Эстәлеккә күсергә

Кокос утрауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
11:41, 2 июнь 2023 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.4)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Кокос утрауҙары биләмәһе (Килинг)
ингл. Territory of the Cocos (Keeling) Islands
Кокос утрауҙары гербы
Флаг
Государственный гимн Кокос утрауҙары
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Уэст-Айленд
Эре ҡалалар Бантам (Кокос утрауҙары)
Идара итеү төрө конституцион монархия
Королева

Администратор Премьер-министр

Елизавета II
Территория
• Бөтәһе

14 км²
Халыҡ
• Һаны (2007)
• Халыҡ тығыҙлығы

607 чел.
43,36 чел./км²
Валюта Австралия доллары (AUD, код 36)
Интернет-домен .cc
Код ISO CC
Телефон коды +61 891
Сәғәт бүлкәте (UTC+6½)

Кокос уртауҙары (Килинг) — Һинд океанында урынлашҡан 27 ваҡ коралл уртауҙары төркөмө. Австралияның тышҡы биләмәһе. Майҙаны — 14 км². Халҡы — 607 кеше[2]. (июль 2007 йыл), 80 % малай халҡы. Административ үҙәге — (West Island) Көнбайыш Утрауҙа урынлашҡан Уэст-Айленд.

Рәсми тел — инглиз теле. Халыҡтың барыһы ла тиерлек ислам динендә.

Кокос утрауҙары картаһы

Архипелаг мәрйен сығышлы. Көньяҡ өлөштән һәм кеше йәшәмәгән төньяҡҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан Норт-Килинг утрауынан тора.

Диңгеҙ кимәленән иң бейек бейеклеге — 5 м. Дөйөм майҙаны — 14 км².

Климаты дымлы тропик, циклондар миҙгеле октябрҙән апрелгә тиклем.

Сөсө һыу ресурстары аҙ, ямғыр һыуҙары ер аҫтындағы тәбиғи һыу ятҡылыҡтарына йыйыла.

Норт-Килингтың майҙаны яҡынса 1,2 км², ҡултыҡтар яҡынса 0,5 км² тәшкил итә. Атолл ҡултыҡты океандан тулыһынса тиерлек яба.

Саут-Килинг утрауҙары 26 бәләкәй утрауҙан тора, шуларҙың ике утрауында ғына — Уэст-Айленд и Хоумда кеше даими йәшәй. Саут-Килинг утрауҙарының дөйөм майҙаны — 13,1 км².

Атама
(урыҫса)
Атама
(малайса)
Атама
(инглизсә)
Майҙан,
км²
1 Хорсборо Pulau Luar Horsburgh Island 1,04
2 Дирекшен Pulau Tikus Direction Island 0,34
3 Уоркхауз Pulau Pasir Workhouse Island <0,01
4 Призон Pulau Beras Prison Island 0,02
5 Уоплейс утрауҙары Pulau Gangsa Woeplace Islets <0,01
6 Хоум Pulau Selma Home Island 0,95
7 Сивола Pulau Ampang Kechil Scaevola Islet <0,01
8 Кануи Pulau Ampang Canui Island 0,06
9 Ампанг-Майнор Pulau Wa-idas Ampang Minor 0,02
10 Голдуотер Pulau Blekok Goldwater Island 0,03
11 Торн Pulau Kembang Thorn Island 0,04
12 Гузберри Pulau Cheplok Gooseberry Island <0,01
13 Мизери Pulau Pandan Misery Island 0,24
14 Гот Pulau Siput Goat Island 0,10
15 Мидл-Мишен Pulau Jambatan Middle Mission Isle <0,01
16 Саут-Гот Pulau Labu South Goat Island 0,04
17 Саут-Айленд Pulau Atas South Island 3,63
18 Норт-Гот Pulau Kelapa Satu North Goat Island 0,02
19 Ист-Кей Pulau Blan East Cay Island 0,03
20 Бериал Pulau Blan Madar Burial Island 0,03
21 Уэст-Кей Pulau Maria West Cay Island 0,01
22 Килингхем-Хорн Pulau Kambling Keelingham Horn Island <0,01
23 Уэст-Айленд Pulau Panjang West Island 6,23
24 Тёртл Pulau Wak Bangka Turtle Island 0,22
Бөтәһе 13,1
Кокос утрауҙары космостан

Утрауҙарҙы инглиз капитаны Уильям Килинг 1609 йылда аса.

