Ҡарағужа (исем)
Ҡарағужа — боронғо башҡорт, фарсы сығанаҡлы мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағужа — «көслө, ҡөҙрәтле хужа» мәғәнәһен аңлатҡан ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли — ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы, башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен ойоштороусыларҙың береһе. Шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға бәйле Бикбау бей, Иҫке бей, Шәғәле Шаҡман менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Килешеү төҙөгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамота йәғни ярлыҡ ала. Ҡарағужаҡҡа Иван Грозный тарафынан тархан (кенәз) титулы бирелә.
Ҡарағужин Сабырйән Капурин улы (?) — юғары категориялы табип-уролог, медицина фәндәре кандидаты, Мәскәү ҡалаһының ун етенсе һанлы дауаханаһында эшләй, Аҡтүбә дәүләт медицина институтында уҡыған.
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағужа (Башҡортостан) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Ҡарағужа (Ырымбур өлкәһе) (рус. Карагузино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡараағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағужин Р.С. крәҫтиән (фермер) хужалығы — Башҡортостан Республикаһының Благовар районында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, склады, ауыл хужалығы машиналары, сәсеүлек ерҙәре булған хужалыҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |