6-сы Башҡорт уҡсылар полкы
6-сы Башҡорт уҡсылар полкы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары | |
- | |
6-сы Башҡорт уҡсылар полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 18 июнендә Башҡорт хәрби шураһы тарафынан әҙерләнгән планға ярашлы, Башҡортостан автономияһында йәшәгән башҡорттарҙан ете пехота һәм ат полкы, шулай уҡ бер артиллерия бригадаһын, шул иҫәптән 6-сы пехота полкын ойоштороу күҙаллана. 6-сы пехота полкы Стәрлетамаҡ өйәҙендә формалашып, бынан тыш уның составына Уҫы өйәҙе башҡорттарын йәлеп итергә ниәтләгәндәр[1].
Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 16 октябрендәге приказына ярашлы Ырымбур ҡалаһында 6-сы Башҡорт пехота полкы булараҡ ойошторола. Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттарынан формалашҡан. Полкты ойоштороу эше менән подпоручик Әүхәҙи Ишмырҙин шөғөлләнгән, аҙаҡ уның командиры итеп тәғәйенләнә[2]. 1918 йылдың 25 октябрендә 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы тип үҙгәртелә.
Башҡа башҡорт уҡсылар частарынан айырмалы рәүештә, 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы Башҡорт Хөкүмәтенә тура буйһоноуында булған. Полк ҡарамағында Юрматы кантоны ирекле отряды була. 1918 йылдың икенсе яртыһында Ҡыҙыл Армия Башҡортостан автономияһы биләмәләренә яҡынлашҡас, 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы фронтҡа юллана һәм 1919 йылдың февраленә ҡәҙәр Стәрлетамаҡ фронты алыштарында ҡатнаша[2].
1919 йылдың ғинуарында Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә[3]. Ғинуар аҙағына ҡарай полк составында 550 кеше иҫәпләнә, улар 1 пулемет, 450 мылтыҡ менән ҡоралланған[4].
Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы ҡыҙылдар яғына күскәс, 1919 йылдың 18-20 февралендә 5-се һәм 6-сы уҡсылар полктары, һуңынан 1-се һәм 2-се уҡсылар полктары фронт һыҙығы аша тәүгеләрҙән булып үтә[2]. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң полк таратыла[3].
Командирҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ә. Ғ. Ишмырҙин (1918 йылдың октябренән)
- У. Н. Тереғолов (1919 йылдың февраленән)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Гражданской войне 1917—1922 гг. / Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — Уфа, 2019. — С. 205.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 История башкирских родов. Юрматы. Том 30. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 165—166. — 808 с. — ISBN 978-5-295-06979-6.
- ↑ 3,0 3,1 Таймасов Р. С. Шестой Башкирский стрелковый полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 144. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таймасов Р. С. Шестой Башкирский стрелковый полк // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.