Джугашвили Яков Иосифович
Яков Иосифович Джугашвили (груз. იაკობ იოსების ძე ჯუღაშვილი; 18 (31) март 1907 йыл — 14 апрель 1943 йыл[3]) — өлкән ул И. В. Сталиндың өлкән улы, өлкән лейтенант, Бөйөк Ватан һуғышында немец әсирлегендә һәләк була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яков Джугашвили 1907 йылдың 18 (31) мартында Кутаиси эргәһендәге Баджи ауылында[4] (хәҙерге Амбролаурск районы, Грузияның төньяғында Рач-Лечхуми һәм Түбәнге Сванетия крайы). Әсәһе, Екатерина Сванидзе, Сталиндың тәүге ҡатыны, һигеҙ айҙан һуң ҡорһаҡ тифынан вафат була. Яковты 14 йәшенә тиклем апаһы — Александра Монаселидзе (Сванидзе) тәрбиәләй. Иң яҡын грузин мәктәбе ете километр алыҫлыҡтағы Чребало ауылында була. Яков һәр көн йәйәүләп йөрөп уҡый[5].
1921 йылда Яковты Мәскәүгә алып киләләр, шунда ул атаһын беренсе тапҡыр күрә. Сталиндың яңы ғаиләһе була, улы Василий тыуа. Яков грузин телендә генә һөйләшә, шым һәм оялсан була. Сталин уны бүре тип йөрөтә. Әммә Надежда Сергеевна Аллилуева, Сталиндың икенсе ҡатыны, үҫмер тураһында хәстәрлек күрә[5].
Яков Мәскәүҙә Арбатта дөйөм белем биреү мәктәбендә, һуңынан Сокольникиҙа электротехник мәктәптә уҡый. 1925 йылда мәктәпте математика, физика, химия һәм башҡа предметтар буйынса юғары баһа менән таммалай, әммә институтҡа ғариза тапшырырға баҙнат итмәй[5].
Шул йылда уҡ 16 йәшлек Зоя Гунина (1908—1957), дин әһеле ҡыҙы һәм синыфташы менән никахҡа инә. Туйҙы Сталиндан йәшереп үткәрәләр, сөнки ул был никахҡа ҡәтғи ҡаршы була[6].
Атаһы менән низағ һөҙөмтәһендә Яков атылырға ҡарар итә, әммә пуля үтә сыға, һәм ул оҙаҡ ауырый. Сталин уға тағы ла насарыраҡ мөнәсәбәттә була башлай. Осрашҡан саҡта ул уны мыҫҡыллап: «Һе, эләкмәнеме!» — тип көлә[7]. 1928 йылдың 9 апрелендә Сталин ҡатынына хат яҙа: «Передай Яше от меня, что он поступил как хулиган и шантажист, с которым у меня нет и не может быть больше ничего общего. Пусть живёт где хочет и с кем хочет»[8].
С. М. Киров тәҡдиме буйынса йәштәр Ленинградҡа күсенә һәм Аллилуевтар ғаиләһендә йәшәй башлай. Сталин улынан Мәскәүгә ҡайтыуын талап итә, ләкин ул үҙ ниәйтендә ныҡ тора. Киров ярҙамында Яков 11-се подстанцияла дежур электромонтер ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша[5]. Зоя Тау институтында уҡый 1929 йылда уларҙың ҡыҙы тыуа, әммә октябрҙә вафат була. Шунан һуң күп тә тормай никах тарҡала[7].
1930 йылда Яков Мәскәү транспорт инженерҙары институтына йылылыҡ физикаһы факультетына уҡырға инә һәм уны 1936 йылда тамамлай. Әммә барлыҡ анкеталарҙа ла институтты 1935 йылда тамамлағанлығын күрһәтә[9].
1935 йылда каникул ваҡытында Урюпинскиҙа Сталиндың икенсе ҡатыны Н. С. Аллилуеваның туғандары фатирында Ольга Павловна Голышева менән таныша (1909—1957)[10]. Никах рәсми рәүештә теркәлмәй[11]. 1936 йылдың 10 ғинуарында уларҙың улы Евгений тыуа[11].
1935 йылдың 11 декабрендә Яков балерина Юлия (Юдифи) Исааковна Мельцерға өйләнә (1911—1968)[12]. 1938 йылдың 18 февралендә ҡыҙҙары Галина тыуа[13].
1936—1937 йылдарҙа Яков Сталин исемендәге электр станцияһында дежур инженер-турбинист[9] булып эшләй[14]. Сталин улдарының хәрби булыуын теләй[15]. 1937 йылда Яков атаһының кәңәше буйынса Ҡыҙыл Армияның Артиллерия академияһына киске бүлеккә уҡырға инә. Башта уҡыуға бик әһәмиәт бирмәй, әммә сығарылыш имтихандарын тик дүртлегә тапшыра[15]. 1941 йылдың майынан — артиллерия батареяһы командиры. Шунда уҡ ВКП(б)-ға инә[14].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 22 июнендә Сталин улына: «Бар һәм һуғыш!» — тип фатиха бирә[16]. 1941 йылдың 27 июненән Яков ғәмәлдәге армияла[17]: 20-се армияның 7-се мехкорпусы 14-се танк дивизияһының 6-сы артиллерия батареяһы командиры, өлкән лейтенант.