1825 йылдың 6 декабрендә утрауға британ капитаны Джон Клуниз-Росс килә. 1827 йылдың 27 февралендә ул Саут-Айлендта тораҡ пункҡа нигеҙ һала, ә 1831 йылда бөтә утрауҙарҙы биләй һәм уларҙы Клюниз-Росс ғаиләһенең феодаль биләмәһе тип иғлан итә.

Пальма үҫтереү, копра һәм кокос майы етештереү өсөн Малайзиянан утрауҙарға эшселәр килтерәләр. 1836 йылда Чарльз Дарвин Кокос утрауында була һәм унда йөҙҙән ашыу малай кешеһе йәшәгәнен билдәләй, улар формаль рәүештә ирекле кешеләр була, ысынында иһә ҡол булараҡ файҙаланыла[3].

Утрауҙар 1857 йылда Бөйөк Британия тарафынан тартып алына һәм 1878 йылда Цейлон губернаторы ҡарамағына тапшырыла. 1886 йылдың 7 июлендә королева Виктория тарафынан Клуниз-Росстар ғаиләһенә мөҙҙәтһеҙ ваҡытҡа милек итеп бирелә. 1886 йылда Стрейтс-Сетлментс колонияһы составына индерелә, һуңынан уға Раштыуа утрауы ла ҡушыла. Стрейтс-Сетлментстың буйһоноуы формаль була, ғәмәлдә Клоуниз-Росстар утрауҙар менән үҙҙәренсә идара итә һәм хатта 1887 йылдан алып 1978 йылға тиклем үҙ валютаһын — Кокос утрауҙары рупияһын сығара.

1914 йылдың 9 ноябрендә, Беренсе донъя һуғышы барышында утрауҙар эргәһендә Австралияның «Сидней» крейсеры менән Германия рейдеры — «Эмден» крейсеры араһында һуғыш була. Уның һөҙөмтәһендә Германия крейсеры ныҡ зыян күрә һәм таштарға ултыра, немец командаһының бер өлөшө Кокос утрауҙары аша Германияға ҡасып ҡайта.

1955 йылдың 23 ноябренән Австралия ҡарамағына тапшырыла. 1978 йылдың 1 сентябрендә Австралия хөкүмәте Клуниз-Росстарҙан бөтә ерҙәрҙе тиерлек һатып ала, ҡалғаны 1986 йылда һатыла. 1984 йылдың 6 апрелендә утрауҙарҙың үҙбилдәләнеше буйынса референдум үткәрелә. Күпселек Австралия менән бәйләнеште һаҡлау яҡлы була[4].

Федераль һайлауҙарҙа Төньяҡ территорияның Дингири округы буйынса тауыш бирәләр, әммә ҡайһы бер хеҙмәттәр Көнбайыш Австралияға буйһона.

Халҡы — 544 кеше[5] (2016 йыл)

Ир-егеттәр — 50,6 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 49,4 %.

Уртаса йәше — 42 йәш. Халыҡтың 20,6 процентын 14 йәшкә тиклемге балалар, ә 65 йәштән өлкәндәр 15,5 процент тәшкил итә.

Утрауҙа 153 ғаилә бар, балалы ғаиләләрҙә балаларҙың уртаса һаны — 1,9; бөтә ғаиләләр өсөн балаларҙың уртаса һаны — 0,9.

Кокос (Килинг) утрауҙарында 15 йәштән өлкәнерәк кешеләрҙең 73,5 проценты өйләнгән, 4,2 проценты йә айырылышҡан, йә айырылған.

