Эстәлеккә күсергә

Ғәлиә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғәлиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме, төрки телле халыҡтарҙа киң таралған.

Ғәлиә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе «бөйөк» тигәнде аңлата[1].

Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (16 февраль 1937 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) һәм халыҡ артисы (2011).

Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы (17 май 1915 йыл — 5 ғинуар 1995 йыл) — совет театр рәссаме. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың (1970) һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1973). Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам. К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Науразбаева Ғәлиә Мөҙәрис ҡыҙы (1 июль 1930, БАССР Бөрйән районының Яуымбай ауылы — 23 март 2009, Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Байназар ауылы) — алдынғы һауынсы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, БАССР Юғары Советы депутаты, Коммунистик хеҙмәт ударнигы, хеҙмәт ветераны.

Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы (1 декабрь 1950 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры (1998—2004). Рәсәй Федерацияһы Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2015). СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.

Кайбицкая Ғәлиә Мотыйғулла ҡыҙы — танылған йырсы, Татарстандың халыҡ артисы.

Измайлова Ғәлиә Баязит ҡыҙы (12 февраль 1923 йыл, РСФСР, Томск — 2 октябрь 2010 йыл, Үзбәкстан, Ташкент) — балет бейеүсеһе, балетмейстер, режиссер, Үзбәкстан ССР-ы (1951) һәм СССР (1962) халык артисы, Үзбәкстан ССР-ының Хәмзә исемендәге (1970) һәм СССР (1950) дәүләт премиялары лауреаты.

Ғәлиә — Фәнил Әсәновтың «Тол ҡатындар» әҫәре геройы.

Ғәлиә — Флорид Бүләковтың «Таштуғай» пьесаһы геройы.

Ғәлиә мәҙрәсәһе — Өфө ҡалаһындағы мосолман уҡыу йорто. 1906 йылдың көҙөндә асыла.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