Яҡшыбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Яҡшыбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡшыбай башҡорт исеме — яҡшы һүҙе менән яһалған Яҡшыбай, Яҡшығол, Яҡшыбирҙе исемдәрҙең балаға яҡшы теләк менән ҡушылыуы һәр кемгә билдәле + бай башҡорт һүҙе — бай; хужа; ир кеше (ир-ат исемдәрендә алдан да килә, ялғау булып та йөрөй). Яҡшыбай башҡортса бик шәп, арыу ир бала тигәнде аңлата[1]
Атаһы исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы (24 ноябрь 1949 йыл) — хеҙмәт ветераны, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1971—2005 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты волочильщигы, өлкән мастеры, смена начальнигы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980).
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙы Лира-Әхмәт Яҡшыбаева (15 февраль 1947 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рамазан Өмөтбаев (2009) һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге (2011), шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты.
Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы (17 май, 1952, БАССР, Ейәнсура районы, Үтәғол ауылы) — физик, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993)>.
Яхшибоев Джасурбек (1997 йылдың 24 июнендә тыуған) Чиназ, Ташкент өлкәһе, Үзбәкстан — үзбәк футболсыһы, «Легия» поляк клубының ярымһаҡсыһы, Тирасполдең «Шериф» молдаван клубы өсөн сығыш яһай.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡшыбай (Хорошево) (1948 йылға тиклем Яҡшыбай; украинса Хорошеве, ҡырым татарҙары телендә Yahşı Bay, Яхшы Бай) — Ҡырым Республикаһының Беренсе май районының төньяҡ-көнсығышындағы бөткән ауыл, Ҡырым Республикаһының дала өлөшөндә, Воронцовка йылғаһының үрге ағымында, Сумдырыусы хәҙерге Крестьяновка ауылының төньяҡ ярында яҡынса 2,5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Яҡшыбай ауылы — татарстан Республикаһының Аҙнай районындағы ауыл[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ Якшыбай
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |