Ҡороған (Һаҡмар ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡораған (Һаҡмар ҡушылдығы) битенән йүнәлтелде)
Ҡороған
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Ҡушылдыҡ Беләү (йылға) һәм Имәнле
Бассейн майҙаны 794 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 71 km
Карта
 Ҡороған Викимилектә

Ҡороған  (рус. Кураган, Кураганок) — Рәсәйҙәге йылға, Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы. Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы һәм «Медногорск ҡалаһы» муниципаль берәмеге аша аға. Ҡыуандыҡҡа еткәс, Һаҡмарға тамағынан 386 км алыҫлыҡта һул ярынан ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 71[2] км. Һыу бассейны майҙаны — 794 км².

Тамағынан инешенә табан Новоказанка, Йомағужа 2-се, Беләүтамаҡ, Иҙелбай, Рысай, Һарыбай, Ҡыуандыҡ аша аға.

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(тамағынан алыҫлығын билдәләй)

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур топонимсыһы С. М. Стрельников атаманы төрки йәки монгол сығышлы һүҙ менән бәйләй: алтайса — «кураган», тываса — «хураган», монголдарҙың «хург(н)» — «һарыҡ бәрәсе»[3].

Мәгәр, башҡорт телендә йылғаларға исем ҡылымдар биреү шулай уҡ киң таралған, шуға күрә атама башҡорт сығышлы тип фараз итергә була. Ҡурау — ныҡ кибеү (ҡураған үләндән - ҡурай); ҡураған йылға иһә — өлөшләтә кибә торған йылға тигәнде аңлатыуы ихтимал[4]

Филология фәндәре кандидаты Миңһылыу Усманова иһә йылғаның исемен башҡорт телендәге "ҡороған" һүҙе менән бәйләй [5]

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына ҡойғанға тиклем, Бәләкәй йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].

РФ территорияһы буйынса Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән мәғлүмәттәр[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200005423.
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200542
  • Бассейн коды — 12.01.00.005
  • ГӨ буйынса саны — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 «Курачанка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области : Топоним. слов. / — Кувандык : Стрельников, 2002. — 173, [1] с.; 20 см; ISBN 5-900802-18-3
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 705-се бит
  5. М. Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 272 бит, - Ҡороған// 190сы бит