Эстәлеккә күсергә

Яҡупов Ғилман Ғирфан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Якупов Гильман Гирфанович битенән йүнәлтелде)
Яҡупов Ғилман Ғирфан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Сибай ауылы, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 февраль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Иҫке Сибай ауылы
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (20 март 1925 йыл — 11 февраль 2012 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Хәйбулла районының почётлы гражданы (2007).

Ғилман Ғирфан улы Яҡупов 1925 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Иҫке Сибай ауылында тыуған.

1942—1943 йылдарҙа Сибай ауыл Советы сәркәтибе булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1946 йылдан туған ауылында тулы булмаған урта мәктәптә уҡыта, ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының 2-се секретары, ә 1948 йылдан Сибай, Баймаҡ МТС-тарының сәйәси бүлек буйвнса директор урынбаҫары була.

1949—1952 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, секретары вазифаларын башҡара.

1956 йылда Мәскәүҙә КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.

1955 йылдан КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 2-се секретары, ә 1956 йылдан КПСС-тың Мәсетле район комитетының 1-се секретары вазифаларын үтәй.

1962 йылдан Хәйбулла колхоз-совхоз производство идаралағының партия комитетын етәкләй. 1965 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының 1-се секретары вазифаһын башҡара.

1980—1981 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Эштәр менән идара итеү бүлеге начальнигы булып эшләй.

РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

2012 йылдың 11 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була, туған ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • Ленин ордены (1971)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1966)
  • СССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1971)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984)
  • Хәйбулла районының почётлы гражданины (2007)
  • миҙалдар
  • Үткәндәрҙе хәтерләгәндә… = Вспоминая прошлое… — Өфө, 2009.