1941 йылдың 4 июлендә[16] 16, 19 һәм 20-се армия частары Витебск эргәһендә ҡамауға эләгә.
1941 йылдың 7 июлендә Витебск өлкәһенең Сенно эргәһендәге Черногосница йылғаһындағы алыш өсөн башҡа яугирҙар менән бер рәттән Яков Джугашвили ҙа Хөкүмәт наградаһына тәҡдим ителә)[18].1941 йылдың 15 авгусында «Красная звезда» гәзите Сталиндың улы тураһында яҙып сыға[19]:
Изумительный пример подлинного героизма показал в боях под Витебском командир батареи Яков Джугашвили. В ожесточённом бою он до последнего снаряда не оставлял своего поста, уничтожая врага.
Редакцияла Яков Джугашвилиҙың бер ай инде немецтарҙа әсирлектә булыуын беләләр.
1941 йылдың 16 июлендә Лиозно эргәһендә ҡамауҙан сыҡҡанда Яков юғала. Бригада комиссары Алексей Румянцевтың өс биттә яҙған рапортынна ҡарағанда, Сталиндың улын эҙләү 25 июлгә тиклем дауам итә[3].
Әсирлеккә эләккән[20] Яков Джугашвилиҙан беренсе һорау алыу 1941 йылдың 18 июлендә ойошторола. Протоколдың нөхсәһе һуғыштан һуң берлинда авиация министрлығы архивында табыла һәм бөгөн Подольскиҙа Оборона министрлығының үҙәк архивында һаҡлана. Һорау алыу барышында Яков илде һәм уның сәйәси системаһын ғорурлыҡ менән яҡлауын, шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл Армияның ғәмәлдәренән күңеле ҡайтыуын белдерә.
Яков Джугашвили немец лагерҙарында ике йыл самаһы тотола. Тәүҙә ул Хаммельбургта була, 1942 йылдың яҙында уны ка, ә һуңынан Заксенхаузенға күсерәләр.
Немец командованиеһы Яковты Ҡыҙыл Армия Сталинградта әсирлеккә алған фельдмаршал Паулюсҡа алмаштырырға теләгән, имеш, әммә Сталин: «Мин һалдатты фельдмаршалға алмаштырмайым», — тип яуаплаған, тигән версия йәшәй. Ләкин был документаль рәүештә дәлилләнмәй[21]."Двадцать писем к другу" китабында Сталиндың ҡыҙы Светлана Аллилуева шулай тип хәтерләй[22]:
Зимой 1943-44 года, уже после Сталинграда отец вдруг сказал мне в одну из редких тогда наших встреч: «Немцы предлагали обменять Яшу на кого-нибудь из своих… Стану я с ними торговаться! Нет, на войне как на войне».
Маршал Георгий Жуков үҙенең мемуарҙарында, Сталиндың бер прогулка ваҡытында уйсанланып: «Не выбраться Якову из плена. Расстреляют его фашисты», — тип әйтеүен яҙа.
«Падение Берлина» фильмында Михаил Чиаурели Яков Джугашвилиҙы һуғыштың фажиғәле геройы итеп күрһәтергә теләй, ләкин Сталин быға ҡаршы була.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 14 апреле кисендә Яков Джугашвили Заксенхаузен концентрацион лагерының «А» махсус лагерының 3-сө барагы тәҙрәһенән — «унтер-офицер, ат мине!» — тип ҡысҡырып сымға ташлана. Икенсе версия буйынса, ул баракка инеү бойороғон үтәмәй һәм нейтраль һуҡмаҡ аша сымға бара. Һаҡсы ҡысҡырғандан һуң ул: «Ат!» - тип ҡысҡыра.
Яков сымға тотонғас, СС роттенфюреры Конрад Хафрих ут аса. Протоколға ярашлы, пуля уң ҡолағынан дүрт сантиметр ситтәрәк башына пуля эләгә һәм баш һөйәген сәрпәкләй. Әммә Яков электр тогынан үлгән була. Уның мәйете лагерь крематорийында яндырыла. Һуңынан уның көлө һалынған урна һәм тикшереү һөҙөмтәләре, үлеүе тураһындағы таныҡлыҡ РСХА-ға ебәрелә һәм унда серле рәүештә юҡҡа сыға.
Һуғыш аҙағында Сталинға улы менән лагерҙа бергә булыусыларҙың дәлилдәрен килтерәләр[21]. Һуңынан лагерь коменданты һәм һаҡсы Яковтың үҙен лайыҡлы тотоуы тураһында һөйләй. Бәлки, ошо мәғлүмәт Сталинға улына ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртергә һәм уның ҡыҙы, үҙенең ейәнсәре тураһында ниндәйҙер хәстәрлек күрергә этәрәлер.
