Эстәлеккә күсергә

Ҡошсо кантоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡошсы кантоны
Ҡошсы кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Билән ауылы
Ойошторолған 1919
Берләштерә Екатеринин,
Иҫке Балаҡатай,
Ҡытаутамаҡ,
Оло Ҡошсо,
Билән,
Оло Аҡа,
Теләш,
Шәкүр,
Әҙеғол,
Юва,
Манчаж,
Сажин,
Яңы Златоуст улустары
Рәсми телдәр башҡорт теле

Ҡошсы кантоны (рус. Кущинский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Административ үҙәге — Билән ауылы.

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Ҡошсо кантоны ла була.

Кантон составына Златоуст өйәҙе (Екатеринин, Иҫке Балаҡатай, Ҡытаутамаҡ, Оло Ҡошсо) һәм Красноуфимск өйәҙе (Билән, Оло Аҡа, Теләш, Шәкүр, Әҙеғол, Юва, Манчаж, Сажин һәм Яңы Златоуст улустарының бер өлөшө) улустары инә. Административ үҙәге — Билән ауылы.

Кантон 1919 йылдың сентябрендә бөтөрөлә, территорияһы Дыуан-Ҡошсо кантоны составына инә.

Башҡортостан кантондары, 1920

Төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Дыуан кантоны, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Златоуст өйәҙе менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөхәмәтхәй Ғөзәйеров (1918)
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.