Женева
Ҡала | |||||
Женева франц. Genève | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Кантон | |||||
Коммуна | |||||
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
58 год до н. э. | ||||
Майҙаны |
15,93 км² | ||||
Бейеклеге |
378 м | ||||
Климат тибы |
умеренный | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
12 589 кеше/км² | ||||
Этнохороним |
жене́вец, жене́вка, жене́вцы[2] | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+41 22 | ||||
Почта индексы |
1200 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
GE | ||||
Официальный код |
6621 | ||||
Неофициальное название |
Город Кальвина | ||||
Женева (франц. Genève [ʒəˈnɛv], франкопров. Geneva, нем. Genf, итал. Ginevra, романш. Genevra) — Швейцариялағы ҡала. Баш ҡалаһы шул уҡ исемдәге Швейцарияның көньяҡ-көнбайыштағы, дәүмәле буйынса икенсе иң эре ҡалаһы. Француз телле Женева кантонының административ үҙәге һәм шул уҡ исемдәге коммуна. Женева күле буйында урынлашҡан.
2017 йылда 201 мең кеше йәшәгән. Сит ил граждандары халыҡтың 48 % тәшкил итә. «Оло Женева» сик буйы агломерацияһы сиктәрендә 915 мең кеше йәшәй. 2014 йылда йәшәү өсөн иң яҡшы ҡала тип таныла[3].
Ҡалала күп һанлы халыҡ-ара ойошмаларҙың, шул иҫәптән БМО-ның Европа бүлексәһенең, Ҡыҙыл Тәре, ВТО, ВОЗ, ЦЕРН, 1946 йылға тиклем — Милләттәр Лигаһы штаб-фатирҙары урынлашҡан. Женева шулай уҡ донъя финанс үҙәге булып тора. Ҡала янында Оло адронлы коллайдер урынлашҡан. Базель, Нью-Йорк һәм Страсбург менән бер рәттән Женева-абруйлы халыҡ-ара ойошма урынлашҡан һәм ниндәй ҙә булһа илдең баш ҡалаһы булмаған донъяның күп булмаған ҡалаларының береһе.
Рона йылғаһы ҡаланы ике өлөшкә бүлә. Төп иҫтәлекле урын — фонтан бейеклеге 147 метр.
Тәүге тапҡыр Юлий Цезарь кельттарҙың Генава биләмәһе тип б.э.т. I быуатта телгә ала Урта быуаттарҙа төрлө европа дәүләттәре хакимлығы аҫтында була. XVI быуатта Реформация үткәрелә, XVIII—XIX быуаттар сигендә Наполеон Францияһы составында була. 1815 йылдан кантон сифатында Швейцария составына инә.
Этимологияһы
Ҡала латин текстарында (Галлия һуғышы тураһында яҙмалар) Genava әйтелешендә телгә алына, бәлки, genu (бөгөл) тигән һүҙҙән яһалған кельт топонимынан алынғандыр, йәғни, бормалы йылға йәки эстуарий.
Урта быуаттарҙағы Женева графлығы урта быуат латин телендә pagus major Genevensis йәки Comitatus Genevensis (шулай уҡ Gebennensis) булараҡ билдәле. 1400 йылдан һуң Савойяның Женева провинцияһы, Реформациянан һуң урын Женева епархияһы булып китә.
Климаты
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 17,3 | 20,6 | 24,9 | 27,5 | 33,8 | 36,5 | 39,7 | 37,6 | 34,8 | 27,3 | 23,2 | 20,8 | 39,7 |
Уртаса максимум, °C | 4,5 | 6,4 | 11,3 | 15,1 | 19,9 | 23,7 | 26,7 | 26,0 | 21,0 | 15,5 | 8,9 | 5,4 | 15,4 |
Уртаса температура, °C | 1,8 | 2,7 | 6,4 | 9,9 | 14,4 | 18,0 | 20,5 | 19,8 | 15,7 | 11,3 | 5,8 | 2,8 | 10,8 |
Уртаса минимум, °C | −1,2 | −0,9 | 1,7 | 4,7 | 9,1 | 12,2 | 14,3 | 13,9 | 10,7 | 7,4 | 2,5 | 0,2 | 6,2 |
Абсолют минимум, °C | −19,9 | −20 | −13,3 | −5,2 | −2,2 | 1,3 | 3,0 | 4,8 | 0,2 | −4,7 | −10,9 | −17 | −20 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 71 | 62 | 65 | 64 | 77 | 83 | 74 | 75 | 92 | 94 | 84 | 80 | 919 |
Сығанаҡ: «Погода и климат» |
Галерея
-
Сан-Пьерр Соборы
-
Кальвин Колледжы
-
Халыҡ-Ара Ҡыҙыл Тәре комитеты
-
Консерватория һәм ботаника баҡсаһы
-
Нотр-Дам
-
Урыҫ православие сиркәүе
-
[БМО-ның Ҡасаҡтар буйынса юғары комиссары идаралығы
-
Отель-ду-Вилль Һәм Тур-Бодэ
-
Вольтер институты һәм музейы, китапхана һәм архив менән
-
Малле йорто һәм Халыҡ-ара Реформация музейы
-
Тавель Йорто
-
Брауншвейгта Карл II Брауншвейгский хөрмәтенә кәшәнә
Иҫкәрмәләр
- ↑ Cantons and Cities of Swiss Confederation . Дата обращения: 19 сентябрь 2016. Архивировано 18 февраль 2015 года.
- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Женева // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 108. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ Женева стала лучшим городом для жизни (7 ноябрь 2014). Дата обращения: 26 ноябрь 2014. Архивировано 24 ноябрь 2014 года.
Һылтанмалар
Женева Викиһүҙлектә | |
Женева Викиөҙөмтәлә | |
Женева Викимилектә | |
Женева Викияңылыҡтарҙа | |
Женева Викигид |
- ville-geneve.ch — Женевы рәсми сайты (фр.)
- Официальный сайт о туризме в Женеве (рус.) (фр.) (инг.)
- Общественный транспорт Женевы (фр.) (инг.)
- Geneva Historical & Genealogical Society Collection 2016 йыл 5 март архивланған. Архивная копия от 5 марта 2016 на Wayback Machine (инг.)