Эстәлеккә күсергә

Васильев Валериан Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Васильев Валериан Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) или 1883[1]
Тыуған урыны Сусаҙы-Ябалаҡ ауылы, Яңауыл районы
Вафат булған көнө 2 май 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) или 1961[1]
Вафат булған урыны Йошкар-Ола, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө лингвист, этнолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе
Эшмәкәрлек төрө тарих, этнография, филология һәм тыуған яҡты өйрәнеү[d]
Эш урыны Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих институты[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Казанская духовная семинария[d]
Әүҙемлек урыны Сөрауыл, Бөрө һәм Мүзәк

Васильев Валериан Михайлович (псевдонимы ӰпымарийӨфө марийы; тыуғандағы исеме — Вастаев Темьян Гайсинович, 1 ғинуар 1883 йыл2 май 1961 йыл) — мари совет ғалимы-тел белгесе, фольклорсы, этнограф, крайҙы өйрәнеүсе, мәғрифәтсе, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Мари теле лингвистикаһына, этнографияһына, фольклористикаға, музыка фәненә нигеҙ һалыусы, тәүге мари яҙыусыһы.

Мари телсе-ғалимы Валериан Михайлович Васильев һәйкәле

Валериан Михайлович Васильев 1883 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы Сусаҙы-Ябалаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1902 йылда суҡындырыла, тыуғандағы исеме — Вастаев Темьян Гайсинович.

Бөрө уҡытыусылар семинарияһын (1902), Ҡаҙан дини семинарияһын (1906), Ҡаҙан университетын (1918), СССР фәндәр академияһының Яфетик институты аспирантураһын тамамлай (Ленинград, 1930).

1917 йылда Волга буйы аҙ һанлы халыҡтары Йәмғиәтенең мари секцияһы рәйесе, Бөрө ҡалаһында үткән I Бөтә Рәсәй мари съезы ойоштороусыларының һәм етәкселәренең береһе була (1917). Сәйәси ҡараштары буйынса эсерҙар яҡлы була, ләкин партияла тормай[2].

Ҡаҙан ҡатын-ҡыҙҙар уҡытыусылар семинарияһының мари теле уҡытыусыһы (1907-1918), Ҡаҙан көнсығыш педагогия институты профессоры (1918-1930), Мари педагогия институтының мари телдәре кафедраһы доценты, Мари ғилми тикшренеү институтының тел секцияһы өлкән ғилми хеҙмәткәре (1934-1941), Мәскәү дәүләт педагогия институтының мари теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире (1939-1940), мари Үҙәк музей мөдире, Мари уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында ғилми хеҙмәткәр (1942-1943), Мари ғилми тикшренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре (1944-1956).

Филология фәндәре кандидаты (1947). Филология фәндәре докторы (1957).

Эҙәрлекләүҙәргә дусар була: ул 1931 йылда ҡулға алына һәм Мари автономиялы өлкәһенән ҡыуыла, Сталин репрессияһы йылдарында йәшенеп йөрөй, күп тапҡыр республиканы ташлап китә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙанда уҡыған йылдарында уҡ ул "Мари календары" йыллыҡ баҫманы нәшер итеүсләрҙең береһе була (1907-1914), унда мөхәррир булараҡ сығыш яһай, тәржемәсе, фольклор әҫәрҙәрен йыйыусы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең авторы була.

Әлифба төҙөүсе һәм «Тÿҥалтыш марла кнага», «Вес марла кнага» дәреслектәренең авторы булараҡ билдәле .

М. В. Васильевты мари тел ғилеме "патриархы" тип атайҙар. 1906 йылдан алып — 250-нән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы, шул иҫәптән: "Мари теленең ғилми грамматикаһы", "Мари халҡы грамматикаһы буйынса яҙмалар", "Мари поэтикаһы буйынса материалдар". М. В. Васильев тәүге тапҡыр иң тулы мари теле һүҙлеге төҙөй һәм нәшер итә ("Марий мутэр", 1928), ул әҙәби телде үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Уның фәнни эшендә  фольклористика ҙур урын биләй. 1919-1923 йылдарҙа ул ноталары менән мари йыр текстарын баҫтырып сығара («Марийские песни») [3].

