың октябрендә Өфөлә һәм Ишембай районында ойошторола. Өфөләге урамдарҙың береһенә Яҡуп Ҡолмойҙоң исеме бирелә. Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында шағир тыуып үҫкән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыу күҙаллана. «Китап» нәшриәтендә Яҡуп Ҡолмойҙоң һайланма әҫәрҙәре донъя күрергә тейеш. Шағирҙың 100 йыллығына Башҡортостандың Милли әҙәби музейы һәм республиканың Милли китапханаһы юбилей күргәҙмәләрен әҙерләй[1].
  • 2013 йылдың май айында Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуған ауылында шағир иҫтәлегенә арналған һәйкәл (бюст) ҡуйылды.[2]. Постаментына алтынһыу хәрефтәр менән «Шағир Яҡуп Ҡолмойға, кавалерисҡа» тип яҙылған.
  • Өфөлә Яҡуп Ҡолмой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ҡанаҡай урта мәктәбенә шағирҙың исеме бирелгән. Бында әҙиптең музейы ойошторолған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 август 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 август 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 31 август 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 август 2018)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә ижади мираҫы
башҡа сығанаҡтар