Яков Джугашвили яҙмышы әлегә тиклем бәхәс предметы булып тора. Федераль именлек хеҙмәтенең 2007 йылдың 6 июнендә уның ысынлап та немец әсирлегендә булыуы тураһындағы белдереүенә ҡарамаҫтан, әлегәсә уның әсирлектә булыуы Германия разведкаһының провокацияһы тигән фекер йәшәй[23]. Мәҫәлән, Сталиндың уллыҡҡа алған улы Артем Сергеев, Яков бер ваҡытта ла немецтарҙа әсирлектә булмаған, ә 1941 йылдың 16 июлендә һәләк булған тип раҫлай.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1977, үлгәндән һуң).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены[24].
Кинола сағылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вильям Шаллерт — «The Girl in the Kremlin» (АҠШ, 1957)
- Иосиф Гогичайшвили — «Освобождение» (1969—1971)
- Заза Колелишвили — «Яков, сын Сталины» (1990)
- Влодзимеж Пресс — «Европа, Европа» (1990)
- Исянов Рауил — «Сталин» (1992)
- Дато Иашвили — «Сталин. Live» (2006)
- Нодар Сирадзе — «Сын отца народов» (2013)
- Сергей Шевченко — «Власик. Тень Сталина» (2017)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джугашвили Галина Яковлевна
- Яков Джугашвили менән немец листовкалары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France Âkov Iosifovič Džugašvili // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Jakob Dschugaschwili // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 3,0 3,1 Der Spiegel, 2013
- ↑ Зенькович Н. А., 2005, с. 368
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Сухотин Я. Л. Сын Сталина. Жизнь и гибель Якова Джугашвили. — Л.: «Лениздат», 1990. — 128 с. — Тираж 100000 экз. — ISBN 5-289-00993-0.
- ↑ Торчинов В. А., Леонтюк А. М. Вокруг Сталина : историко-биографический справочник. — Спб.: СПбГУ, 2000. — С. 188.
- ↑ 7,0 7,1 Ильин В., 2009
- ↑ АПРФ. Ф. 45. On. 1. Д. 1550. Л. 5. — цит. по Иосиф Сталин в объятиях семьи. Из личного архива. — М.: «Родина», 1993. — C. 22. — ISBN 5-7330-0043-0.
- ↑ 9,0 9,1 Осокин А. Н., 2010
- ↑ Зенькович Н. А., 2005, с. 370
- ↑ 11,0 11,1 Осокин А. Н., 2010, с. 247
- ↑ Зенькович Н. А., 2005, с. 373
- ↑ Осокин А. Н., 2010, с. 219
- ↑ 14,0 14,1 Зенькович Н. А., 2005
- ↑ 15,0 15,1 Прудникова E. A., 2010
- ↑ 16,0 16,1 Суховеев В. В., 2004, с. 417
- ↑ Прудникова E. A., 2010, с. 298
- ↑ «Список командного, начальствующего и рядового состава 14тд, отличившихся в боях и представленных к правительственной награде. 2007 йыл 29 май архивланған.» — ЦА МО. Ф. 3014., Оп. 1., Д. 11.
- ↑ Тайны ХХ века. Золотая серия — 2012. — № 1-с. — цит. по Яков, сын Иосифа // Сайт «X-files» = Все тайны эпохи человечества = (x-files.org.ua) 05 января 2014 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Der Spiegel, 2013, S. 89
- ↑ 21,0 21,1 Хлевнюк О. В. Сталин. Жизнь одного вождя. — М. : АСТ, 2015. — С. 352. — ISBN 978-5-17-087722-5.
- ↑ Аллилуева С. И. Двадцать писем к другу. — М.: «Книга», 1989.
- ↑ Галина Джугашвили-Сталина, дочь Якова Джугашвили: Мой отец не был в плену (рус.), Комсомольская правда (7 июнь 2007). 18 февраль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Память народа : Документ о награде : Джугашвили Яков Иосифович, Орден Красного Знамени . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 9 октябрь 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зенькович Н. А. Самые секретные родственники. — М.: ОЛМА, 2005.
- Ильин В. Тайны смерти великих людей. — СПб.: АСТ, 2009.
- Осокин А. Н. Великая тайна Великой Отечественной: ключи к разгадке. — М.: «Время», 2010.
- Прудникова E. A. Сталин. Второе убийство. — М.: ОЛМА, 2010.
- Суховеев В. В. Эпоха Сталина. События и люди. — М.: «Эксмо», 2004.
- Сергеев А., Глушик Е. Беседы о Сталине. — М.: «Крымский мост-9Д», 2006.
- Сопельняк Б. Голгофа Якова Джугашвили // «Московский Комсомолец». — 2006. — № 2213.
- Грэй А. Я видел как погиб Сталин // «Завтра». — 1998. — № 51 (264).
- Der Spiegel. — 2013. — № 7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Старший сын Сталина. Фильм Д. Шулепова . Вести.ru. Дата обращения: 24 октябрь 2013. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- 18 мартта тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 14 апрелдә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Бөйөк Пётр исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре академияһын тамамлаусылар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Грузияла тыуғандар
- Грузия шәхестәре
- Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Совет әсирҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 31 мартта тыуғандар