С. Чавайн, М. Шкетан, Н. Мухин, Н. Игнатьев, Ш. Осып һәм башҡалар менән бергә мари  милли әҙәбиәтен башлаусы булып һанала. Уның шиғырҙары, баснялары, хикәйәләре революцияға тиклемге осорҙа төрлө баҫмаларҙа, «Марла календарь» альманахында, мәктәп хрестоматияларында, кластан тыш уҡыу китаптарында  баҫыла. Ул үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡтарҙы азатлыҡҡа саҡыра,  гуманизм идеяларын, социаль ғәҙеллекте ҙурлай [3].

Ул И. Крыловтың басняларын, Л. Толстойҙың,  К. Ушинскийҙың хикәйәләрен, А. С. Пушкиндың , Н. Некрасовтың, А. Кольцовтың шиғырҙарын, «Смело, товарищи, в ногу», «Славьте Первое мая», «Интернационал» революцион йырҙарҙы мари теленә тәржемә итә. 1943 йылда Советтар Союзы Гимнын туған теленә тәржемә итеү өҫтөндә эшләй.

В. М. Васильевтың төп ғилми хеҙмәттәре һәм әҙәби әҫәрҙәре[4]:

  • Марий калыкын мурыжо, туштыжо да йомакше  (Мари халыҡ йырҙары, йомаҡтары һәм әкиәттәре). Ҡаҙан, 1908. 16 б.
  • Марла ойлымаш-влак (Мари хикәйәләре). Ҡаҙан, 1909. 24 б.
  • Марий мут: тошто гыч тÿҥалын таче марте ойлымо муро, тушто, йомак, пале, туныктымо мут, молыжат.  Ҡазан, 1918. 44 б.
  • Марий муро (мари халыҡ йырҙары). М., Үҙәк нәшриәт, 1923. 88 б.
  • Марла ойлымаш-влак (Мари хикәйәләре). Краснококшайск, 1926. 36 б.
  • Марла ойлымаш-влак: Вес лукмаш —кугурак икшыве-влаклан (Мари хикәйәләре). Краснококшайск, 1927. 48 б.
  • Мари поэтикаһы буйынса материалдар. Каҙань, 1930. 110 б.
  • Басня-влак // Мут орлаҥге: ойырен налме проза.  Йошкар-Ола, 1963. 129-133 б.
  • Пырыс ден шыл; Пырыс ден коля; Поян веҥе: почеламут-влак  // Мари әҙәбиәте (9 класс хрестоматияһы). Йошкар-Ола, 1975. 4-5 б.
  • Почеламут-влак: икшыквылык ойлымаш-влак (балалар өсөн хикәйәләр һәм шиғырҙар) //Сылнымут памаш. Йошкар-Ола, 1982. 64-78 б..
  • Йÿштерге: ойлымаш-влак (Һыуыҡ бабай улы: хикәйә). Йошкар-Ола, 1991. 40 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мари АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы (1958).
  • Фин-уғыр йәмғиәтенең сит ил ағзаһы (Хельсинки, Финляндия).
  • Йошкар-Ола урамдарының береһенә уның исеме бирелгән (9 март, 1983 йыл).
  • Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих фәнни-тикшеренеү институты уның исеме менән аталған (1983).
  • Тыуған ауылы Сусаҙы-Эбалакта  В. М. Васильевтың йорт-музейы эшләй, ә музей ихатаһында уның бюсы ҡуйылған[5].
  • А. М. Александров, Г. Е. Беспалова, К. К. Васин. В. Васильев // Писатели Марийской АССР: биобиблиографический справочник. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1976. — С. 55—57. — 368 с. — 5000 экз.Ҡалып:Книга:Писатели Марийской АССР 1976
  • Г. Е. Беспалова, К. К. Васин, Г. З. Зайниев. В. Васильев // Писатели Марийской АССР: биобиблиографический справочник / Отв. А. В. Селин. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1988. — С. 41—44. — 376 с. — 5000 экз.Ҡалып:Книга:Писатели Марийской АССР 1988
  • Васильев Валериан Михайлович // Марийская биографическая энциклопедия / Сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 64. — 486 с. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
  • Валериан Васильев // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 127—129. — 752 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
  • Васильев Валериан Михайлович // Энциклопедия Республики Марий Эл / Отв. ред. Н. И. Сараева. — Йошкар-Ола, 2009. — С. 268. — 872 с. — 3505 экз. — ISBN 978-5-94950-049-1.