Ыласындар (лат. Falco) — йыртҡыс ҡоштар ырыуына ҡараған донъяла киң таралған ыласындар, ғаиләһендәге ҡоштар. Фәнни атамаһы Falco латин һүҙе «falx» («ураҡ») ҡанаттары осҡанда ураҡҡа оҡшаштар. Ыласындар донъя һәм шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтендә лә ҙур мираҫ ҡалдырған.
Улар ыласындар ғаиләһенең иң күп һанлы һәм үҙәк ырыуын тәшкил итеүселәр. Ҙур ҡоштары тар шына һымаҡ ҡанаттары менән айырылалар. Бындай ҡанаттар арҡаһында улар шыҡайып (баш түбән) осҡанда етеҙ хәрәкәттәр яһарға һәм ғәҙәти булмаған ҙур тиҙлекте үҫтерергә һәләтле. Мәҫәлән, сапсан донъялағы иң етеҙ ҡош — ул һунар ваҡытында осоу тиҙлеген 322 км/сәғәт, йәки 90 м/с үҫтерегә һәләтле. Тәүге йылда йәш ыласындарҙың елпеүсе ҡауырһындары оҙон, һәм шуға күрә уларҙың ҡанаттары һарҙарҙыҡына (канюк) һәм бөркөттәрҙекенә ҡарағанда киң күренә. Бындай төҙөлөш һунар күнекмәләрен кәметә, әммә уларға осорға өйрәнергә ярҙам итә.
Шулай уҡ ыласын ырыуҙарына шоңҡарҙар,балабандар һәм лаггарҙар инә.Бөжәктәр менән туҡланыусы ҙур булмаған тар оҙон ҡанатлы ыласындарҙы — ҡыйғырҙар, (чеглок),ә ваҡ кимереүселәргә һунар иткәндәрен, — торомтайҙар (пустельга), тип атағандар. Эре, махсус өйрәтелгәндәре аусы ҡоштар булараҡ ыласын һунарында ҡулланылған.
2005 йылдың февралендә Канадалағы Макгилл университеты ғалимы Лефевр Луи (Lefebvre Louis) IQ ҡошто аҙыҡ табыу өсөн ҡулланғандағы таҫыллыҡ дәрәжәһе буйынса билдәләргә тәҡдим иткән. Был алымға ярашлы, ыласындар иң аҡыллы ҡоштар рәтенә ингән.
Антарктиданан башҡа, ыласындар бөтә ергә таралған. Ағастарҙа, башҡа ҡоштарҙың ояларын биләп, ерҙә, бейек ҡаяларҙа йәки ҡаралтыларҙа (башня, манараларҙа) оя ҡоралар.
Башҡа ҡанатлы йыртҡыс ҡоштар менән сағыштырғанда, ыласындар ҡоштарҙың йәш төркөмө тип һанала. Иң тәүге ҡаҙылма ҡалдыҡтары был ырыуға ҡараған эш версияһына ярашлы, һуңғы миоцен осорона ҡарай, йәғни уларҙың йәше 10 миллиондан артыҡ түгел. Генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре нигеҙендә яғалбайҙарҙың (дербник), торомтайҙарҙың (пустельга)таралыу үҙәге булып Африка, ә бөтә башҡа төрҙәренең — Евразия фаразланған.
Морфологик характеристика һәм ыласындарҙың һунар ысулы буйынса ,ғәҙәттә,уларҙы 3-4 экологик төркөмгә бүләләр. Беренсе төркөмгә бөтә торомтайҙар ҡарай (турғай торомтайҙарынан башҡа[1]): был, ҡағиҙә булараҡ, ваҡ, тығыҙ тәнле,ғәҙәттә, ерән ҡауырһынлы һәм ҡайһы берҙә яҡшы сағылдырған енси диморфизм менән. Өс Африка торомтайы, башлыса һоро төҫтәгеләре, был төркөмдә айырылып тора. Улар ваҡ ер хайуандарын- бөжәктәрҙе,ваҡ сысҡан һымаҡтарҙы,кимереүселәрҙе суҡышы менән эләктереп туҡлана.
Икенсе төркөмдө ҡыйғырҙарҙың (шулай уҡ уларға ҡайһы берҙә Яңы Зеландияның һоро һәм ҡыҫҡа ҡойроҡло ыласындары ҡарай) — эрерәк һәм төҙ, арҡаһы ҡара-һоро ҡауырһынлы, яңаҡтары һәр ваҡыт тиерлек ҡара ҡанаттар («мыйыҡтар») менән булғандары тәшкил итә. Орнитофаг, уларҙың төп һунар объекты — ваҡ ҡоштар.
Өсөнсө төркөмдә — ыласындар үҙҙәре. Был ырыуҙың иң эре вәкилдәре, ҡайһы берҙәре ҙур булмаған ҡарсыға саҡлы. Уларҙың ҡарсығаларҙыҡы (чеглок) кеүек ҡара «мыйыҡтары» (бик асыҡ морфаларҙан башҡалары) һәм йыш ҡына ҡара «башлығы» була. Башҡаларында ике төркөм тасуирлана — һоро өҫтән ерәнерәк төҫ менән аралаша. Ҡыйғырҙар менән сағыштырғанда был ыласындар сыбарыраҡ һәм ҡорһаҡтарында ҡоңғорт һыҙҙаттары бар. Бөтә эре төрҙәре ҡойроғоноң төҫө менән оҡшаш — ҡара-һоро һәм бик асыҡ булмаған ҡоңғорт, осо аҡ арҡыры һыҙыҡтар менән тамамлана. Бындай бер төрлөлөк тик был төркөмгә генә хас — торомтайҙарҙың һәм ҡыйғырҙарҙың ҡойроҡ ҡауырһындары төрлө һәм ырыу дәрәжәһен билдәләү мотлаҡ түгел[1]. Яҡшы үҫешкән мускулатуралары һәм шәплеге арҡаһында, эре ыласындар уртаса ҙурлыҡтағы ҡоштарға.(ҡайһы бер ерҙәге һөтимәрҙәргә) өҫтән ташланып һөжүм итәләр.
Ҡай саҡта эре ыласындарҙың дүрт төрөн — ланнерҙы, лаггарҙы, балабанды һәм шоңҡарҙы — айырым төркөмгә бүләләр — бәләкәй ырыуға Hierofalco. Был ҡоштарҙа феромеланин пигменты бик юғары,ҡауырһындарында ерән һәм көрән ҡаршылыҡлы төҫтәрҙең өҫтөнлөк итеүе уларҙы ҡарсығаларға оҡшата. Бындай ыласындарҙың ҡорһаҡ өлөшө буй һәм тамсы һымаҡ таптар менән сыбарланған.
- ↑ 1,0 1,1 Groombridge, Jim J.; Jones, Carl G.; Bayes, Michelle K.; van Zyl, Anthony J.; Carrillo, José; Nichols, Richard A. & Bruford, Michael W. (2002): A molecular phylogeny of African kestrels with reference to divergence across the Indian Ocean. Molecular Phylogenetics and Evolution 25(2): 267—277. [www.blackwell-synergy.com/doi/abs/10.1111/j.1365-294X.2007.03373.x HTML Abstract](недоступная ссылка))
- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 49—50. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.