Эстәлеккә күсергә

Берта фон Зутнер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Берта фон Зутнер
нем. Bertha von Suttner
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Австрия империяһы
 Цислейтания[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Berta Gräfin Kinsky von Wchinitz und Tettau
Псевдоним B. Oulot, Jemand[2]
Тыуған көнө 9 июнь 1843({{padleft:1843|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][4][5][…]
Тыуған урыны Прага, Австрия империяһы[3][6][7][…]
Вафат булған көнө 21 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[3][1][4][…] (71 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Австро-Венгрия[6][2][8][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Ашҡаҙан яман шеше[d]
Ерләнгән урыны Главное кладбище Готы[d][9]
Атаһы Franz Joseph Kinsky[d]
Әсәһе Sophie Wilhelmine Koerner[d]
Хәләл ефете Arthur Gundaccar von Suttner[d][10]
Нәҫеле Кинские[d]
Туған тел Немец теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө яҙыусы, романист, тәржемәсе, журналист, пацифист, писатель научной фантастики, мөхәррир
Ойошма ағзаһы Verein der Schriftstellerinnen und Künstlerinnen Wien[d][11]
Жанр утопическая и антиутопическая литература[d] һәм феминистская научная фантастика[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нобель тыныслыҡ премияһы
Изображение памятной доски
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Bertha von Suttner
 Берта фон Зутнер Викимилектә

Берта фон Зутнер (баронесса Берта фон Зутнер, нем. Bertha Sophie Felicitas Freifrau von Suttner, тыумыштағы исеме графиня Кински, нем. Kinsky; 9 июнь 1843 йыл, Прага — 21 июнь 1914 йыл, Вена) — Австрия яҙыусыһы, халыҡ-ара пацифистик хәрәкәт ҡатнашыусыһы, тыныслыҡ буйынса Нобель лауреаттары араһында беренсе ҡатын-ҡыҙ (1905) һәм Нобель премияһы алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың икенсеһе (Мария Склодовская-Кюриҙан ҡала).

Берта фон Зутнер 1911 йылда

Берта фон Зутнер 1843 йылдың 9 июнендә Прагала (ул саҡта Австро-Венгрия) Австрия генералы граф Франц Йозеф Кински фон Шиник унд Теттау ғаиләһендә тыуа. Атаһы ҡыҙы донъяға килер алдынан вафат була, уны әсәһе София Вильгельмина һәм опекуны тәрбиәләп үҫтерә, улар икеһе лә Австрия һарайы даирәһенә ингән кешеләр була. Берта Кински Австрия аҡһөйәктәре йәмғиәтенең милитаристик традицияларында тәрбиәләнә, әммә аңлы тормошоноң икенсе яртыһын ул ошо традицияларға ҡаршы көрәштә үткәрә.

Бертаға 30 йәш тулғанда әсәһе мираҫҡа ҡалған бөтә байлыҡты туҙҙырып бөтә. Берта Веналағы Зутнерҙар ғаиләһендәге ҡыҙҙарға гувернант булып яллана һәм тиҙҙән был ғаиләлә үҫкән өс улдың береһенә — барон Артур Гундаккар фон Зутнерға ғашиҡ була. Артурҙың ата-әсәһенең ризалығынан тыш өйләнешкән Зутнерҙар Рәсәйгә, Грузияға китергә мәжбүр була, уларҙы кенәз Дадиани ғаиләһе саҡырған була. Улар ун йыл Тифлиста йәшәй.

1877 йылда Рәсәй империяһы менән Төркиә араһында һуғыш башланғас, Артур фон Зутнер һуғыш хәрәкәттәре барышынан Венаның ваҡытлы баҫмаларына репортаждар яҙып тора. Ире яҙған мәҡәләләрҙең билдәлелек алыуынан илһамланып, Берта ла ҡулына ҡәләм ала. Ул хикәйәләр, эсселар яҙа, башлыса В. Oulot тигән псевдоним аҫтында баҫыла. Э. Золя, Ч. Дарвин һәм Г. Спенсер фекерҙәре йоғонтоһо аҫтында ире Артур менән бергә дүрт роман яҙа: «Inventarium einer Seele» (Лейпциг, 1883; 2 баҫмаһы 1888); «Ein Manuskript» (Лейпциг, 1885); «High Life» (Мюнхен, 1886); «Daniela Dormes» (Мюнхен, 1886).

