Ҡыуғынсылар йырҙары
Ҡыуғынсылар йырҙары | |
Урын | Башҡортостан Республикаhы |
---|
Ҡыуғынсылар йырҙары — йылғалар буйлап ағас ағыҙыуҙа эшләгән кешеләр, йә улар тураһында сығарылған йырҙар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙур йылғалар буйында йәшәгән башҡорттар борондан ағас ағыҙып, кәсеп иткәндәр. Совет осоронда иһә был эш сәнәғәт кимәленә күтәрелгән һәм ағасты иң арзан транспортлау булған.
Ҡыуғын — бик хәүефле, ҡорбанлы эш булған. Ҡыуғынсы-һалсылар өйҙән сығып киткәндә мәңгелеккә айырылғандай, бәхилләшә торған булған.
Белорет районының Инйәр йылғаһы буйлап та һал ағыҙылған, был урманлы төбәктә ағас һәр ҡыш ҡыуғында ағыҙыр өсөн меңдәрсә кубометр әҙерләнгән.
Инйәр һалсыларының «Ғәббәс йыры» тип аталғаны кеүек һағышлы йырҙары булған. Уны үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, үҙе йырҙар сығара торған Ғәббәс исемле һалсы сығарған булған (ул бер ҡыуғындан ҡайта алмаған):
Аҡса ла бирһәм, алырһың, Деньги мои получишь, Гөлмәрйен янсыҡҡа һалырһың. В кошелек из бисера положишь. Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ, Ненадолго хватит кошелька — Әллә кемгә тороп ҡалырһың. Как ты потом проживешь одна
(Белорет районы Манышты ауылында элекке ҡыуғынсы Оморҙаҡов Рәхимйән Оморҙаҡ улынан 1967 йылдың февралендә яҙып алынған).
Һал ҡыуып барғанда тыуған ауылдары аша үткән ваҡытта ҡыуғынсылар ярға сыҡҡан балаларға бәләкәй генә бүләктәр, хәйер итеп аҡсалар ташлап китә торған булған.
Шаһыбал исемле Инйәр төбәге һалсыһы ла шундай фажиғәле яҙмышҡа дусар булған.
Ул үҙенең таҫыллығы, йылғаларҙың иң хәтәр урындарын белеүе менән дан тотҡан. Иң ҡыйбатлы йөк тейелгән һалдарға уны лоцман итеп ҡуя торған булғандар. Ул иң алғы ишкәкте (һалсылар телендә — бабайка) еңел һәм оҫта ҡулланыуы менән билдәле булған, етмәһә, шат йырҙар сығара торған булған:
Оло Инйәрҙең сплавында На сплаве по Инзеру Миңә тиң ишкәксе юҡ. Первым плотогоном я. Инйәр буйҡайҙары бигрәк йәмле, Пройди по всему свету — Ундай урын ерҙә юҡ. Краше нету уголка
(Белорет районы Манышты ауылында Байрамғәлиев Самат Ғәлиулла улынан 1967 йылдың мартында яҙып алынған; 1902 йылғы).[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Традиционные устные рассказы сплавщиков Башкортостана и Урала 2019 йыл 10 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Традиционные устные рассказы сплавщиков Башкортостана и Урала 2019 йыл 10 июль архивланған.
- Предания рек суровых(Традиционные устные рассказы сплавщиков Башкортостана и Урала)(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахметшин, Б. Предания рек суровых (Традиционные устные рассказы сплавщиков Башкортостана и Урала) [Текст] / Б. Ахметшин // Ватандаш. — 2016. — № 11. — С. 192—206.