Берта фон Зутнер
Берта фон Зутнер (баронесса Берта фон Зутнер, нем. Bertha Sophie Felicitas Freifrau von Suttner, тыумыштағы исеме графиня Кински, нем. Kinsky; 9 июнь 1843 йыл, Прага — 21 июнь 1914 йыл, Вена) — Австрия яҙыусыһы, халыҡ-ара пацифистик хәрәкәт ҡатнашыусыһы, тыныслыҡ буйынса Нобель лауреаттары араһында беренсе ҡатын-ҡыҙ (1905) һәм Нобель премияһы алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың икенсеһе (Мария Склодовская-Кюриҙан ҡала).
Йәшлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берта фон Зутнер 1843 йылдың 9 июнендә Прагала (ул саҡта Австро-Венгрия) Австрия генералы граф Франц Йозеф Кински фон Шиник унд Теттау ғаиләһендә тыуа. Атаһы ҡыҙы донъяға килер алдынан вафат була, уны әсәһе София Вильгельмина һәм опекуны тәрбиәләп үҫтерә, улар икеһе лә Австрия һарайы даирәһенә ингән кешеләр була. Берта Кински Австрия аҡһөйәктәре йәмғиәтенең милитаристик традицияларында тәрбиәләнә, әммә аңлы тормошоноң икенсе яртыһын ул ошо традицияларға ҡаршы көрәштә үткәрә.
Бертаға 30 йәш тулғанда әсәһе мираҫҡа ҡалған бөтә байлыҡты туҙҙырып бөтә. Берта Веналағы Зутнерҙар ғаиләһендәге ҡыҙҙарға гувернант булып яллана һәм тиҙҙән был ғаиләлә үҫкән өс улдың береһенә — барон Артур Гундаккар фон Зутнерға ғашиҡ була. Артурҙың ата-әсәһенең ризалығынан тыш өйләнешкән Зутнерҙар Рәсәйгә, Грузияға китергә мәжбүр була, уларҙы кенәз Дадиани ғаиләһе саҡырған була. Улар ун йыл Тифлиста йәшәй.
1877 йылда Рәсәй империяһы менән Төркиә араһында һуғыш башланғас, Артур фон Зутнер һуғыш хәрәкәттәре барышынан Венаның ваҡытлы баҫмаларына репортаждар яҙып тора. Ире яҙған мәҡәләләрҙең билдәлелек алыуынан илһамланып, Берта ла ҡулына ҡәләм ала. Ул хикәйәләр, эсселар яҙа, башлыса В. Oulot тигән псевдоним аҫтында баҫыла. Э. Золя, Ч. Дарвин һәм Г. Спенсер фекерҙәре йоғонтоһо аҫтында ире Артур менән бергә дүрт роман яҙа: «Inventarium einer Seele» (Лейпциг, 1883; 2 баҫмаһы 1888); «Ein Manuskript» (Лейпциг, 1885); «High Life» (Мюнхен, 1886); «Daniela Dormes» (Мюнхен, 1886).
Ире Артур Гундаккар фон Зуттнер (1850—1902) шулай уҡ романдар һәм новеллалар: «Daredjan» (Мюнхен, 1884); «Der Battono» (Штутгарт, 1886); «Anderl» (Дрезден, 1889); «Die Adjàren» (Штутгарт, 1889) һ. б. әҫәрҙәр авторы булараҡ билдәле.
«Бөтһөн ҡорал!»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1886—1887 йылдарҙа Зутнерҙар Парижда йәшәй, А. Нобель һәм Э. Ренан менән осраша, Лондонда Тыныслыҡ һәм халыҡ-ара арбитраж ассоциацияһы һәм Европалағы башҡа шундай ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән таныша. Арбитраж идеялары менән рухланып, Берта фон Зутнер «Машиналар дәүере» (1889) тигән китап яҙа, унда Европа илдәрендә милләтселекте һәм милитаризмды пропагандалауҙы тәнҡитләй. Был әҫәр йәмғиәттә лә, тәнҡитселәр даирәләрендә лә киң фекер алышыуҙар тыуҙыра.
1889 йылда Зутнерҙың «Бөтһөн ҡорал!» («Die Waffen nieder!») тигән китабы сыға, унда яҙмышын XIX быуаттың 60-сы йылдарында Европа һуғыштары ғәрипләндергән йәш ҡатындың тормошо тасуирлана. Был китап һуғыш афәттәре аша үткән ҡатындың, әсәнең, ғаиләнең һуғышҡа ҡаршы ярһыулы сығышы булып тора.