Ире Артур Гундаккар фон Зуттнер (18501902) шулай уҡ романдар һәм новеллалар: «Daredjan» (Мюнхен, 1884); «Der Battono» (Штутгарт, 1886); «Anderl» (Дрезден, 1889); «Die Adjàren» (Штутгарт, 1889) һ. б. әҫәрҙәр авторы булараҡ билдәле.

1886—1887 йылдарҙа Зутнерҙар Парижда йәшәй, А. Нобель һәм Э. Ренан менән осраша, Лондонда Тыныслыҡ һәм халыҡ-ара арбитраж ассоциацияһы һәм Европалағы башҡа шундай ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән таныша. Арбитраж идеялары менән рухланып, Берта фон Зутнер «Машиналар дәүере» (1889) тигән китап яҙа, унда Европа илдәрендә милләтселекте һәм милитаризмды пропагандалауҙы тәнҡитләй. Был әҫәр йәмғиәттә лә, тәнҡитселәр даирәләрендә лә киң фекер алышыуҙар тыуҙыра.

1889 йылда Зутнерҙың «Бөтһөн ҡорал!» («Die Waffen nieder!») тигән китабы сыға, унда яҙмышын XIX  быуаттың 60-сы йылдарында Европа һуғыштары ғәрипләндергән йәш ҡатындың тормошо тасуирлана. Был китап һуғыш афәттәре аша үткән ҡатындың, әсәнең, ғаиләнең һуғышҡа ҡаршы ярһыулы сығышы булып тора.

Романда һүрәтләнгән һуғыш вәхшилектәре уҡыусыларға шаңҡытҡыс тәьҫир яһай. «Бөтһөн ҡорал!» романы авторға ғына түгел, бөтә һуғышҡа ҡаршылар хәрәкәтенә киң билдәлелек килтерә. Лев Толстой уның йоғонтоһон Г. Бичер-Стоуҙың «Том ағайҙың аласығы» әҫәренеке менән йәнәш ҡуя. Китаптан цитаталарҙы Австрия хөкүмәтендә файҙаланалар, ул күп телдәргә тәржемә ителә. Роман В. Либкнехт тарафынан немец социал-демократтарының «Форвертс» тигән гәзитендә ҡабатлап баҫтырыла.

Халыҡ-ара йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Романдың киң билдәлелек алыуы яҙыусыға Европалағы тыныслыҡ көрәшселәре менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген бирә. 1891 йылда Зутнер ғүмерендә беренсе тапҡыр тыныслыҡ һөйгән көстәр конгресында ҡатнаша, был конгресты Римда Парламент-ара союз ойоштора. Шул уҡ йылды Берта Зутнер Австрия тыныслыҡ йәмғиәтен ойоштора, был илдәге беренсе пацифистик ойошма була. 1892 йылда Зутнер Берн тыныслыҡ бюроһының ойоштороусы ағзаһы була. Был ойошма Европаның күп илдәрендә барлыҡҡа килгән пацифистик төркөмдәрҙең эшмәкәрлеген көйләү маҡсатын ҡуя. Яҙыусы 20 йыл буйы был Бюроның вице-президенты вазифаһын башҡара.

Шул уҡ 1892 йылда Берта фон Зутнер Альфред Фрид менән берлектә «Бөтһөн ҡорал!» тигән пацифистик журнал аса, унда «Хәҙерге тарих буйынса полялағы комментарийҙар» тигән рубриканы алып бара.

