Эстәлеккә күсергә

Шишмә-Борай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Шишмә-Борай
Ил

Рәсәй

Координаталар

55°51′37″ с. ш. 55°31′24″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 218 837 005

ОКТМО коды

80 618 437 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Шишмә-Борай (Рәсәй)
Шишмә-Борай
Шишмә-Борай

Шишмә-Борай (рус. Чишма-Бураево) — Башҡортостандың Борай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 140 кеше[1]. Почта индексы — 452965, ОКАТО коды — 80218837005.

1795 йылғы рәүиз материалдарына ярашлы Шишмә-Борай ауылында 188 башҡорт һәм 123 мари йәшәй, әммә артабанғы рәүиздәрҙә ауылда тик башҡорттарҙың ғына йәшәүе теркәлә: 1819 йылда - 252 башҡорт, 1834 йылда 308 башҡорт, 1859 й. - 520, 1834 й. - 308, 1859 й. - 520, 1870 й. - 442, 1920 й. - 196 башҡорт[2].

Йәлдәк ырыуының ир-егеттәре Рәсәй империяһы алып барған хәрби походтарҙа, сик буйын һаҡлауҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, поход старшинаһы, дистанция начальнигы зауряд- йөҙ башы Хөсәйен Сәфәров (Йосоптың улы) 7 тапҡыр сик буйы хеҙмәтендә була: Рәсәйҙең Ҡытай менән булған сик буйы һыҙатында, Верхнеуральск, Ырымбур, Орск һәм Гөбөрлө ҡәлғәләрендә. Уның улы Исмәғил дә атаһы юлынан китә, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. 24 йәшлек Хәмит Ашимов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша һәм яу ҡырында шәһит була[2].

1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ауылдағы 213 ихатала 1 мең 803 башҡорттоң йәшәүен теркәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 140 64 76 45,7 54,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Борай): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Таҙлар): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 84 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]