Ҡыуғын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡыуғын
Рәсем
Производная работа log flume ride[d]
Статус нематериального культурного наследия Intangible Cultural Heritage of Humanity of Germany[d][1][2]
Commons-logo.svg Ҡыуғын Викимилектә
Йәнәсәйҙә һаллап ағас ағыҙыу
Ҡыуғынсылар. Фин маркаһы, 1963 йыл

Ҡыуғын (рус. Лесоспла́в) — ағастың һыуҙа батмау үҙенсәлеген файҙаланып, ҡулланыусыларға һыу буйлап ағыҙып төшөрөп тапшырыу.Ҡыуғын - иң арзан, ҡайһы бер урындарҙа берҙән-бер транспортлау төрө булған.

Ҡыуғын төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәшүл менән ағас ағыҙыу. Ҡамауғысың ситтәре асыҡ күренеп тора
  • Тарау килеш ағыҙыу (рус. Молевой сплав)
  • Һаллап ағыҙыу рус. Плотовой сплав - ағастарҙан һал эшләп ағыҙалар (27 мең м³ тиклем). Уларҙы теплоходтар йәки һал тартҡыс суднолар менән ташыйҙар
  • Ҡамап (кәшүлләп) ағыҙыу рус. Кошельный сплав - ағасты һалламай ғына, бүрәнәләрҙән бәйләнгән ҡамауғыстар (кәшүлдәр) эсендә ҡалдырып, теплоходтар менән тарттырыу
  • Өйөмләп бәйләп ағыҙыу рус. В сплоточных единицах - һал ағыҙып булмаған урындарҙа бүрәнәләрҙе 5—30 м3 йәки бәләкәй генә 5 м3 өйөмләп бәйләп ҡыуғын урынына ташып ағыҙалар.

Ағасты һалламай һыуға ташлаған ысул уның күпләп батыуына, йылғаларҙың төбөнә йыйылыуына килтерә, юғалтыуҙар күп. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы 1995 йылдың 18 октябрендә Һыу Кодексында ҡыуғындарҙы туҡтатыу тураһында статья ҡабул итеп, ил буйынса ул туҡтатыла [3][4]

Ҡыуғын Рәсәйҙән тыш Финляндияла, Германияла, Норвегияла, АҠШ-та ҡулланылған.

Башҡортостанда ҡыуғын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың урманлы һәм мул һыулы йылғаларында шулай уҡ ҡыуғынға төшкәндәр. Был хәүефле шөғөл әҙәбиәттә лә сағылыш тапҡан, арҙаҡлы шәхестәрбеҙ араһында ла ҡыуғынға төшкәндәре булған. Улар араһында легендар комбив Миңлеғәли Шайморатов та булған:

Ҡыуғын миҙгеле етеү менән, Ағиҙел үренән, уға ҡушылған тау йылғаларынан һал ағыҙып ҡыуғынсылар төшә. Сафронов пристаненең тирә-яғында ял сәғәттәрендә йыр, ҡурай моңдары яңғырай. Уларға Миңлеғәленең гармун тауыштары ҡушыла. [5]

Атаҡлы йырсы Хәбир Ғәлимов та үтә шул хәтәр һыу юлдарын:

Үҫмер сағынан баҫыуҙарҙа иген игә, көтөүсе булып эшләй, йылғаларҙа ҡыуғын ҡыуа. 1924 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, хәрби хеҙмәтен Өфө ҡалаһында үтә. Ял ваҡыттарында казарма яңғыратып башҡортса йырлауын Низам Ҡәрип ишетеп ҡала һәм ауыл егетен русса яҙырға, уҡырға өйрәтә, йырсылар араһына инергә юл аса. [6]

Инйәр йылғаһы ла ҡыуғын өсөн файҙаланыла. Ағас ярға яғылып ҡалмаһын өсөн махсус яйланмалар - бондар ҡуялар . Билдәле бер урындарҙа ағасты тотоп алып ҡала торған ҡоролмалар - запандәр эшләнә. Был топонимикала ла сағылыш тапҡан - Белорет районында Кәртәле Запане тигән урын бар.

Ҡыуғын фольклорҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыуғында һәләк булып ҡалған шәхес тураһында "Ғәббәс йыры":

Аҡса ла бирһәм, алырһың,	
Гөлмәрйен янсыҡҡа һалырһың.	
Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ,	
Әллә кемгә тороп ҡалырһың.	

Шундай уҡ фажиғәгә дусар булған икенсе ҡыуғынсы Шаһыбал сығарған йыр

Оло Инйәрҙең сплавында	
Миңә тиң ишкәксе юҡ.	       
Инйәр буйҡайҙары бигрәк йәмле,	
Ундай  урын ерҙә юҡ.	       

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.unesco.de/sites/default/files/2018-12/BVIKE_Eintr%C3%A4ge%20%28DE%29.pdf
  2. https://www.unesco.de/kultur-und-natur/immaterielles-kulturerbe/immaterielles-kulturerbe-deutschland/bundesweites-63
  3. Транспорт леса. Учебник. т.2: «Лесосплав и судовые перевозки.» М. М. Овчиников, В. П. Полищук, Г. В. Григорьев
  4. "Водный кодекс Российской Федерации" от 03.06.2006 N 74-ФЗ (ред. от 29.07.2017) Статья 48. Использование водных объектов для сплава древесины
  5. Р. Шәкүр Арҙаҡлы башҡорттар
  6. Бөйөк халыҡ йырсыһы Хәдбир Ғәлимов (йыйынтыҡ). - Өфө, "Китап" - 2018 йыл.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Будыка С. Х., Манухин Г. А., Пименов А. Н., Водный транспорт леса и механизация лесосплавных работ, Минск, 1970.