XIX быуаттың 90-сы йылдарында милитаризм айырыуса әүҙем үҫә; Зутнер тыныслыҡ һөйөүсе көстәрҙең күп һанлы конференциялары эшендә ҡатнаша, йыш ҡына берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ делегат булып сыға. Берта һәм уның ире Артур фон Зутнер 1899 йылғы Гаага тыныслыҡ конференцияһын әҙерләгәндә ойоштороу, мәғлүмәт һәм финанс тәьминәте йәһәтенән күп көс һала. 1902 йылда ире вафат булғас, Зутнер әүҙем пацифистик эшмәкәрлеген дауам итә, АҠШ һәм Германия буйлап турнела йөрөй, лекциялар менән сығыш яһай (1904—1905), АҠШ президенты Теодор Рузвельт менән осраша.

Тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Берта Зутнерға бағышланған ГФР почта маркаһы, 2005, 55 пфенниң

Бертаның А. Нобель менән хатлашыуы һәм һуғыштарҙы булдырмау маҡсатында эшләгән пацифистик проекттарҙы финансларға саҡырыуы һөҙөмтәһендә 1893 йылда Нобель уға яҙған яуап хатында тыныслыҡ премияһы булдырырға вәғәҙә итә.

Берта Зутнерға премия биреү тураһында 1905 йылдың 10 декабрендә белдерелә һәм 1906 йылдың 18 апрелендә Христианияла (Осло) премия тапшырыла. Зутнер тыныслыҡ премияһы алған беренсе ҡатын-ҡыҙ һәм премия лауреаттарының дөйөм исемлегендә икенсе ҡатын-ҡыҙ (Мария Склодовская-Кюриҙан ҡала) була. Нобель премияһы алғандан һуң Зутнерҙың яҙыусы һәм оратор булараҡ билдәлелеге тағы ла арта төшә. 1905 йылда уның ярҙамы менән «Инглиз-герман дуҫлығы йәмғиәте» барлыҡҡа килә; 1908 йылда Лондон тыныслыҡ конгресы мөнбәренән уның Европа илдәрен берләштерергә саҡырыуы яңғырай, быны ул донъя һуғышы тоҡаныуҙан ҡотҡарырлыҡ берҙән-бер сара тип күрә. Ул күп һанлы мәҡәләләр баҫтыра, тыныслыҡ проблемалары һәм ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тураһында «Кешелектең уй-ниәттәре» (1911) тигән роман яҙа.

1912 йылда Зутнер тағы АҠШ-та бара. Лекцияларында Зутнер Ҡытайҙың милитаризациялашыу хәүефе тураһында киҫәтә, хәрби самолёттар эшләүгә ҡаршы сығыш яһай.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Зутнерҙың тормошонда бәхетле һәм фажиғәле ваҡиғалар байтаҡ була. Немец милләтсел матбуғатында уны — «пацифизм фурияһы» йә «тыныс Берта», Австрияның милитаристик даирәләрендә «хыянатсы» тип йөрөтәләр. 1913 йылда Гаагалағы Халыҡ-ара тыныслыҡ конгресында уға пацифистик хәрәкәт «генералиссимусы» тигән рәсми булмаған титул бирәләр. Ул Бернда Халыҡ-ара тыныслыҡ бюроһының почётлы президенты тигән юғары исемгә лайыҡ була. АҠШ-та Карнегиҙың Тыныслыҡ фондының консультатив советы ағзаһы итеп һайлана.

Яман шеште алып ташлау операцияһынан баш тартҡан Зутнер 1914 йылдың 21 июнендә Венала, Беренсе донъя һуғышы башланырҙан ай ярым элек вафат була.

Берта Зутнерға Нобель тыныслыҡ премияһы бирелеү ваҡиғаһының 100 йыллығы 2006 йылда ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында билдәләнә.

2014 йылда немец кинематографистары «Тыныслыҡ хаҡына мөхәббәт — Берта фон Зутнер һәм Альфред Нобель» / «Eine Liebe für den Frieden — Bertha von Suttner und Alfred Nobel» (режиссёр Урс Эггер / Urs Egger) тигән документаль фильм төшөрә.

  • Берта фон-Суттнер [sic]. «Против войны» (один из первых переводов «Долой оружие!» на русский язык). — СПб.: тип. бр. Пантелеевых, 1891.