Утрауҙарҙағы кешеләрҙең 24,1 проценты уҡыу йорттарына йөрөгән. Уларҙың 41,9%-ы — башланғыс мәктәптә, 23,4%-ы — урта мәктәптә һәм 5,6%-ы юғары йәки техник учреждениела уҡыған[6].

Кокос (Килинг) утрауҙарында малайлыларҙың — 16,6 %, австралиялыларҙың — 15,5 %, индонезияларҙың — 14,3 %, инглиздәрҙең — 9,3 % һәм явалыларҙың 5,6%-ы тәүге ата-бабаларынан таралған[6].

Кокос (Килинг) утрауҙарындағы 82,5 % кеше Австралияла; Малайзияла — 5,0 %, Яңы Зеландияла — 1,1 %, Англияла — 0,6 % һәм Сингапурҙа — 0,6 % тыуған[6].

Кокос (Килинг) утрауҙарында ислам 75 %, атеистар 13,4 %, англикандар 3,5 %, католиктар 1,5 % таралған; 6,5 % динен билдәләнмәгән[6].

Утрауҙарҙың иң ҙурында — Уэст-Айлендта утрауҙа аэропорт урынлашҡан (Австралия — Европа трассаһын хеҙмәтләндерә) һәм халыҡтың ҙур өлөшө ошо утрауҙа йәшәй. Халыҡтыҡ төп шөғөлө — аэропорты хеҙмәтләндереү, кокос пальмаларын эшкәртеү һәм производство копра етештереү. Һуңғы ваҡытта туризм үҫеш ала[7].

Шулай уҡ интернетта Кокос утрауҙарына бирелгән юғары кимәлдәге милли домен киң ҡулланыла.

Почта һәм транспорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙарҙағы почта операторы — Австралияның «Австралия почтаһы» дәүләт корпорацияһы. Архипелаг өсөн 1963 йылдан алып сығарылған почта маркалары Австралия территорияһында ла, шул уҡ ваҡытта Австралия маркалары ла Кокос утрауҙарында ҡулланыла ала.

Территорияның рәсми флагы булып Австралия флагы тора, әммә шулай уҡ урындағы, рәсми булмаған флаг — кокос пальмаһы, ярым ай һәм Көньяҡ Тәре йондоҙлоғо һүрәтләнгән йәшел туҡыма ҡулланыла. Кокос пальмаһы — биләмәнең «визит карточкаһы», йәшел төҫ һәм ярым ай — исламды аңлата, ә Көньяҡ Тәре һүрәте Көньяҡ ярымшарҙың күп флагтарына хас.

  • История почты и почтовых марок Кокосовых островов
  • Остров Рождества (Австралия)
  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
  2. shire.cc 2012 йыл 21 март архивланған.: Profile, in englischer Sprache, abgerufen am 15. September 2011
  3. Charles Darwin. The Works of Charles Darwin, Volume 1: Diary of the Voyage of the H. M. S. Beagle. — NYU Press, 2010-02-15. — С. 359. — 461 с. — ISBN 9780814720448. Архивная копия от 20 июль 2021 на Wayback Machine
  4. Cocos Islands. Дата обращения: 20 ғинуар 2008. Архивировано 6 ғинуар 2019 года.
  5. Australian Bureau of Statistics (27 June 2017). «Cocos (Keeling) Islands Архивная копия от 1 февраля 2021 на Wayback Machine». 2016 Census QuickStats.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 2016 Census QuickStats: Cocos (Keeling) Islands (ингл.). quickstats.censusdata.abs.gov.au. Дата обращения: 13 июль 2021. Архивировано 12 август 2021 года. 2021 йыл 1 февраль архивланған.
  7. en:Cocos (Keeling) Islands
  • Страны мира: Краткий полит. экон. справочник. — М.: Политиздат, 1980 г. — 497 с.
  • Малый атлас мира/ст. ред. Н. М. Терехов — М.: ГУГК, 1980 г. — 147 с.