Романда һүрәтләнгән һуғыш вәхшилектәре уҡыусыларға шаңҡытҡыс тәьҫир яһай. «Бөтһөн ҡорал!» романы авторға ғына түгел, бөтә һуғышҡа ҡаршылар хәрәкәтенә киң билдәлелек килтерә. Лев Толстой уның йоғонтоһон Г. Бичер-Стоуҙың «Том ағайҙың аласығы» әҫәренеке менән йәнәш ҡуя. Китаптан цитаталарҙы Австрия хөкүмәтендә файҙаланалар, ул күп телдәргә тәржемә ителә. Роман В. Либкнехт тарафынан немец социал-демократтарының «Форвертс» тигән гәзитендә ҡабатлап баҫтырыла.
Халыҡ-ара йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Романдың киң билдәлелек алыуы яҙыусыға Европалағы тыныслыҡ көрәшселәре менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген бирә. 1891 йылда Зутнер ғүмерендә беренсе тапҡыр тыныслыҡ һөйгән көстәр конгресында ҡатнаша, был конгресты Римда Парламент-ара союз ойоштора. Шул уҡ йылды Берта Зутнер Австрия тыныслыҡ йәмғиәтен ойоштора, был илдәге беренсе пацифистик ойошма була. 1892 йылда Зутнер Берн тыныслыҡ бюроһының ойоштороусы ағзаһы була. Был ойошма Европаның күп илдәрендә барлыҡҡа килгән пацифистик төркөмдәрҙең эшмәкәрлеген көйләү маҡсатын ҡуя. Яҙыусы 20 йыл буйы был Бюроның вице-президенты вазифаһын башҡара.
Шул уҡ 1892 йылда Берта фон Зутнер Альфред Фрид менән берлектә «Бөтһөн ҡорал!» тигән пацифистик журнал аса, унда «Хәҙерге тарих буйынса полялағы комментарийҙар» тигән рубриканы алып бара.
XIX быуаттың 90-сы йылдарында милитаризм айырыуса әүҙем үҫә; Зутнер тыныслыҡ һөйөүсе көстәрҙең күп һанлы конференциялары эшендә ҡатнаша, йыш ҡына берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ делегат булып сыға. Берта һәм уның ире Артур фон Зутнер 1899 йылғы Гаага тыныслыҡ конференцияһын әҙерләгәндә ойоштороу, мәғлүмәт һәм финанс тәьминәте йәһәтенән күп көс һала. 1902 йылда ире вафат булғас, Зутнер әүҙем пацифистик эшмәкәрлеген дауам итә, АҠШ һәм Германия буйлап турнела йөрөй, лекциялар менән сығыш яһай (1904—1905), АҠШ президенты Теодор Рузвельт менән осраша.
Тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бертаның А. Нобель менән хатлашыуы һәм һуғыштарҙы булдырмау маҡсатында эшләгән пацифистик проекттарҙы финансларға саҡырыуы һөҙөмтәһендә 1893 йылда Нобель уға яҙған яуап хатында тыныслыҡ премияһы булдырырға вәғәҙә итә.
Берта Зутнерға премия биреү тураһында 1905 йылдың 10 декабрендә белдерелә һәм 1906 йылдың 18 апрелендә Христианияла (Осло) премия тапшырыла. Зутнер тыныслыҡ премияһы алған беренсе ҡатын-ҡыҙ һәм премия лауреаттарының дөйөм исемлегендә икенсе ҡатын-ҡыҙ (Мария Склодовская-Кюриҙан ҡала) була. Нобель премияһы алғандан һуң Зутнерҙың яҙыусы һәм оратор булараҡ билдәлелеге тағы ла арта төшә. 1905 йылда уның ярҙамы менән «Инглиз-герман дуҫлығы йәмғиәте» барлыҡҡа килә; 1908 йылда Лондон тыныслыҡ конгресы мөнбәренән уның Европа илдәрен берләштерергә саҡырыуы яңғырай, быны ул донъя һуғышы тоҡаныуҙан ҡотҡарырлыҡ берҙән-бер сара тип күрә. Ул күп һанлы мәҡәләләр баҫтыра, тыныслыҡ проблемалары һәм ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тураһында «Кешелектең уй-ниәттәре» (1911) тигән роман яҙа.
1912 йылда Зутнер тағы АҠШ-та бара. Лекцияларында Зутнер Ҡытайҙың милитаризациялашыу хәүефе тураһында киҫәтә, хәрби самолёттар эшләүгә ҡаршы сығыш яһай.
Һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмеренең һуңғы йылдарында Зутнерҙың тормошонда бәхетле һәм фажиғәле ваҡиғалар байтаҡ була. Немец милләтсел матбуғатында уны — «пацифизм фурияһы» йә «тыныс Берта», Австрияның милитаристик даирәләрендә «хыянатсы» тип йөрөтәләр. 1913 йылда Гаагалағы Халыҡ-ара тыныслыҡ конгресында уға пацифистик хәрәкәт «генералиссимусы» тигән рәсми булмаған титул бирәләр. Ул Бернда Халыҡ-ара тыныслыҡ бюроһының почётлы президенты тигән юғары исемгә лайыҡ була. АҠШ-та Карнегиҙың Тыныслыҡ фондының консультатив советы ағзаһы итеп һайлана.
Яман шеште алып ташлау операцияһынан баш тартҡан Зутнер 1914 йылдың 21 июнендә Венала, Беренсе донъя һуғышы башланырҙан ай ярым элек вафат була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берта Зутнерға Нобель тыныслыҡ премияһы бирелеү ваҡиғаһының 100 йыллығы 2006 йылда ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында билдәләнә.
2014 йылда немец кинематографистары «Тыныслыҡ хаҡына мөхәббәт — Берта фон Зутнер һәм Альфред Нобель» / «Eine Liebe für den Frieden — Bertha von Suttner und Alfred Nobel» (режиссёр Урс Эггер / Urs Egger) тигән документаль фильм төшөрә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://www.wechanged.ugent.be/wechanged-database/
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118620126 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Bertha von Suttner // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Bertha von Suttner // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ 6,0 6,1 Зутнер Берта фон // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ http://www.nobelprize.org/nobel_prizes/peace/laureates/1905/suttner-bio.html
- ↑ Blumesberger S. Suttner, Bertha Baronin von // Handbuch der österreichischen Kinder- und Jugendbuchautorinnen (нем.) — 2014. — Vol. 2. — S. 1124—1129. — ISBN 978-3-205-78552-1
- ↑ https://data.matricula-online.eu/de/oesterreich/wien/06-gumpendorf/02-45/?pg=76
- ↑ Baumgartner M. 133 // Der Verein der Schriftstellerinnen und Künstlerinnen in Wien (нем.) — Böhlau Verlag, 2015. — ISBN 978-3-205-20168-7, 978-3-205-79702-9 — doi:10.7767/9783205201687
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зуттнер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Берта фон-Суттнер [sic]. «Против войны» (один из первых переводов «Долой оружие!» на русский язык). — СПб.: тип. бр. Пантелеевых, 1891.
- http://n-t.ru/nl/mr/suttner.htm 2020 йыл 15 февраль архивланған. — более подробная биография Б. фон Зутнер на сайте «Лауреаты Нобелевской премии. Наука и техника» (рус.)(рус.).
- Роман «Долой оружие!» (рус.)(рус.) в проекте «Классика»
- Берта фон Зутнер в библиотеке Я. Г. Кротова
- Цвейг С. Берта фон Зутнер. — 1917.
- Сдвижков Д. Против «железа и крови». Пацифизм в Германской империи. — М.: ИВИ РАН, 1999.
- http://www.berthavonsuttner.info 2016 йыл 4 март архивланған. — сайт, посвященный Б. фон Зутнер (нем.)(нем.) (инг.)(инг.) (фр.)(фр.).
- http://www.zeno.org/Literatur/M/Suttner,+Bertha+von — есть биография, два романа: «Долой оружие!» и «Дети Марты», а также мемуары Б. фон Зутнер (нем.)(нем.).
- Friedensnobelpreis an Bertha von Suttner. 2012 йыл 6 март архивланған. Zum 100. Jahrestag 2012 йыл 6 март архивланған.
- https://www.dfg-vk.de/verband/geschichte/ — история «Немецкого Общества Мира», основанного Б. фон Зутнер и А. Фридом в 1892 году и существующего до сих пор (нем.)(нем.).
- 9 июндә тыуғандар
- 1843 йылда тыуғандар
- Прагала тыуғандар
- 21 июндә вафат булғандар
- 1914 йылда вафат булғандар
- Венала вафат булғандар
- Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаттары
- Пацифистар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Австрия яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Австрия империяһында тыуғандар
- Нобель премияһы лауреаты булған ҡатын-ҡыҙҙар